+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Рәмил ағай ҡыҙыҡтары

Кукольный театрТуй бара. Ҡунаҡтар йәштәрҙе ҡотлап, телмәр тота, бүләктәрен тапшыра. Сират Ҡәмәриә инәйгә етә. Ул оҙон-оҙаҡ итеп, матур итеп һөйләгәс, тантаналы итеп әй­теп һала: – Бүләгем – кукольный театр!

Рәмил ағай ҡыҙыҡтары
Рәмил ағай ҡыҙыҡтары

Барыһы ла тынып ҡала, хатта себен осҡан тауыш ишетелә. “”Аһ, уныһы нәмә ул?!”, – тип шыбырлаша башлайҙар.
Баҡһаң, инәй кухонный гарнитур, тип әйтәм тип, ҡаушап китеп, яңылыш ысҡындырған икән.

Ҡаймаҡ һыуы
Сара инәйгә ҡаланан балалары ҡайтып төшә.
– Бына күп итеп май бештем, айранын – ҡаймаҡ һыуын айырып ҡалдырҙым, эсегеҙ. Ана “Юлдаш” радиоһынан “ҡаймаҡ һыуы – тәнгә сихәт, ҡаймаҡ һыуы – йәнгә сихәт”, тип ярты сәғәт һа­йын әйтеп торалар.
Балалары, бик эскеләре кил­мә­һә лә, әсәһенең һүҙен йыҡма­йым, тип көсләп айран һемерә­ләр. Бер мәл радионан “Таймас һыуы”н рекламалайҙар. Инәй йүгереп килеп, радиоалғыстың тауышын аса ла:
– Бына, тыңлағыҙ, тағы ла ҡай­маҡ һыуын маҡтайҙар...

Р.БАЙМӨХӘМӘТОВ.

Автор:
Читайте нас: