+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өйрәнеү

(Фельетон) – Әсәй, уф үләм, бер яртылыҡ ҡына аҡса бир әле.– Әсәй, тәмәкелек кенә ...Улы Андрей Новичковтың көн дә шулай теләнселәүенән тамам биҙ­гән әсәһе йәнә бер үк һүҙ­ҙәрҙе теҙҙе:– Эй, балам, балам, күпме былай ел ҡыуып йөрөргә була һуң?! Миндә лә бит Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ. Инде үҙеңә аҡса эшләргә ва­ҡыт, кешенән оят бит!

Өйрәнеү
Өйрәнеү

Утыҙын үтеп тә әле һаман ар­ҡы­рыны буйға әйләндереп һа­лыр­ға ашыҡмаған малай тағы таҫма тел­ләнде.
– Ну, әсәй, тағы башланың инде шул нотацияларыңды. Ярай, ярай... Ялҡыттың бит инде.
Әсә улының күҙҙәре шешенеп, ауыҙҙары салшайып киткән йө­ҙөнә ҡарап ҡурҡып уҡ ҡуйҙы. «Уй, бәпес­кенәһе әллә нишлә­гәнсе, бер-бер хәл булып ҡуй­ма­һын». Ул кеҫәһенән һуңғы һум­дарын соҡоп сығарҙы.
– Мә!
Башын йүнәтеп, бер сама кеше һымаҡ булғас, Андрей уйға ҡал­ды. Әсәһе дөрөҫтө әйтә түгелме? Ысынлап та, аҡса тапмаҫлыҡ әкәй-шөкәй кеше түгел дә, буй тиһәң, буйы, уҫ­лаптай йоҙроҡ­тары бар.
Көндәрҙең береһендә ул магазинда кәшүлеген соҡоп торған ҡатынды күрә лә күҙҙәре ятлап китә һәм, бесәй етеҙлегендә ялп итеп, уның янсығын алып та тая. Әммә йыраҡҡа ҡаса алманы – милиционерҙар унан да со­сораҡ булып сыҡты. Бер аҙ төрмәлә ял итеп сыҡҡас, Андрей йәнә шул уҡ йырын йырлай башланы.
– Әсәй, баш ҡутарылып килә, бер яртылыҡ ҡына...
Ни эшләргә белмәгән меҫкен әсә тағы шул уҡ һүҙҙе ҡабатланы:
– Балам, үҙеңә аҡса эшләргә ва­ҡыт...
Андрей йәнә мәлен эҙләргә тотондо һәм тапты. Юҡҡа ғына мәк­тәп­тә бөтә стена гәзиттәрен эшләргә уға ҡушмай торғайны­лар. Хатта һүрәт төшөрөү буйынса уға еткән кеше юҡ ине. Шулай итеп, Андрей, ысынлап та, аҡса эшләй башлай. Әлбиттә, ун һум­лыҡ, йөҙ һумлыҡтар менән бысранып торманы, шундуҡ бер мең­лек­тәрҙе эшләй һәм хатта яҡшы килеп сыға. Егет ҡыуанысынан: «Бына бит булдыра алам», – тип усын – ус­ҡа һуға. Әммә уның ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы. Магазиндар буйлап тәмә­ке, йә баш­ҡа нәмә алып йөрөгәндә ҡаптыр­ҙылар ҙа ябып та ҡуйҙылар.
Хәҙер аҡсаны башҡа төрлө эшләр­гә кәрәклеген аңлар, мо­ғайын, Андрей.

В. АЙҘАРОВ.

Автор:
Читайте нас: