+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетең булмаһа...

(Хикәйә) Бәхетең булмаһа, юҡ икән ул, йәмәғәт. Бына мин үҙем тыумыштан бәхетһеҙ. Бә­хет күрәме ни дүшәмбе көн тыуған кеше? Етмәһә – ун өсөн­дә!

Бәхетең булмаһа...
Бәхетең булмаһа...

Минең йәшәйеш менән ҡыҙыҡ­һынһағыҙ, тормошомдо мин былай алып барам. Иртән торғас бут­ҡа бешереп ашайым. Аңла­шы­ла инде, сәй ҙә эсәм. Сәй­ҙе сәйнүккә бер ҡалаҡ ҡына һалам. Дөрөҫ, мин үҙем ҡаты сәй эсергә яратам, ләкин нәф­сегә баш бир­мәйем, бер сәй ҡа­лағы ла бик еткән. Ашап ал­ғас, һунарға сығып китәм.
Йыш ҡына мин һунарға сыҡҡан­да, күршегә машина менән аҙыҡ-түлек килтерәләр. Ниҙәр генә юҡ. Халыҡ беҙҙә ҡот осҡос күп ашай. Түшкәһе-түшкәһе менән һа­­рыҡ ите, әллә нисә ҙур ҡаҙ, төр­лө-төрлө балыҡтар. Ыҫланған ба­лыҡтар эре, майҙай ялтырап тора. Балыҡты йәшниге менән индерәләр. Ҡайсаҡ ҡаҙ урынына өйрәк була. Уның өҫтөнә тарт­маларҙа мандариндар, персиктар, алмалар һәм әфлисүндәр ташыйҙар.
«Ниңә күп ашай был күрше?” – тип уйлайым. Шул саҡлы ризыҡ килтерәләр. Балалары ла берәү генә бит. Дөрөҫ, күрше ғәләмәт йыуан кеше. Үҙе генә түгел, ҡа­ты­ны ла йыуан, берҙән-бер улдары ла йыуан. Ләкин шул саҡлы ризыҡты нисек ашап бөтөрөләр икән? Аҙна һайын ошо «Газель» менән күпме ризыҡ килтерәләр бит. Яуап таба алмайым мин был һорауҙарға.
Минең күрше сауҙагәр. Ул, яңы заман килгәс, ике магазин асып ебәрҙе. Йыл һайын улар ял итер­гә сит илдәргә сығып китә. Йә Канар утрауҙарына, йә Га­вайға. Бәхетле кеше инде күрше. Яҙ­мыш кешегә бәхетте бирһә бирә бит. Минең ял йортонда ла бул­ғаным юҡ.
Ләкин мин тәмле колбасалар, ҡыйбатлы сырҙар һәм башҡа нәмәләр бушатҡанды оҙаҡ ҡарап тора алмайым. Эшем бар. Һу­нар­ға сыҡҡан кеше бит мин. Һунар тигәнем – буш шешә йыйыу. «Мех йыйыусы» тибеҙ үҙе­беҙ­ҙе үҙебеҙ. Ҡалала мех йыйыу­сылар мин генә түгел. Ва­ҡы­тында сыҡмаһаң, буш та ҡала­һың.
Төшкө аш еткәнсе шешә йыйып йөрөйөм. Бәхетле көндәрҙә ун­ға етә табыш. Ҡайһы ваҡыт биш-ал­ты менән дә ҡай­там. Саф һау­ала йөрөй торғас арытыла, аппетит асыла төшә. Бүре кеүек ашайым. Төшкө аш­ты ашарға ваҡыт еткәнен сәғәт­һеҙ ҙә тоям.
Өйгә ҡайтып, һауытҡа ике сү­мес һыу ҡоям да, бер үҙемә бер сүмесе лә етер ине лә, ләкин ҡай­нау өлөшө бар, газды шырпы һыҙып ҡабыҙып, һауытты пли­тәгә ултыртам. Шырпы тиҙ бөтә. Ҡайһы бер кеше уны икегә ярып, бер шырпынан ике шырпы яһап, ике тапҡыр ҡуллана тип ишет­кәнем бар, ләкин мин ваҡ кеше түгел, улай булыш­ҡаным юҡ. Унан һыуға кәбеҫтә тондорам да (кә­беҫтәне мул һалам, йәллә­мә­йем), бәрәңге әрсей башлайым. Өс бәрәңге әрсейем. Аша­ғас ашарға кәрәк, ниңә йәлләп то­рорға үҙеңдән ризыҡты. Бә­рәң­ге бешергә ун минут ҡала, туҡмас һалам. Тауыҡ йо­мортҡаһы ҡушып эшләнгәнде. Туҡмастың мин гел ҡыйбатлы­һын алам, аҡсаны йәлләмәйем.
Оҙаҡламай аш бешеп сыға. Күп йөрөп арытылған, ҙур аппетит менән ашарға ултырам. Туйғас, кәйеф күтәрелә. Диванға ял итергә ятам. Эшкә бараһы юҡ. Пенсияға сыҡҡаныма – һигеҙ йыл. Пенсия алаһы көн булһа, йоҡла­майым, көтәм. Улай элекке за­мандағы кеүек тотҡар­лаған­дары юҡ, көнөндә килтерә­ләр. Урта йәштәрҙәге ҡатын килеп керә лә: «Һеҙгә бер ус аҡса кил­тер­ҙем», – тип йылмая. Биш мең дә биш йөҙ һумды сутлап алам. Артыҡ та түгел, кәм дә түгел. Пенсияны арттырып торалар. Үткәнендә йөҙ ҙә биш һум­ға арттырғандар.
Теге пенсия таратҡан ҡатынға: «Мул өҫтәгәндәр», – тинем. «Ике йөҙгә пенсияһы артҡан пен­сионерҙар ҙа бар», – ти. Ғә­жәп­ләнмәнем дә. Хөкүмәт белеп эш­ләй. Ундай кешеләр пенсияны былай ҙа күп алалар. Улар ҙур аҡса тотоп өйрәнгәндәр. Уларға ике йөҙ ҙә әҙ. Минең ише минимумда ултырғандарға егерме бише лә күп. Аҡсаның тинен дә сутлап тотам мин. Шуның өҫтөнә кәсебем дә бар. Шешә йыям. Аяҡтар йөрөгәндә, бүлмәлә тик кенә ятмайһың бит.
Киске аш та етә. Кис менән мин бер стакан сәй генә эсәм. Бер һыныҡ икмәк менән. Киске ашыңды дошманыңа бир, тиҙәр­ме әле. Шулай тигәндәр бит аҡыл эйәләре. Унан телевизорҙы асам. Ләкин нимә күрһәткәндәрен иғ­ти­бар биреп кенә ҡарай алмайым. Уйландыра. Икмәккә, сәйгә, шәкәргә хаҡ артып тора. Утҡа, һыу­ға, газға, торлаҡҡа ла ар­та бара. Шешәгә бер ҙә артмай. Ҡайҙан аҡса еткерергә. Ошо бер уй һәр көн башымдан сыҡ­май. Әйҙә иткә хаҡ артһын да инде. Ит теләһә күпме булһын, минең эшем юҡ, мин уны барыбер аша­майым. Холестрин күп тиҙәр бит иттә. Күрәләтә үҙеңде ағыулап булмай бит.
Иртә менән күрше йортта илашҡандары ишетелде. Йә Хоҙа, күршем үлеп кит­кән. Ашап ҡына ултырғанда артҡа ҡолаған да ҡуйған. Яңы ғына 50 йәшен ҙур­лап үткәр­гәй­неләр. Өс көн уйланып йөрөнөм был хаҡта. «Әллә, – тип уйлайым, – үлем ми­­ңә килеп, ишектәрҙе яңы­лышып, теге сауҙагәрҙе алып киттеме икән?» Һуңынан ғына белдем, йөрәге насар булған икән күршенең. Май баҫҡан. «Миңә лә үлем килер әле, – тип уйлайым. – Берәй сирем барҙыр әле». Кеше булғас, сире лә бу­лырға тейеш бит инде. Тик бер ерем дә ауыртмай, ҡәһәрең. Әмәлгә ҡалғандай, бөтә ағзала­рым, йәш саҡтағы кеүек, тейе­шен­сә эшләй. Бил дә һыҙла­май, аяҡ-ҡулдар ҙа имен-аман, баш та ауыртмай, исмаһам. Аш­ҡаҙаным да бына тигән эшләй. Тик шулай ҙа берәй сирем бу­лырға тейештер. «Врачҡа барып күренәм», – тип уйлайым.
Барҙым поликлиникаға. Кер­ҙем. Утыҙ йәштәрҙәге күҙлек кейгән бер ир.
– Нимәгә зарланаһығыҙ? – тине.
– Шайтан алғыры. Бер ерем дә ауыртмай, – тинем.
– Улай булғас ниңә килдең һуң? – ти был ғәжәпләнеп.
– Берәй сир тапмаҫһығыҙмы икән тип килдем әле. – Минең дә берәй сирем булырға тейештер бит.
Йөрәк менән үпкәне тыңлап ҡараны. Ҡан баҫымын үлсәне. Ятҡырып, эскә һуҡҡылап алды ла, башын сайҡап ҡуйҙы.
– Һеҙгә нисә йәш? – тип һорай.
– Алтмыш һигеҙ, – мин әйтәм.
– Был бик ғәжәп, – ти табип.
– Һирәк осрай торған сирем бармы ни? – тип һорайым шатланып.
– Организмығыҙ ҡырҡ йәшлек таҙа ирҙеке кеүек, – ти был. Йөрәгегеҙ сәғәт кеүек эшләй, үпкәгеҙ таҙа. Тағы ҡырҡ йыл аяҡ тибеп йәшәйәсәкһегеҙ. Сәләмәт тормош алып бараһығыҙ күрә­һең. Саф һауала ла йыш була­һы­ғыҙҙыр. Таҙа булыуығыҙҙың сәбәбе шуларҙыр тип уйлайым.
– Йә Алла! – тинем быны ишеткәс тә.
Минең өҫкә бер биҙрә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни. Бөтә тән буйлап һалҡынлыҡ йүгерҙе. Күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Шундай ҡайғылы хәбәр ишетә­һем дә бар икән. Кемдең ҡәһәре төшкән икән башыма.
– Һау булығыҙ, – ти врач миңә.
Сығып киттем. Врач янында ҡалып булмай бит инде.
Ҡайтып барам өйгә күңелһеҙ генә. «Кешенең бәхете булмаһа, булмай икән», – тип уйлайым. Бәхетле кешеләр илле йәшен­дә теге донъяға китә бит. Ә миңә тағы ҡырҡ йыл ошо тормошто алып барырға кәрәк әле. Күҙгә йәш тығылды. Ләкин яҙмыштан уҙмыш юҡ шул.

Автор:
Читайте нас: