+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Робағиҙар

Бәндәләрҙең төрлөһө бар был донъяла:Алданғаны, алдағаны, ялағайы,Үҙе күҙгә тура ҡарай алмағаны,Үс алырға ят бауырҙы яллағаны… ***

Робағиҙар
Робағиҙар

Кешегә баҙ ҡаҙма, тиеп, ябай ғына,
Иҫкәрткәндәр бик боронғо замандарҙан,
Мәхлүк йәнлек урынына үҙ баҙына
Әҙәм үҙе барып төшкәс абайламай.
***
Ҡырын эш, ти, ҡырҡ йылдан һуң да беленә,
Бисмилланан башыңды һалма тилегә.
Тәпәй баҫҡас башыңды һалһаң тилегә,
Бөкрәйгәс тә эштәрең китер кирегә.
***
Ҡарт көнөңдә кеше көнлө булһа бәндә
Ризығын да булһа таба алмаҫ хәлдә,
Ҡотҡаралмаҫ ул байғошто улъя, хәйлә…
Аллам, үҙең ҡотҡар инде ундай мәлдә.
***
Ваҡытында миңә ярҙам иткәнеңә
Бөгөн килеп, даулап әжер көткәнеңдә,
Белгәс ялған утта йәнем өткәнемде,
Үкендем мин юлды бергә үткәнемә.
***
Сәбәләнеп йә сапсынып ни эш ҡырмаҡ,
Мөмкин түгел улай хатта ҡурҙаҡ ҡурмаҡ.
Ахыр ҡалыр башҡайыңды ташҡа ормаҡ.
Холҡҡонаңды нарыҡларһың:
«Эй мин, һармаҡ!..»
***
Һинең хаҡта кеше әйтһен аҫыл һүҙҙе,
Ихтирамлы булһын айҙай – асыҡ йөҙлө.
Ләм баҫмаһын һинең йәшәү йылғаңдағы
«Иҫәр үҙен маҡтар» тигән аҡыҡ һүҙҙе.

 

Автор:
Читайте нас: