+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Йә, шунан?

Ишеген ҡыҫып асып, Ғәли Хәмзич коридор буйлап һуҙылған сиратты байҡаны. Йәнә таныш йөҙ күреп ҡалғас, Мәхмүтовты бармаҡ менән ымлап сыҡырып алды:– Йә, шунан, Мәхмүтов әфәнде, бөгөн нимә менән килдең, ҡайһы тешең ыҙалай?

Йә, шунан?
Йә, шунан?

– Йүкә балы алып килгәйнем, һеҙ яратҡанды, Ғәли Хәмзич, – тип ихлас ауыҙ йырҙы Мәхмүтов.
– Ҡайҙа, көтөп тор, әле теге ваҡыттағыһын ашап бөтмәгәнмен! – тип алтын тештәрен йылтыратып ажғырҙы Ғәли Хәмзич.
– Тә-әк, кемдең тағы теше үлтереп һыҙлай? – Теш врачы йәнә сиратты барланы.
– Төнө буйы бер тешем йоҡо бирмәне, – Ғүмәров мөлдөрәп Ғәли Хәмзичҡа төбәлде.
– Ә тешеңде нимә менән дауаларбыҙ икән, һм? Тешкә ҡушып бер ниҙә килтермәнеңме ни, Ғүмәров әфәнде? – Ғәли Хәмзич ауырыуға мыҫҡыллы ҡараш ташланы.
– Эй-й, башҡынамдан сәпсим сығып осҡан, шул теш менән бар донъямды онотҡанмын...
– Үәт, үәт, онотҡан имеш берәү, иҫеңә төшһә, килерһең тешеңде дауаларға, ә әлегә... – Ғәли Хәмзич шундуҡ уны омотто шикелле.
– О, Садыҡов, ҡайҙа, һин нимә менән? – Врач ҡәнәғәт йылмай­ҙы. – Теге ваҡыт вәғәҙәләнгәнсә, өс тоҡ картуф, һәр теш өсөн.
– Ярай, тор ишеккә яҡыныраҡ, әтеү сиратыңды тағы үткәреп ебәрерһең, – тип күҙҙәрен сырт-сырт ҡыҫып алды врач.
Ғәли Хәмзич ишеген яба яҙғайны, коридорҙың теге осонда Рәшитованы абайлап ҡалды. Шундай затлы тун кейгән ханыма нисек ихтибар итмәҫкә!?.
– Рәшитова, һеҙме был? Уй-й, аллаҡайым, тештәрегеҙ борсоп киттеме? – Ҡатындың пакетында коньяк менән кәнфит ҡабын күреү менән, уның бер алдына-бер артына төштө. – Хәҙер үк һеҙҙе ҡабул итәм.
Рәшитованы индерергә тип кенә ишеген асҡан ине, эсе үҙенән күпкә алда, ә пеләше ҡояш нурҙарында ялтырап-ялтырап киткән абзый уға табан ыңғайлағанын күреп ҡалды врач.
Ғәли Хәмзич, Рәшитованы саҡ бәреп йыҡмай, елтерәкләп улы уҡыған институттың деканы Хөрмәтов әфәнде янына килеп етте.
– Сәғит Флүрович, ни хәлдәгенәһегеҙ? Ки-ит, ниндәй сират булһын? Әлбиттә, әлбиттә, үтегеҙ, – тип ишекте шартлата япты. Йәнә асып, Рәшитоваға:
– Алтыным, хәҙер, бары тик биш минут көтөгөҙ инде, – тип иркә бесәй кеүек мырылдап күҙ ҡыҫты.

Теш врачына сиратта
Динә ХӘСӘНОВА ултырҙы.

Автор:
Читайте нас в