+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сыбыртҡылы түрә

Рәүеф ХӘКИМОВ (Юмореска) Икеһе ике ауылда ғүмер ки­се­реүсе Хәмит менән Фәрит күп­тәнге дуҫтар. Ауылдары­ның араһы биш саҡрымдан артмаҫ, ә бына йәшәү рәүештәре бер-бе­ре­һенекенән бишләтә артыҡ. Ни тиһәң дә, ике ҙур ауыл ике ҙур колхозды тәшкил итә. Хәмит йәшәгән ауылда – райондың уртаса колхозы «Сат­ҡы», ә Фәриттекендә – районда ғына түгел, бөтә республикала бил­дәле алдынғы «Ғәҙел тормош» ху­жалығы.

Сыбыртҡылы түрә
Сыбыртҡылы түрә

«Сатҡы» бик алға киткән колхоз булмаһа ла, бындағы халыҡ иркен йәшәй. Сөнки колхоз рәйесе халыҡ араһынан сыҡҡан ябай кеше, колхозсыларына ҡаты бәрелеп, ар­тыҡ талапсанлыҡ күрһәтеп ыҙа­латмай. Шуға күрә, колхозға ла, үҙе­нә лә эшләргә өлгөргән «сат­ҡы­сы­лар» шаҡтай мул тормош менән айырыла.
Ә бына «Ғәҙел тормош» та ки­реһенсә: колхоз серегән бай булһа ла, халыҡтың шәхси тормошо иҫ китерлек түгел. Сөнки колхоз тип йән атҡан рәйестәре, үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, «партия һалдаты» Нурғәли Ғәлиевич ябай кешегә бик көн күр­һәтеп бармай. Бер заман хатта шуға барып етте – халыҡ урлаша тип, шәхси ихаталарҙағы арбаларын «конфисковать» иттерҙе. Ниндәй законға таянып эшләгәндер – бы­ныһын үҙе генә белә. Хәйер, дыуамал һәм дорфа бәндәгә ниндәй закон инде ул – ундай кеше, ғәҙәттә, алланан да ҡурҡмай. Ә уларҙан ҡурҡалар! Сөн­ки ҡулында власть! Бер нисә кешене судлашып, төр­мә­гә лә тыҡ­тыр­ҙы. Штраф һа­лыуҙа­рын һөй­ләп то­ра­һы ла түгел. Шуға ла «Ғәҙел тормош» колхозсы­лары­ның үҙ рә­йес­тә­ре­­нән ҡото оса – Ғә­ли Ғәлие­вичтың күҙлеге ялтырап китеү етә, меҫ­кендәр ер тишегенә керерҙәй була.
– Нимәһенән шул саҡлы ҡурҡ­аһығыҙ һуң һеҙ уның?! – тип аптырай Хәмит Фәрит дуҫының уҫал колхоз рәйесе тураһында һүҙ сығыу менән ҡал­тырана башлауынан көлөп.
– Һиңә көлкө! Үҙең уның ҡул аҫ­тында булмағас, – тип үпкәләй быға ҡаршы «Ғәҙел тормош»тан күптән биҙгән Фәрит.
– Иҫегеҙ киткән икән – «уҫал рә­йес», имеш! Ә теләй­һеңме, мин уны үҙемдең урын­ға көтөүсе итәм?
– Булмаҫтайҙы һөйләмә! Тел һө­йәк­һеҙ тиеүҙә­ре һинең хаҡта икән... – Фәрит быға ҡаршы ҡул ғына һелтәй.
– Ә һин ҡулыңды һелтәмә, һин уны миңә табан һуҙ һәм әйт: «Әгәр уға сыбыртҡыңды тоттора ал­һаң, минән бер ярты!»
– Һи, таптың һүҙ: әгәр һин быны булдыра ал­һаң, минән бер йәшник араҡы һәм өҫтәп бер һарыҡ – закус­каға!
– Күберәк булмаҫмы һуң?
– Ярай, улайһа, бир «биште»! Килештек, ә ҡасан беҙҙең рәйестән кө­төүсе яһарға йыйынаһың?
– Теләһәң, иртәгә үк – иртәгә какрас минең ауыл көтөүендә сиратым да... Иртәгә ике колхоз сигендә, юл­дың аҫтындағы таллыҡтарға ҡасып, күҙәтерһең, ә мин шул юлдың өҫ яғын­дағы яланда, һеҙҙең колхоздың иген баҫыуы янында көтөү көтөрмөн.
***
«Үлем хәлендәге» көтөүсене да­уа­ханаға оҙат­тырған Ғәли Ғәлие­вичҡа ер­ҙә аунап ҡалған сы­быртҡыны алып, бойҙай баҫыуын баҫҡан малды ҡыуалауҙан башҡа сара ҡалмай. Ахмаллаға төшөп, көтөүҙе баҫыуҙан сығарғас та әле, ике сәғәтләп күрше ауыл көтөүен һаҡларға тура килә уға. Бына шулай данлыҡлы рәйестән көтөүсе яһай этлеккә маһир Хәмит. Быны үҙ күҙҙәре менән күргән Фәрит башта эсен тырнап көлгән, һуңынан ултырып илаған икән тип һөйләйҙәр.

Автор:
Читайте нас: