+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Усаҡ

(Хикәйә) Улар ҡала паркында осрашты. Егеткә эскәм­йәгә ултырған ҡыҙ­ҙың балҡып торған күҙҙәре, килешле кәүҙәһе оҡшағайны. Ярты сәғәттән һуң, тамам танышып алғас, ул ҡыҙға иҫе китеп ғашиҡ булды. 

Усаҡ
Усаҡ

Был сибәрҙең ҡала ситендәге үҙ йортонда япа-яңғыҙ йәшәүен ишеткәс, ғүмерлек мөхәббәтен осратыуын аңланы.

– Һине бер күреүҙән оҡшаттым, – егет ҡыҙға яҡыныраҡ шыуышып ултырҙы ла баянан бирле күңелен өйкәгән һорауҙы бирҙе. – Ә коттеджың нисә ҡатлы?
– Бер ҡатлы йорт инде, ниндәй коттедж булһын. – Ҡыҙ ихлас йылмайҙы.
Дөрләп янған һөйөү усағына бер биҙрә һыуыҡ һыу шажылдап һибелгәнен тойған егет ситкәрәк күсте. Әммә йәнә бер минуттан усаҡҡа ҡоро утын өҫтәлде, ахыры, йәнә дөрләп китте. Ҡалалағы йортто ике, хатта өс бүлмәле фа­тирға алмаштыралар бит хәҙер.
– Был матур ҡулдарға бер эш тә тейгеҙмәҫ инем, – тип бышылданы егет, ҡыҙҙың йомшаҡ ҡулдарын усына йомоп. – Ә ере нисә сутый, мунсаһы бармы?
– Мунса ултыртырлыҡ ере юҡ шул.
Бәй, баҡсаһы, мунсаһы ла булма­ғас, ул өй ни бысағыма! Егет усында инде таш булып ятҡан ҡулдарҙы ситкә этәреп, урынынан торҙо. Бер аҙ тапанып торғас, йәнә эскәмйәгә сүгәләне. Йорт йорт булыр инде ул, ана үҙе нисә йылдар кеше тупһаһын тапай, тапҡан аҡсаһы фатир хужаларына һеңеп тик тора.
Көслө ел иҫте, буғай, һөйөү усағының ҡуҙҙары терелеп китте. Егет ҡулдарын ҡыҙҙың нескә билдәренә һалды:
– Ғүмер буйы күтәреп кенә йөрөтөрмөн һине, ә йортоңа газ үткәнме һуң?
Ҡыҙ пырхылдап көлөп ебәрҙе.
– Тау итәгендә, Ағиҙел ярында ултыра бит ул, ниндәй газ бул­һын! Өҫкә ҡараһаң, күршенең йорто өҫкә ауып килә, аҫтағы күршенең ҡыйығын ғына күрәбеҙ. Әй, ул йорттоң бәләһе күберәк булды. Ата-әсәйҙәр ауылдағы ярты донъяларын һатып алып биргәйне, әле судтан судҡа йөрөйбөҙ. Йортон бер юлы өс кешегә һатып ҡасҡан бит элекке хужа, йүнһеҙ! Хәҙер эҙен дә таба алмайҙар. Бәй, ҡайҙа киттең, тыңлап та бөтмәйһеңме ни?
Егет ҡыҙҙы ишетмәй ҙә, ҡыҙыу аҙымдар менән алыҫлаша ғына бара ине. Үҙенең ҡараштары ергә төбәлгән. Әле генә дөрләп янған һөйөү усағының берәй тере ҡу­ҙын эҙләй ине булһа кәрәк.

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас в