+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Итәғәтле кеше

– Ҡәйүм, улыбыҙҙың өсө тула. Балалар баҡсаһын хәстәрләргә кәрәк, эшкә сығам. – Ярай, Гөлфиәкәйем. Малай тыуғас та баҡсаға ғариза яҙғайныҡ бит, сираты еткәндер. – Ишетһен ҡолағың, баҡсаға барһаң, матур итеп һөйләш. Ундағылар простой әҙәм түгел.

Итәғәтле кеше
Итәғәтле кеше

– Фи-и, таптың өйрәтер кеше, үҙем беләм.
Ҡәйүм иртә менән балалар баҡсаһына юлланды. Урта йәштәрҙәге ханым – мөдир уны ҡарашы менән баштан-аяҡ ҡапшап сыҡты:
– Ни йомош?
– Улымды баҡсаға урынлаштырырға ине. Ҡаты­ныма эшкә сығырға ваҡыт етте.
– Беҙҙә шыпа урын юҡ. Сиратығыҙ еткәс ки­лерһегеҙ. Көтөгөҙ. Ә әлегә хушығыҙ.
Ҡәйүм бер аҙ тапанып торҙо ла:
– Беҙ сиратта ике йөҙ ҙә алтмышынсы. Хәлебеҙгә керегеҙсе...
– Эйе, эйе... Аңларға тырышайым, – мөдир йән­ләнде, йөҙө май ҡояшындай яҡтырҙы, күҙҙәре ит күргән бесәйҙәй ялтыраны. Үҙе йыуан бар­маҡ­тарын сабырһыҙ бейетә башланы. – Бына, ошо папка эсенә һалығыҙ.
– Нимәне?
Ҡатындың йөҙөн кинәт һөрөм ҡапланы.
– Ҡалай тәрбиәһеҙһең. Малайың да ата хулигандыр әле. Юҡ, ундай балалар беҙгә кәрәкмәй. Һөйләшеү тамам.
Ҡәйүм, башын аҫҡа эйеп, ҡайтып инде. Гөлфиәһе хафаланып ҡаршы алды:
– Йә, нимә тинеләр?!
– Урын юҡ, сират...
– Матур итеп һөйләштеңме һуң?
– Ә как же? Мин һиңә бер мәктәп балаһымы?! – Ҡәйүм ҡыҙа башланы.
– Нисәнсе быуатта йәшәйһең? Уҡыусылай ҙа аҡылың юҡ! Ингәс тә, күпме кәрәк, тип һора.
– ?!
...Икенсе көн Ҡәйүм туп-тура мөдирҙең бүлмәһенә инде лә:
– Күпме? – тип һораны.
Уныһы ун бармағын күрһәтте. Ҡәйүм өҫтәлгә шапылдатып конверт һалды. Ҡатын шундуҡ алсаҡланды, Ҡәйүмде ҡосаҡлап уҡ алды, сикә­һенән супылдатып үпте лә:
– Итәғәтле кеше икәнһегеҙ, ундай ата-әсәләр ме­нән эшләргә яратабыҙ. Балағыҙ һеҙгә оҡшап бик тәрбиәлелер инде... Әйҙә­геҙ, улығыҙ йөрө­йәсәк төркөмдө күрһәтәм. Иртәгә сәғәт 8-гә уны һуңламай килтереп еткерегеҙ.

Гүзәл ЯХИНА.

Автор:
Читайте нас: