+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ярай әле машина алғанбыҙ

(Хикәйә) Һәр бер кешенең күңелендә йөрөткән хыялы була. Төн­дәр буйы һаташтырған, уттан алып һыуға һалған татлы хыял Ғафуанда ла бар ине. Инде йәше иллене уҙ­ған ир машина алыу тураһында хыялланды. Ҡатыны ме­нән билде ныҡлап ҡыҫып быуып, тинләп аҡ­са йыйҙылар. Хә­йерсегә ел ҡаршы инде ул: заман уға гел арты менән боролоп тик торҙо, инде йыйылып бөттө ти­гәндә генә аҡса алмашынды, унан һуң хаҡтар артып китте. Заводта эшләүсе Ғафуан хаҡтар артынан йүгереп тә ҡыуып етә алманы...

Ярай әле машина алғанбыҙ
Ярай әле машина алғанбыҙ

Бына, ниһайәт, банктан кредит алып, туған-тыумасаға муйындан бурысҡа батып, «Жигули» алдылар. И-и ул машинаның матур­лығы, эсенән килгән бензин эҫе! Үләһең дә китәһең инде! Йорт янында торған сейә төҫлө ма­шинаһына һоҡланып туя алманылар.
Ҡатынын ултыртып, ГАИ-ла тер­кә­теп, номер алып ҡайттылар. Машинаны ул күҙ алдындараҡ тор­һон тип, тәҙрә ҡаршыһына ҡуй­ҙы. Беренсе төндө, ҡатыны ме­нән сиратлашып, һаҡлап сыҡ­тылар. Кешегә ышаныс юҡ бит, урлап алып кит­һәләр!
Ғафуан машина алыу өсөн, от­пус­кыға сыҡҡан ине. Иртән сәй эскәндә һөйләшеп кәңәшләш­кәс, көн һайын былай һаҡлап улты­рып булмаҫ, сигнализация ҡуй­ҙырыр­ға кәрәк, тигән ҡарарға килделәр. Улар кейенеп сыҡҡанда әле иртә, яҡтырып та өлгөр­мә­гәйне. Ма­ши­наның ишеген асып, ҡатынын ултыртты. Унан һуң ҙур ҡәнәғәт­ләнеү менән алғы тәгәр­мәсенә тибеп алды. Әкрен генә инеп маши­наһын ҡабыҙҙы, бер аҙ йылытып ултыр­ҙы. Шулай итергә кәрәклеге тура­һында китабынан уҡыған ине. Тиҙ­лекте ҡушып ҡа­рай, машина һел­кенмәй, нимә булыр был!
– Әллә ҡул тормозына ҡуйыл­мағанмы был? – тине ҡатыны. – Юҡ, рычаг төшөрөлгән.
Машинанан төшөп, уны әйлә­неп сыҡты.
– Э-эх, яуыздар – артҡы тәгәр­мәстәре юҡ бит!
Икеһен дә һалдырып, аҫтына кирбес ҡыҫтырғандар. Ир менән ҡатын ултырып ҡына иламанылар.
Бер аҙ тыныслана төшкәс Ға­фу­ан тәгәрмәс алырға кибеткә кит­те, ҡатыны машинаны һаҡлап ҡал­ды. Бер сәғәттән ул манма тиргә батып, тәгәрмәс күтәреп, килеп етте. Берҙе алған, икен­сеһенә за­пастағыһын ҡуйҙылар.
Йәнә машинаға инеп ултыр­ҙы­лар. «Жигули» бер-ике «сөс­көр­ҙө» лә һүнде. Бензин күрһәтеүсе при­борҙа ҡыҙыл ут яна, тимәк, теге яуыз­дар бакты бушатҡандар. Ҡы­ҙарынып-бүртенгән Ғафуанға канистр күтәреп, заправкаға китеү­ҙән башҡа сара ҡалманы. Бактың ҡапҡасы юҡ! Бензин һалып маши­наһын ҡабыҙҙы ла баҙарға китте. Яңы ҡапҡас алды.
Сервисҡа барып, сигнализация ҡуйҙырҙылар. Унан һуң милиция­ға барып, ғариза яҙҙылар.
– Ағай, машинаңды страховать итергә кәрәк, – тине мыйығы ла сыҡ­­маған лейтенант. – Ә тәгәр­мәстәреңде эҙләп ҡарарбыҙ...
Страховкалаусы ойошмала ха­лыҡ күп ине, сират. Унан һуң ойошма төшкө ашҡа ла туҡтап алды. Ға­фуан ҡатыны менән сиратта алмашлап торҙолар. Ниһайәт, сәғәт дүртенсе ярты­ларҙа, сират улар­ға ла етте.
Ҡарын ас. Эстә бүреләр олой – ҡатыны менән кафега инеп, тамаҡ ялғап сыҡтылар. Тамаҡ туйғас, кәйефтәре лә бер аҙ күтәрелде.
– ЮХХДИ инспекторы, сержант Петров, һеҙҙең документта­рығыҙ!
Ғафуан ҡурҡып китте, уның янында милиционер баҫып тора ине. Ул ярамаған урында туҡта­ған­һың тип штраф сәпәне. Штраф­­ты фә­лән урындағы банкта түләйһең икән. Шунда китте­ләр.
Банкынан боролоп сыҡҡанда, үҙе лә һиҙмәҫтән, берәүҙең «Мос­квич»ын сыйҙырҙы. Машина ху­жа­һы үтә ваҡсыл бәндә булып сыҡ­ты.
– Әле буятҡаныма бер ай ҙа юҡ, әрәм иттең машинамды. Давай өс мең һумыңды, йә милиция саҡыр­табыҙ, – тигән була теге тутыҡҡан машина­һын һыйпап.
Ғафуан ҡатыны менән икеһе ке­ҫәләрен, сумкаларын аҡ­тарып сыҡ­тылар, ун өс һумдан артыҡ табылманы.
Машинаһында өйгә аҡса артынан ҡайтып китте, ҡатыны «заложник» булып теге бәндә янында ҡалды. Ҡулына аҡса эләккәс, ул һау­бул­лаш­май ҙа китеп барҙы.
Ҡатынын ултыртып, ҡайтыр­­ға сыҡты. Юлда уларҙы тағы бер һынау көткән икән: алғы тәгәр­мәс тишелде. Ир ҡатынын маши­наһы янында ҡалдырып, йәнә аҡса артынан өйгә йүгерҙе. Бер аҙҙан, яңы тәгәрмәс күтәреп, килеп етте. Яңыһын ҡуйып, тишеген багажнигына һалып, шино­мон­тажға киттеләр. Яматып алып, өйҙәренә ҡайттылар.
– Ғафуан, ҡара әле, көнө буйы ҡай­ҙа ғына барманыҡ, күпме эш эш­ләнде машина булғас! – тине ҡа­ты­ны.
– Һөйләмә инде, машина булмаһа беҙ уларҙың береһенә лә етешә алмаҫ инек, – тине Ғафуан шатланып, ҡатынының битенән үбеп алды.

Фәнүз ХӘБИБУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: