+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ғәйбәттең һәйбәте булмай

Хәрисәне әйтәм, ике вуз бөтөрһә лә хәбәрсе менән ғәйбәтсе һүҙҙә­ренең мәғәнәһен төшөнә алмай. Бер көн шулай сәйләп ултырабыҙ. – Фәғилә, һин ғәйбәтсе булмаһаң, ауыл хәбәрҙәрен бер туҡтауһыҙ гә­зиттәргә ебәреп ятмаҫ инең, – тип һүҙ көрәштерә.

Ғәйбәттең һәйбәте булмай
Ғәйбәттең һәйбәте булмай

Мин маҡтанырға ла, аҡланырға ла уйламайым. Ул һаман һүҙ бутҡа­һын ҡуйырта.
– Район үҙәгенә автобуста китеп барам. Ике бисә бөтә салонды яң­ғыратып, күршеләренең көнит­меше менән таныштырып барҙы. Күршеләре ун өс йыл буйына әтәс көнөндә йәшәгән. Бер-береһенең күҙҙәрен генә суҡып алмағандар. Рюмка тота торғас ун дүртенсе йылында йәрәшкәндәр. Хәҙер бер-береһе менән ымлашып ҡына һөйләшәләр икән.
– Телдән яҙғандармы ни? – тип Хәрисәне бүлдерәм.
– Тыңлап бөтөр башта. Икеһенең дә ҡыҙҙары ҡалаға һатыусыға уҡырға киткән. Таныҡлыҡ урынына бәпес кү­тәреп ҡайтҡандар. Әсәләренә “бүләк­тәрен” ҡалдырып китеп тә барғандар. Күршеләрҙең тын алырға ла ваҡыты юҡ, бәпес үҫтерәләр. Бер-береһе менән осрашҡанда “салют”, “привет” тип кенә өндә­шергә ҡалған. Ауыл хәбәрсеһенә шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр бит!
Хәрисә сәйен уртланы ла сират­тағы ғәйбәтенә тотондо:
– Өсөнсө көн магазиндан ишетеп ҡайттым. Үҙем тыңлап торҙом. Хас минең малай, бер генә айырмаһы ла юҡ, ауыҙға һыу ҡабып, тайыу яғын ҡараным. Минең шалапай ҙа эшкә барам тип аҡса услап, ҙур сумкаһын бер аҙналыҡ аҙыҡ менән тултыра ла бер-ике көндән әйләнеп ҡайта. Бурысҡа алып торған аҡса ла юҡ, аҙыҡ-түлектән дә елдәр иҫкән. Теге ҡатын шулай малайын һөйләне-һөйләне лә тетмәһен тетеп ҡайтып китте. Кеше үҙ ба­лаһының яманатын сығарыр икән. Бына ошоно ла яҙ, ҡалдырма.
Ауыҙы тулы хәбәр – ҡайҙан йыйып бөтәлер, торғаны бер ғәйбәтсе. Һин, Хәрисә, йыл­ғанан да оҙонораҡ итеп хәбәр түгел, ә ғәйбәт йыяһың. Үҙең дә белеп тораһың, ғәйбәттең һәйбәте булмай.

Флүрә ХӘЛИЛОВА.

Фото: m.tabor.ru

Автор:
Читайте нас: