+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мамонт теше

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА (Булған хәл) Килде бит замана, ә? Элек мин йөҙ утыҙ һумлыҡ эш хаҡына ғаиләм менән бер ай иркенләп йәшәй инем, хәҙер кибеткә бер кереп сығырға ла етмәй ул аҡса. Ярты кило колбаса алырға була инде былай, осһо­ҙорағын.

Мамонт теше
Мамонт теше

Шул етешмәгән донъя инде, талаштыра ла, бәғзе мәл яраштырып та ҡуя. Ана, әллә кемдең ире Себер­ҙән тоҡлап аҡса алып ҡайтҡан, әллә кемдеке хатта Кам­­чаткаға сығып киткән, фәлән дә төгән.

Аптырағас, бер көндө төҙөлөш­кә эшкә төштөм. Арыу ғына хеҙмәт хаҡы ҡуйҙылар ҙа ул, тик әлеге бер минутҡа һуңларға ла ярамай, тәмәке тартыу рөхсәт ителмәй, төшкөлөктө ыңғай ғына йотабыҙ. Аҙ ғына илке-һалҡы ҡыланғаныңды күрһәләр – штраф. Күптәр ай аҙағында хатта бурыслы булып ҡала әле. Мине ҡатын ҡаты тота: һуңға ҡалма, алдан ҡайтма, бына һиңә ризыҡ, ашайым, тип, эштән туҡтама. Көн һайын инструктаж үткәрә.
Үҙем эшләп йөрөйөм, үҙем һаман баш ватам: нисек берәй байыу юлын табырға? Тәүге эш хаҡынан өс йөҙ һум йәшереп алып ҡалып, лохотронда ла уйнап ҡа­раным, булмай бит булмағас. Һуңынан ҡатын һиҙеп ҡалып, ыу-арама килдек.
– Хөштөмһөҙ! – тип битәрләй бисә. – Әпен-төпөн алған аҡсаң­ды ла беҙҙән йәшерәһең!
Мин дә бирешмәнем. Ике сынаяҡ, бер тәрилкә ҡор­бан булды ғаилә яуында, бер килке бер-беребеҙгә ҡа­рағыһыҙ булып йөрөнөк. Кискә йөҙө бер аҙ яҡтырҙы тегенең.
– Бүтәнсә улай аҫтыртын эш ҡылып йөрөмә, – ти, мин ризалашып баш ҡағам. Шулай килешеп киттек.
Байығыу хаҡындағы хыял йөрәкте өтөп бара бит, әй. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тип халыҡ дөрөҫ әйтә икән, баштан һөйләйем әле.
Көндәрҙән бер көн төҙөлөшкә ҡом алып килделәр. Күрәм, машина бушатҡанда күҙгә бер нәмә салынды бит. Ҡулға алдым тегене, һәлмәк кенә үҙе, терһәк буйлы булыр.
– Был бит мамонт теше! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Мөтиғулла.
– Ысынмы?! – Штраф тигән­дәрен дә онотоп, эргәгә егеттәр йыйылды.
– Сереп байыйһың икән былай булғас, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Сәмиғулла.
– Берәй музейға һат уны, ҡим­мәтерәк һора, алда­маһындар.
– Күпме бирерҙәр икән?
– Ике миллион ярым ғына булыр, был бит тарихи экспонат!
– Беҙгә лә өлөш сығарырһың әле, төҙөлөш уртаҡ бит.
– Хәҙер һиңә өйҙә түшәмгә төкөрөп кенә ятһаң да була инде...
Китте шау-шыу, мамонт те­ше­нә хаҡ билдәләп, “зыҡ” ҡубабыҙ, әйтәйем. Ярай әле, түрә-ғара күренмәне, егеттәр яйлап таралышты. Ә мин теге мамонт тешен ҡулдан ысҡындырырға ла ҡур­ҡам. Берәйһе айыу майы һөртһә, ҡалайтырһың? Индем теште ҡосаҡлап дирек­торға. Уның да мамонт тешен күргәне булмаған икән, тотоп-тотоп ҡарай, еҫкәп тә алды ул арала.
– Нишләргә уйлайһың? – ти был.
– Миңә хәҙер һатып алырҙай музей табырға кәрәк, – тием.
– Мин һине эштән ебәрә алмайым, үҙең ҡара, – ти директор.
Һиҙеп торам, көнләшә. Үҙенән байыраҡ булғанды кем яратһын. Ҡыҫҡаһы, шул көнө үк эштән киттем. Өй­гә теш күтәреп ҡайтып ингәс, ҡатын бер аҙ ап­тырабыраҡ торҙо ла:
– Ошо нәмәгә шулай күп аҡса түләйҙәрме? – тип һораны. – Бер ҙә ышана алмайым, кемгә кәрәк ул теш?
Бисәләрҙең сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа тип бик аҡыллы кеше әйт­кәненә йәнә бер инандым. Тик һүҙ көрәштереп торманым: мин хәҙер бай. Ике ҡатлы йорт һалып, үҙеңә бүләк иткәс, белерһең әле, тип кенә ҡуйҙым.
Кискелекте ашағас, ҡағыҙ-ҡә­ләм алып, иҫәпләргә ултыр­ҙым. Төҙөлөш рәтен беләм бит инде, кир­бес-фәләнгә, таҡтаға, сөйөнә күпме китәсәген иҫәпләп сығар­ҙым. Үҙ ҡулдарың менән һалған йортҡа бер нәмә лә етмәй, шуға күрә проект буйынса үҙем төҙөр­гә ҡарар иттем. Шулай ҙа эргәлә бер-ике ярҙамсы кәрәк булыр.
Йәһәт кенә ауылда йәшәгән ҡустыларға шылтыраттым. Улар аптырап ҡалды. «Аҡсаһын алдың­мы?» – тиҙәр. «Алам инде, иртәгә музейға барам», – тием. «Ярай, барып етербеҙ», – тип ихлас ризалаштылар.
– Әҙерлән, бисәкәй, өмәгә ҡәйнештәрең килә, – тием ҡатын­ға. – Һыныҡ яҙа торған эсемле­геңде лә әҙерләп ҡуй.
– Тыумаған ҡолондоң билен һындырып ҡуйма, – ти ҡатын иҫе китмәй генә. – Иләнмәгән-һу­ғыл­маған, ҡайным, һиңә бер ыштан...
Үтте ғүмер ошо әсе тел менән, тик ҡа­лай­таһың, үҙе ҡолаған иламаҫ, тиҙәрме әле?
Йортҡа китәсәк аҡсанан байтаҡ артып ҡала әле. Берәй сит ил ма­шинаһы алып ебәрһәм... Унан да ҡала. Тимәк, банк иҫәбенә процентҡа һалырға кәрәк. Иртәгә үк юл ыңғайы һаҡлыҡ кенәгәһе астырмай булмаҫ. Процентҡа ғына йәшәй ҙә ятаһың һуңынан. Эш юҡ, көш юҡ, рәхәт.
Саҡ аттырҙым таңды. Төнө буйы төрлө пландар, төрлө хыялдар тынғы бирмәне. Йөрәк йырлай. Үҙем көйләйем. Бисә әҙерләгән сәйҙе һемерә һалдым да, мамонт тешен сумкаға һалып, сығып киттем. Автобуста хазинамды күк­рәк­кә ҡыҫа биреберәк тотоп барҙым, бурҙар күп, белмәҫһең...
Музей директоры сәғәт ун берҙәргә генә килде. Ол­пат ҡына кәүҙәле ханым икән. Эйәреп бүлмәһенә индем.
– Һеҙгә бик һирәк экспонат алып килдем, – тием эре генә. – Әгәр хаҡына килешһәк, ситкә китмәҫ, үҙе­беҙҙең республикала ҡалыр ине.
– Нимә һуң ул? – ти директор ҡыҙыҡһынып.
Сумканан мамонт тешен сығарам.
Ҡатындың күҙҙәрендә шаян осҡондар ялтлап китә. Әһә, тием, хаҡын төшөрмәксе. Шуға күрә мине әү­рәтмәксе була. Юҡ инде!
– Күпме һорайһығыҙ һуң был әйбергә?
– Кәмендә ике миллион ярым, шунан төшмәйем.
Музей директоры ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ике миллион ярым?! Һеҙ миңә был һөйәкте бүләк итеп бирһәгеҙ ҙә алмайым!
– Һөйәк түгел, теш! – тием бер аҙ үпкәләй биреп. – Нисек инде алмайһығыҙ?
– Бына шулай, ал-ма-йым! Әйҙәгеҙ әле... Директор мине коридор буйлап алып китте. Ни уй­ларға ла белмәй артынан барам. Бүлмәләрҙең береһен асты был.
– Ана, күрегеҙ!
Ынтылып ҡараным да йығылып китә яҙҙым: бүлмәлә бер өйөм булып мамонт теше ята ине.
– Нисәү кәрәк – алығыҙ, үҙегеҙгә бүләк итәм...

 

Автор:
Читайте нас: