+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Онотмайҙар

Сәләмәтлеге бик маҡта­ныр­лыҡ булмаһа ла Ямал әбей һыйыр ҙа аҫрай, баҡ­саһын тултырып бәрәңгеһен дә ултырта. Быға ғәжәпләнәһе юҡ. Үҙеңдең һыйырың бар икән – сәйҙе һөтләп эсәһең, өҫтәлдән ҡаймағың өҙөл­мәй, ҡышҡа итең була. Бә­рәңгене лә һатып алаһы юҡ. әләмәтлеге бик маҡта­ныр­лыҡ булмаһа ла Ямал әбей һыйыр ҙа аҫрай, баҡ­саһын тултырып бәрәңгеһен дә ултырта. Быға ғәжәпләнәһе юҡ. Үҙеңдең һыйырың бар икән – сәйҙе һөтләп эсәһең, өҫтәлдән ҡаймағың өҙөл­мәй, ҡышҡа итең була. Бә­рәңгене лә һатып алаһы юҡ.

Онотмайҙар
Онотмайҙар

Бер көндө шулай йомош төшөп Ямал әбейҙәргә килеп индем. Ише­гендә йоҙаҡ тора. Ҡарсыҡ­тың улай кешегә инеп ултыра торған ғәҙәте юҡ ине. “Бәрәңге алалыр”, – тип баҡсаһына табан атланым. Барып та етмәнем, Ямал әбейҙең йыуан кәүҙәһе күренде. Ысынлап та, бә­рәңге ҡаҙа ине ул.
Көрәкте бәрәңге төбөнә ҡуя ла, аяғын өҫкә күтәреп баҫа, ләкин уныһы көрәктең өҫкө яғына тура кил­мәй. Ямал әбей ергә баҫа. Шулай ике-өс тапҡыр яңы­лышҡас, ниһа­йәт, аяғы көрәктең өҫкө яғына тура килә. Көрәк ергә кереп китә. Унан мышнап, көс-хәл менән бә­рәңге төбөн аҡтарып ташлай. Маң­ла­йы­нан тирҙәр сыға. Әбей көрәккә таянып ял итә.
Шулай ауырлыҡ менән булһа ла, баҡсаның яртыһынан күберәк ерен алған ине ул. Мин янына уҡ килеп:
– Һаумыһығыҙ! Алла ярҙам бир­һен, – тинем.
– Аллаға шөкөр! – тип яуап бирҙе. – Яртыһынан күбеһе бөттө инде, ике аҙналыҡ эш ҡалды.
– Улың менән ҡыҙың бар бит. Ни­ңә саҡырмайһың? Икеһе­нең дә машинаһы бар. Улар ҡайт­һа, ике көндә ҡаҙып бөтәсәк.
– Ҡуйсәле, – тине Ямал әбей. – Икеһе лә эш кешеһе бит. Минең өсөн, эштәрен ташлап, ҡайта ал­майҙар бит инде. Үҙҙәренең ба­ла­лары ла үҫеп килә. Үҙем әкренләп бу­лашам инде. Бөтө­рөрмөн әле.
– Балаларың онотто улай булғас, – тинем.
– Ни эшләп онотһондар? – тине әбей үпкәләп. – Ике балам да ми­не бик ярата. Икеһе лә, ваҡыт табып, йылына ике мәртәбә ҡайта­лар.
– Ҡасан ҡайталар әле улар? – тип һорайым.
– Бына бәрәңге алып бөтө­рә­йем әле, – тине Ямал әбей. – Хәҙер еңел машиналарына прицеп тағып ҡайтып етәсәктәр. Икеһе лә унар ҡапсыҡ бәрәңге алып китәсәк. Күстәнәсте лә күп итеп алып килә­ләр улар. Ҡайтҡан һайын – яулыҡ, сәйен-кәнфитен дә онотмайҙар.
– Ә тағын ҡасан ҡай­талар? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Икен­сеһенә һуғым һуйғас ҡайталар, – тине Ямал әбей. – Дүрт бот уларға. Миңә ҡалғаны етә. Хәҙер ҡартайғас, бик ашай ҙа алмай башланым. Күп тә була әле ҡалған ит. Бик яраталар балаларым. Күҙ нурҙарым. Онот­майҙар әсәләрен. Ҡайтып торалар. Ә һин нимәгә килдең әле?
«Ысынлап та ныҡ яраталар икән балалары әсәләрен», – тип уйланым да, йомошом тураһында һөйләй башланым.

З. ЮНЫҪБАЕВ.

Автор:
Читайте нас: