+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Кактус

(Элеккене иҫкә төшөрөп) Был хәлгә күп йылдар үтте. Ул ваҡытта бишенсе класта уҡый инем. Һөйөклө әсәйҙәребеҙҙең һәм әхирәттәребеҙҙең яҙғы байрамы етте. Уйға ҡалдым: күрше парталағы күҙем төшөп йөрөгән Светаға нимә бүләк итеп шаҡ ҡатырырға икән? Ҡарашым тәҙрә төбөнә төшкәнсе оҙаҡ уйланым. Ә унда яратҡан кактусым сәскә атып ултыра. 

Кактус
Кактус

Ҙур аҡ сәскәһе лилиәгә тартым. Моғайын, Светаға оҡшар.
8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң иртәһе тыуҙы. Иртәрәк тороп, кактусты сәскәләре һынмаҫлыҡ итеп төрҙөм. Мәктәпкә алданыраҡ барып, уны парта аҫтына йәшерҙем.
Беренсе дәрескә ҡыңғырау шылтыраны. Ботаника уҡытыусы Мәрйәм апай өҫтәмә һорауға яуап бирергә баҫтырҙы. Миңә был предмет оҡшай ине. Тороп баҫтым да белгәнемде һөйләп бирҙем. Ә дуҫым Вәли шул арала шым ғына бүләгемде алған да партаға, ултыра торған ергә ҡуйған. Ултырыу менән ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Дуҫым этләшһә лә, Света бүләкһеҙ ҡалманы. Дәрестәр бөткәс, өйҙәге икенсе кактусты килтереп бирҙем. Сәскәләре, тәүгеһенеке кеүек үк булмаһа ла, оҡшатты былай.

А. ЯҠШЫБАЕВ.

Автор:
Читайте нас: