+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурсаҡ ниңә үпкәләне?

Әсәһе Алтынайға тәтәй кеүек ҡурсаҡ алып ҡайтты. Ҡыуа­нысынан ҡыҙыҡай үрле-ҡыр­лы һикерҙе. Әллә ҡасандан бирле ошондай ҡурсаҡ тура­һында хыяллана бит ул. 

Ҡурсаҡ ниңә үпкәләне?
Ҡурсаҡ ниңә үпкәләне?

– Әлә-лә-лә-л, ҡалай матур! – тип ҡулдары менән сәпә­кәйләне ул.
– Рәхмәт, – тип әсәһенең би­тенән суп иттереп үбеп алды.
Ысынлап та, ҡурсаҡ ҡарап туйғыһыҙ ине. Күлдәгенең матурлығы һуң! Хәс йырсы апайҙарҙыҡы кеүек ҡабарып-ҡабарып тора. Ҡолағында алҡаһы ла бар. Хатта исемен дә әйтә белә бит әле.
Алтынай ҡурсағын шул ҡә­ҙәр ныҡ яратты. Уны саҡ ҡына ла ҡулынан төшөр­мәне. Үҙе менән етәкләп йө­рөттө, көйләй-көйләй йоҡла­тып та алды.
Бына әсәһе ашарға әҙер­ләне лә:
– Балаҡайым, әйҙә тәмле итеп сәй эсеп алайыҡ, – тип ҡыҙыҡайҙы өҫтәл янына са­ҡырҙы.
Алтынай ҡурсағы менән бер­гә килеп ултырҙы. Әсә­һенең:
– Ҡурсағыңды алып ҡуй, йә, өҫтөн бысратып ҡуйыр­һың, – тиеүен ҡолағына ла элмәне.
– Юҡ, бысратмайым! – тип үҙһүҙләнде ҡыҙ.
Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды. Боршанлап ултырған ҡы­ҙыҡай терһәге менән яңылыш сынаяғын этеп ебәргәнен һиҙ­мәй ҙә ҡалды. Сәй ҡурсаҡтың күлдәгенә генә түгелде лә ҡуйҙы. Ә сынаяҡ иҙәнгә барып төштө лә селпәрәмә килеп ватылды.
– Әсәй, ҡурсағым бысранды-ы-ы! – Әле генә шат йылмайып ултырған ҡы­ҙыҡай ауыҙын бәлшәйтеп илап ебәрҙе.
Әсәһе уны тыныслан­дырҙы.
– Йә, ҡыҙым, юҡҡа ба­лауыҙ һыҡма, хәҙер ҡур­сағыңдың күлдәген йыу­ып эләм, элекке кеүек булыр. Ашағанда өҫтәл янына алып ултырғаныңды оҡ­шатманы бит ул.

Ғ. ИБРАҺИМОВ.

Автор:
Читайте нас: