+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайтам әле, ҡайтам...

Фина ЛАТИПОВА Яратмайым мин был Өфө­нө, яратмайым...– Ниңә, әбей?– Кисә Затундан килдем, Си­пайға – ҡыҙыма ҡунаҡҡа. Юл буйы кеше менән иҫәнләштем, бер кем яуап бирмәне...– Ҡуйсы?!– Эйе, автобустан төшкәс тә иҫәнләшә башлағайным... Ярай, быныһы ла мәғлүм булһын...

Ҡайтам әле, ҡайтам...
Ҡайтам әле, ҡайтам...

Шунан күршеләргә йыуаса өлә­шә­йем тип, каридурға сыҡтым, һәр береһенә ике ауыл күкәйе, бер бәйләм йәшел һуған алдым бат­мусҡа һалып... Биш ишекте ҡаҡ­тым, береһе лә асманы, әллә өйҙә юҡтар... әллә ишетеп тә ҡо­лаҡтарына элмәйҙәр...
– Ысынмы?
– Эйе, шул булдымы күршеләр! Беҙҙә улай түгел-л-л! Юҡ-ҡ! Мин частный йортта торам, забур аша, Гөбби, әйҙә сәй эсәргә-ә-ә! – тип ҡысҡырһаң, Гөбби уже тупһала!
– Шулайҙыр!
– Эйе, ҡыҙым өйөнөң ихата­һын­да машина-а! Туғыҙ ҡатлы йорт, туғыҙ ҡатлы машина... Бала-сағаға уйнарға урын юҡ! Бер эскәмйә тора! Унда ла көнө буйы алкаш ирҙәр, ҡатындар һыра эсә. Быны күреп торған йәш үҫмерҙәрҙән кем үҫә инде!
– Шулай шул!
– Эйе! Ә һин Затунда йәшәгән сатан Саҙрыйҙы беләһеңме?
– Юҡ!
– Бына ул һине беләлер әле... Сөнки, ул бөтә Өфөнө белә, хатта “Сельхоз”да торған Исхаҡты ла белә!
– Кем һуң ул?
– Әй, апайым! Исхаҡ ул – Өфө­нөң танылған берәҙәге!
– Кит, булмаҫты!
– Эйе, йәйен эскәмйә аҫтында йоҡлай, ҡышын “Сельхоз” туҡ­та­лышындағы люк эсендә...
– Ундай туҡталыш юҡ хәҙер!
– Һинең өсөн юҡтыр, минең өсөн бар, апайым!
– Шунан?
–Ултырған да шыуған! Ис­хаҡҡа кемдер 50 һум хәйер һонғас, ул әбейенә күстәнәс булыр, тип, киоскынан кәтлит һатып алған.
– Ә ниңә кәтлит?
– Исхаҡтан һора...
– Алып ҡайтып ҡыҙҙырып ашағандар...
– Әбейе лә люк эсендә йә­шәй­ме?..
– Менә инде! Һалҡын примус өҫтөндә инәңдең ҡайнап ултыр­ған һөтө!.. Быйыл бер әбейгә йортҡа кергән Исхаҡ!
– Ә!?.
– Ирҙәргә ҡытлыҡ бит беҙҙә хәҙер. Эйе, шулай итеп, теге кәт­литтең нимәнән әтмәлән­гәнен тәки, аңламағандар... Ит­тең “и” хәрефе лә булмаған унда...
– Инде!..
–Эйе!
– Инәкәйем! Ниндәй хәлгә ҡалғанбыҙ. Ниңә һинең менән һөйләшеп ултырам һуң әле. Ҡай­там, Затунға ҡайтам!.. Унда мутанттар йәшәмәй.
– Йәшәмәй! Ағыулы һа­уа. Һыу, ашамлыҡ настоящий түгел, ҡайҙан килгән кеше?..
– Шулай шул, кеше­ләрҙән һин дә, мин генә ҡал­ған­быҙ әбей! Му­тант тап­һаҡ былай һөй­лә­шеп ултыр­маҫ инек тә!
– Ә ниңә беҙ генә?
– Маяға!
– Эх, һалҡын примус өҫтөндә ҡайна­ған һөт!... Бына нисек икән донъялар! Туҡ­һан йәшкә етеп шуны белмәгәнмен! Ярай, сатан Саҙрый бел­гәндер, гел мыйыҡ аҫты­нан йылмайып йөрөй...
– Шулаймы?
– Шулайҙыр шул... Әй­ҙә, апайым, За­тунға, ис­ма­һам, сама­уырҙы йы­ғып, бер ултырып, иҫ китеп мутанттар тураһын­да һөйлә­шербеҙ...

 

Автор:
Читайте нас: