+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер үҙемә ике бисә

Күк эшләпәмде ҡырын һалып, алтын йү­гер­телгән сәғәтемә ҡа­рай-ҡарай, эштән ҡайтып киләм. Шатлығым үпкә-бауырыма һыймай. Етмәһә, ҡултыҡ аҫ­тымда – никель хәрефтәр һуғылған ҡыҙыл папка... Шул хәтле хөрмәт! Ундай хөрмәт теләһә кемгә тәтемәй шул. Ә бына миңә эләкте!

Бер үҙемә ике бисә
Бер үҙемә ике бисә

Фильтрлы сигаретымды ауыҙыма ҡаптым:
– Өф-ф! Ну, ҡатын! Һөйөнөслө хәбәрҙәр менән ҡайтып киләм бит!..
Үҙем дә һиҙмәҫтән эсемдән таҡмаҡ көйләйем:
Йылтыр-йылтыр уттар яна,
Беҙҙә түгел – кантурҙа,
Беҙҙең күңел ҙурҙа түгел,
Ун һигеҙ йәшлек матурҙа...
Урам сатында ыҫпай ғына кейенгән бер ханым арлы-бирле йөрөй, ул кемделер күҙәтә-һағалай кеүек ине. “Кемделер” тигәне... мин булып сыҡтым. Уның янынан үтеп бара инем, ул кинәт кенә мине ҡултыҡлап алды. Ҡулын алып ташламаҡсы ит­кәйнем дә, һурылып сыҡманы. Тағы ла ҡатыраҡ сат йәбеште был:
– Тынысланығыҙ, Вәхит Сабитович... Бөгөнгө кистән башлап бер ҙә айырылышмабыҙ... Яҙмыш шулай ҡуша!
– Кит! Кит!.. Китегеҙ! – тинем мин туҙына башлап.
– Китә алмайым, бер нисек тә китә алмайым, – тине ул көлөмһөрәп. – Һиңә минән уҙмыш юҡ инде. Мин һинең – Ләйләң, ә һин – минең Мәж­нүнем!
Бына һиңә мә! Был ниндәй кәмит тағы? Әле эңер төшөп тә өлгөрмәгән. Мин, һағая төшөп, ти­рә-йүнгә күҙ һалдым: таныш-белештәр, түтәй-мүтәйҙәр осрамағайы! Шундуҡ хәләл ефетемә ет­керерҙәр. Елбәҙәк туташтар менән сыуала башлаған был, тип. Күрерһең унан күрмәгәнеңде!..
– Ниңә телһеҙ ҡалдың? Ана бит йөҙөң ҡасҡан... Шөрләмә! Ҡатының рәхмәттән башҡа һүҙ әйтмәҫ..
– Нисек инде әйтмәҫ! Мин бит...
– Эйе, һин бит, һин!
Ул йәһәт кенә минең теш араһынан сигаретымды йолҡоп алды ла ергә ырғытты:
– Ни ғүмер шул никотинды һурырға була?! Бөгөндән үк ташлатам!.. Бысағыма кәрәкме ул! – тине. Һәр хәлдә, көнөнә ете сигареттан ары тартмайһың. Шул һиңә ми­нең әмерем.
– Ха! Әмер, имеш!
– Әмер шул: бөгөндән башлап аҡсаларыңды ла пыран-заран туҙҙырырға ирек бирмәм! Көнөнә 50 тәңкә – шуға риза бул! Быныһы кеҫә расходтары. Симешкә, кәнфиткә, һуттар эсергә, ә ҡалған аҡса ашарыңа... Иткә, майға, йомортҡаға... Кейем-һалымың әлегә бар, йәйгә – һалам эшләпә, ҡыҫҡа еңле күлдәк, аяғыңа – босоножка алырбыҙ. Көҙгә табан күҙ күрер... Әйтермен нимә алырға.
– Ҡара, ҡара һин быны!..
– Ҡара-ҡарама, әйттем – бөттө! Тағы шуныһы: бөгөндән үк араҡының “а” хәрефен дә күрмәҫһең!
– Ә-ә-ә!
– ”Ә” лә түгел, ”б”ла түгел – ҙур байрамдарҙа ғына бер бокал шампан. Шул булыр һинең нормаң!
– Һин мине бөтөнләй!.. Әллә мине суфый тип белдеңме?
– Cуфый тигәндән, бөгөндән үк туҙға яҙмаған йыр-таҡмаҡтарыңды онот! Яңы ғына нимә көйләй ине, ә?
Хәтерләмәйем... Көйләмәнем шикелле.
– Шикелле түгел – ун һигеҙ йәшлек матурҡай... Онот ул матурҙы! Уҙҙы инде ул замандар! Ҡаты­ның, балаларың тураһында күберәк ҡайғырт!..
Мин, нимәлер әйтмәксе булып, ауыҙымды ҡабат асмаҡсы инем дә, асырға өлгөрә алманым.
– Етте! Туҙынма! – тип ауыҙымды томаланы. Пинжәк еңен ҡайтарып сәғәтемә күҙ йүгерттем.
– Ашығайыҡ! Ҡатының Әнисә күптән көтәлер инде...
– Әнисә?! Ҡайҙан беләһең һуң минең ҡатынды? Әллә танышмы ул һиңә?
– Өйгә ҡайтабыҙ бит. Танышырмын инде. Табын янында...
Ул мине таныш тыҡ­рыҡ­тан өйө­мә табан ашыҡ­тырҙы. Бына ҡайтып та еттек. Ишекте, май айының иң матур көнө кеүек йылмайып, хәләлем Әнисә асты. Башта ул, ҡулдарын һуҙып, мине ҡосаҡлап алды ла, ”суп-суп” итеп үпте лә, әлеге миңә эйәреп килгән ханымға табан боролоп:
– Рәхим итегеҙ! Һис тә тартынмағыҙ. Түргә, та­бын янына уҙығыҙ. Беҙҙең фатир – һеҙҙең фатир!..
Өҫтәл уртаһында илаһи матур итеп биҙәл­гән торт ялтырай, уның бер ситенә йәшел крем менән һиптереп яҙылған “60” һаны емелдәй ине. Ул емелдәп кенә ҡалманы, гүйә мине ҡотлап, шаян ғына күҙ ҡыҫҡылай ине...
Бына шулай йәмәғәт. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Теләйһеңме, юҡмы, шул көндән башлап, мин ике ҡатын менән йәшәй башланым. Беренсеһе – һөйөклөм Әнисә булһа, ә икенсеһе әлегә лә баяғы туташ инде. Исемен дә әйтәйем инде бер баш­лағас... Юҡ, юҡ, йырҙарҙа йырлана торған Райхан да, Сәлимәкәй ҙә түгел... Уның исеме яп-ябай. Ҡасан да булһа һеҙ ҙә уның менән таны­шырһығыҙ әле. Ә исеме уның.... Пенсия!..

Вәхит МОНАСИПОВ.

Фото: volgograd.kp.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: