+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙерле бала

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Хикәйә) Сайран ҡарт хәбәрен һәлмәк кенә, тәмләп ке­нә тәфсирләүен дауам итте:– Хәтерегеҙҙәме, Линарға биш йәш тулған йылда бер үҙен ауылға алып ҡайтҡайным? Автобус тәҙрәһенән күҙен дә алмай килә был. Яланда йө­рөгән йылҡы көтөүен күреп ҡалды ла:– Ҡартатай, мин ат яратам – үҫкәс, уларҙы кү-ү-үп итеп аҫрайым, – тип сәпәкәй итә.

Ҡәҙерле бала
Ҡәҙерле бала

– Хәҙер тырыштар заманы: Аллаһ бойорһа, йыл­ҡы үрсетербеҙ – йылҡысылыҡ заводы асып ебә­рерһең, – тим, ифрат ҡыуанып. Ҡалала үҫкән ба­ла­ның мал йәнле булыуы кемгә оҡшамаҫ. Бигерәк тә миңә, ауыл кешеһенә, оло шатлыҡ бит.
Линарының бала саҡта ҡылған ҡыҙыҡ хәлдәрен, ирмәк һүҙҙәрен ишеткәс, Рәфил дә ҡыҙып китеп, хәбәргә ҡушылды:
– Линарға ун йәш ине, Филә менән минең отпускылар бөткәнсе ауылда ял иттек. Шул йылда улым дан итеп йөҙөргә өйрәнде. “Йөҙөү буйынса спортсы булам – олимпиадаларҙа беренселекте бер кемгә лә бирмәйем!”– тип хыялланды.
Балыҡ тоторға ла әүәҫләнгәйне. Бер көндө ҙу-у-ур шамбы эләктерҙе. Ауыл халҡы шаҡ ҡатты: “Бындай балыҡ беҙҙең ҡулға төшкәне юҡ. Сос ма­лай үҙе оҙонлоҡ балыҡ ҡаптырған – уны һыуҙан һөйрәп сығарырға ла көс-ҡеүәт, таҫыллыҡ кәрәк!” – тиештеләр. “Үҫкәс, ”Балыҡсылыҡ хужалығы”н ойошторам!”– тине Линар.
Филә Рәфилдең һүҙен бүлдерҙе:
– Ҡайным, онотмағанһыңдыр әле: Линар бишенсе синыфты тик “бишле”гә тамамлап, беҙҙе бик һөйөндөргәйне. Улыбыҙға бүләк булһын тип, Кипрға алып китергә йыйынабыҙ. Юҡ, Линар риза түгел: “Ауылға, ҡартатай менән ҡартинәйгә, барабыҙ!” – тип ауыҙыбыҙҙы яба. Киттек ауылға. Шул саҡта ла бөтәбеҙҙе һоҡландырҙы – баҡсанан сыҡманы: йәшелсә түтәлдәрен утаны, бәрәңге күм­де. “Үҫкәс, дан итеп дача һалам, баҡса үҫ­терәм!” тигән хыялдар ҡорғайны. Бесән эшендә лә ихлас ярҙамлашты: салғы тоторға, бесән күбә­ләргә өй­рәнде. Шул йылда бит, ҡайным, матур бейә һатып ал­дың.
Сайран ҡарттың ауыҙы ҡолағына етте:
– Эйе. Һеҙ ҡайтыр саҡтараҡ ул ҡолонланы. Ли­нар көн оҙоно ҡолон янында уралана. Бейә тәүҙә аландап бер булды. Ҡолонон ҡыҙғанып, тибеп ҡуй­маһын тип ифрат ҡурҡҡайныҡ. Ярат­ҡанды хайуан да белә: тиҙүк тынысланды. Биш йәшендә үк йылҡы малына мөкиббән киткән Ли­нарыбыҙҙың был юлы түбәһе күккә тейҙе: “Һабан туйҙарында районда ғына ла түгел, республикала беренселекте бер кемгә лә бирмәм!” – тине. Бу­лыр унан: егәрле, сәмсел. Бала саҡтағы ниәттәр бойомға аша бит ул. Өс йылдан ар­тыҡ ваҡыт үтте. Шул атыбыҙ үҫте, хәҙер торғаны дөл-дөл. Уны мин ҡәҙерле балабыҙға инсе­ләнем. Киләһе бәй­гелә ҡат­на­шыр өсөн атты хә­ҙерҙән өй­рә­тергә кә­рәк. Ейәнем­де алып ҡайтырға кил­дем, – ҡарт ки­нә­­неп кет­кел­дә­не. – Әйт­кәндәй, үҙе өйҙә күренмәй, ҡай­ҙа ул?
Рәфил менән Фи­лә бер-береһе­нә ҡараш­ты ла өн­дәшмәне.
Сайран ҡарттың һо­рауҙары бихисап:
– Һигеҙенсе синыфты нисек тамамланы? Гел отличник, уҡыуҙа ал­дын­ғы булды: әле лә һынат­мағандыр?

– Көскә – көскә осланы “өслө” гә... Хәҙер ул уҡыуҙы уйламай... – Филә ауыр көрһөндө лә улының бүлмә­һе­нә ҡарап ҡуйҙы.
– Нимәштәгән? Бәй, әллә ауырыймы? Ашарға ла сыҡманы. Әлегәсә өйҙә һалып ҡуйҙығыҙмы? Табип саҡырманығыҙмы? Шифаханала дауаларға кәрәк! – Хафаланған ҡарт ейәненең бүлмәһенә йүнәлде. Ишек­кә үрелгәс кенә Линарҙың яман аҡырыуы ишетелде:
– Дүрәк, нимә көтәһең?! Дөңкәйткәнсе тондор! Ә һиңә, дурочка, ялбырбаш, шул кәрәк!
Бүлмәлә ниҙер дөпөлдәне, кемдер ыңғырашты.
“Һуғышалар бит!” – Сайран ҡарт тәүәккәлләп ишекте асып ебәрҙе.
...Компьютер алдында ултырған Линар, ишек асылғанын ишетмәнеме, ҡымшанманы ла.
Сайран ҡарт, хайран-вайран булып, ҡаҡ һөйәккә ҡалған ейәнен бер килке күҙәткәс кенә телгә килде:
– Балам, мин килдем, күрешәйек!
– Күрешергә ваҡытым юҡ! Әх, яуаплы мәлдә ҡа­масаулайһың! – Линар, компьютерҙан күҙен алмай, экранда бер-береһен баҫтырып атышҡандарға тағы фарман бирҙе, – сит планетанан килеүселәр, тиҙерәк ҡырығыҙ ер кешеләрен, иҙегеҙ, бөтөрөгөҙ!
– Улым, теге айғыр үҫте. Дүнән, шундай ма­тур – торғаны ҡанатлы толпар! Киләһе йылда ат сабышын­да ҡатнашырһың. Һине алып ҡайтырға килдем, юлға әҙерлән!
– Ниндәй дүнән һөйләйһең, ҡарт йүләр?! Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй! – Үҫмер ҡартатаһына әйләнеп ҡараны.
Кәйефе ҡырылған, аяҡ быуындары бушаған Сайран ҡарт яй ғына ишеккә табан сигенде...

Автор:
Читайте нас: