+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең яҡ мәҙәктәре

“Кот хин кот”Йылайыр ауылында концерт бара. Конферансье: – Ә хәҙер иғтибарығыҙға “Кот хин кот” йыры. Залдағылар аптырышып, шыбырлаша башлай. Алып ба­рыусы:– Был нимә булды әле? – тип уйлай ҙа, сәхнә артында юғала.

Беҙҙең яҡ мәҙәктәре
Беҙҙең яҡ мәҙәктәре

Шул саҡ йырсының “Көт, һин, көт, иркәм мине”– тип йыр­ла­ғаны ише­телә. Баҡ тиһәң, кон­ферансьеның тексы компью­терҙа башҡорт шрифты бул­мағанлыҡтан, урыҫ хәрефтәре менән йыйылған икән.
“Әбейгә бар”
Хәйбулла районында була был хәл. Һигеҙенсә тиҫтәһен ҡыу­ған Рауил ҡарт сирләп киткәс, участка дауаханаһына бара. Врачҡа ул ерем ауырта, был ерем йонсота, тип туҡтауһыҙ зарлана икән.
– Олатай, әбей-төбөйҙәргә бар­ма­ныңмы әле?
– Ҡайҙан?! Ауырыта бит...
Шунан алып ул яҡтарҙа ҡарт­тар ауырыйым, тиһә “әбей­ҙәргә бар”– тигән һүҙ йөрөй.

Г. CАФИНА ишетте.

“Һайғауы һирәк”

Элегерәк Баймаҡ районында булған хәл. Совхозда кассир булып эшләгән мәрйәне Бай­маҡ ҡалаһына бер машинаға ултыртып ебәргәндәр. Водитель үҙенең дуҫы менән булған. Юл буйы был икәү үҙ-ара башҡорса теге мәрйәнән көлөп киләләр икән. Шофер:
– Был бумалабаш аңлап ҡуймаһын, һайғауы һирәк тү­гелме икән? – тип ҡуя. Шул саҡ теге ҡатын сатнатып башҡортса:
– Һайғауым һирәк, төшөп китмәгеҙ!
Ике ир-егет телен тешләй.

Г. ЙӘҮҘӘТОВА.  

“Беременный”

Бер ирҙе объездчик итеп ва­ҡыт­лыса эшкә алғандар. Ул күр­ше Этҡол ауылының малдарын бикләп ҡуйған. Этҡолдар тегене тотоп туҡмай башлаған. “Ҡус­тылар, тей­мәгеҙ миңә! Мин беременный. Ебәрегеҙ!”, – ти икән. Тегеләре аптырашып туҡтап ҡалған. Баҡһаң, ул временный, тип әйтмәксе булған.

Фәрзәнә МӨХӘМӘТШИН.

 

Автор:
Читайте нас: