+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Иң файҙалы дәрес

-Йә-йә, ултыра һалығыҙ, дәресте башлайбыҙ. Бөгөнгө тема ауыр, план буйынса бер сәғәт кенә бирелгән, өлгөрәбеҙме-юҡмы инде, белмәйем. Ҡырҡ биш минутты кем уйлап тапҡандыр, бигерәк ҡыҫҡа ваҡыт. Улай-былай иткәнсе, ҡың­ғырау шылтырай ҙа ҡуя. Ә планды үтәргә кәрәк... Етмәһә, бөгөн бәләкәсем, Мансурым, иртәнсәк йүткереп уянды ла илай ҙа илай.

Иң файҙалы дәрес
Иң файҙалы дәрес

Температураһын үлсәтмәй. Ни булғандыр, этем белһен. Фельдшерҙы саҡыртайым тип шылтыратһам, уныһы эштә юҡ. Ауыл өҫтөндә йәшәп, эшкә сыҡмай ят сәле. Шул йәп-йәш ҡыҙыҡайҙы әллә ҡайҙан табып килтерҙеләр. Иң кәрәк ваҡытта бер ҙә урынында булмай. Кеше ышандырып, эшләйем тип килгәс, үҙ урыныңды белергә кәрәк. Шулай ҙа инде? Нимә, йылмайышып ултыраһығыҙ? Тағы юҡты һөйләп тора тиһегеҙме? Һеҙгә хәҙер ҡыҙыҡ, бына биш-алты йылдан үҙегеҙ әсәй булып, балаларығыҙҙың йүргәктәренә батып ятһағыҙ, көлкөгөҙ яңырыр. Был ауылда ғүмер буйы йүнле медик булманы, һеҙҙең заманда ла булмаясаҡ. Шунда минең һүҙҙәрҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Әлеге лә баяғы кәрәге тейгән фельдшер ҡыҙыҡай урынында булмаһа, тартынмағыҙ, ярҙам һорап үҙемә килегеҙ. Минең кеүек шәп, үҙ һөнәре оҫтаһы биолог та шул табиптар кеүек, кешенең бөтә ауырыуҙарын күҙгә ҡарап белә. Тик нисек дауаларға ғына белмәй. Ә мин уға тиклем өйрәнермен. Сөнки, әйтәм бит, план тигән булып, ауыр-ауыр темаларға берәр сәғәт кенә бүләләр ҙә, һин класҡа инеп күрешеп өлгөрмәйһең, дәрес бөтә лә ҡуя. Шуға, теләйһеңме-теләмәйһеңме уҡытыусы кешегә донъяның төрлө ауырлыҡтарына әҙер булырға тура килә. Бына, Мөхәмәтов, һин бында эре генә мине мыҫҡыл итеп ултырған булаһың да ул, ә мәҫәлән, эргәңдәге Моратовтың танауынан ҡапыл ҡан китһә, нимә эшләйһең? Фельдшер урынында юҡ. Ҡайҙалыр йоҡо һимертә. Бәлки кисә кис күрше ауылға тансыға киткән еренән ҡайтмағандыр, йә үҙенең болғаҡ донъяһында медпункттың асҡысын таба алмай тыпырсыналыр. Уй, бигерәк һәпрә ҡыҙыҡай, эйе бит! Берегеҙ уның өйөнә инеп күргәнегеҙ бармы? Китсе-китсе! Ә Моратовтың танауы ҡанай, уға ярҙам кәрәк. Бында һинең әпәүләп өшкөрөп-төкөрөп йөрөүсе өләсәйең юҡ. Ул ауылдың теге осонан туңҡаңлап ҡасан килеп еткәненсә, кис етәсәк... Ә-ә-ә, шул саҡта мин кәрәк тә инде. Ҡырын ҡарап көлөп ултырған була бында тағы. Эйе-эйе, мин ҡайҙа булһа ла, кемгә булһа ла ярҙамға килергә әҙермен. Тик бына үҙ балаҡайым Мансурым нимә эшләп кенә ултырған булалыр инде?! Уй, мин дә инде, шул ауырыу баланы иргә ышанып ҡалдырып китәләрме, ә? Ирҙәргә бала бар ней, юҡ ней! Телевизор аҡыртып ҡуялар ҙа, вәссәләм! Ишетәһегеҙме, ҡыҙ­ҙар! Минең хатаны ҡабатлап ҡуймағыҙ, йәме. Балағыҙ ауырығанын һиҙеп ҡалһағыҙ, эш тип сабып йөрөй күрмәгеҙ. Бына Мөхәмәтов кеүектәр минең һөйләгәндәрҙән көлөп ултырған булалар ҙа ул, әммә ҡатын-ҡыҙһыҙ был донъяла ҡыл да ҡыбырлата алмаясаҡтар. Мин әйтте тиерһегеҙ. Хатта ул минең һүҙҙәрҙе өйөнә алып ҡайтып һөйләһә, иртәгә мәктәпкә әсәһе йүгереп килеп етәсәк. Ә уның атаһына барыбер. Сөнки ул ир. Уның өсөн ҡатыны саба...
Йә, ярай, улар тураһында түгел беҙҙең дәрес. Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгө теманы яҙып ҡуйығыҙ... Әнә, әйттем бит, ҡыңғырау шылтырай. Кем ошо дәрестәрҙе ҡырҡ биш кенә минутлыҡ итеп уйлап сығарҙы икән? Тема ла ауыр ине бит әле, бер нәмә өлгөрөрлөк түгел, ҡәһәрең. План, тигән булып баш ҡатыралар, етмәһә... Ярар, иртәгә дау­ам итербеҙ, барығыҙ.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в