-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мурҙа

– Ошо Рәйел ҡәйнеш бәләкәй сағынан иртә торҙо. Ана, ҡултығына әллә нимә ҡыҫтырып, Ҡыҙыл яғынан килеп инеп тә китте, – ти әсәйем. Уға атайымдың тауышы ҡушылды:– Ә-ә, ул талға барған бит. Берәй нәмә үрергә булғандыр.

Мурҙа
Мурҙа

– Халыҡ йоҡонан тороуға, бер шеш балығын ялтыратып, ҙур ҡара бесәйе менән ҡайтып та килә торғайны. Ул бесәйе эт һымаҡ эйәреп йөрөй бит әле үҙенә.
Әсәйем менән атайымдың шулай үҙ-ара йылы итеп һөйләшеүен ишетеп, уянып киттем. Башҡа бер уй килде: ҡар күтәртеп...
Сәй эсеп ултырғанда теге уйҙы ыс­ҡындырҙым.
– Эйе, олатайың мурҙа һала торғайны шул, балыҡтың төрлөһөн тота ине, үҙе анау сабаҡтарҙы яратты, – тине әсәйем. Атайым, үҙе балыҡҡа йөрөмәһә лә, ри­залығын бирҙе.
– Аңғарып йөрө, яҙғы боҙға ярҙай булһа ла... – тип ҡалдылар.
Ҡыш ҡар бик мул яуғайны. Иртә тороп шәп иттем, тип ҡыуанып китеп барам. Көн салт аяҙ, һыуыҡ. Кисә көндөҙ ҡай­һылай йылы булғайны бит әле, йыр­ға­наҡтар аға ине. Таллыҡҡа килеп тә еттем, ҡар яҡшы күтәртә икән. “Бата-бата йөрөрмөн микән” тигән икеләнеүҙәр юҡҡа сыҡты. Бик ыңғай ғына йөрөп, бер ҡосаҡ тал алып ҡайттым.
– Ҡайһылай тиҙ йөрөнөң, олатайың белгән һымаҡ килеп, өйҙә сәй эсеп ултыра. – Байтаҡ утын ярып өлгөргән атайым, балтаһын ҡуйып, иркен тын алды.
Олатай ял көндәрендә хәл белеп сыҡ­ҡылай торғайны. Үҙем һиҙҙермәһәм дә, шатлығымдың сиге юҡ. Күпме хыяллан­ғайным...
Олатай менән күрешеп, сисенеп бөтөүгә, ул минең ниәтте аңлағайны инде.
Олатай күрһәтә – мин эшләйем. Шулай булыша торғас, төшөнөп тә алдым. Эх, икенсе ҡулы ла булһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине, тип эстән үкенеп ҡуям, әммә быны һиҙҙермәйем.
– Олатай, һин ҡайһылай оҫта, – тип һоҡланыуымды белдерәм. Ул бер ҡулын Сталинград һуғышында ҡалдырып ҡайт­ҡан, ләкин бирешмәгән, һыңары менән бөтә эште башҡара торғайны, хатта бесән дә сапты. Өләсәй менән бик матур йәшәнеләр, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтер­ҙеләр.
Күңелгә рәхәт булып китте. Олатай ҙа ҡыуана. Уның менән былай кинәнеп ултырған юҡ ине әле. Арҡанан берҙе һыйпап та ҡуйҙы. Ул, бәлки, үҙенең шөғөлө менән ҡыҙыҡһыныуыма ҡыуанғандыр.
Төш ауыуға хыялланған мурҙаны үреп тә бөттөк...
Боҙ китеп, көндәр әҙерәк йылынғас, ниһайәт, мурҙаны Рауил менән йылғаға алып барып һалдыҡ. Атаһы балыҡсы булғас, ул тәртибен белә.
Өмөттәр сикһеҙ, тик нимә эләгер: сабаҡтармы, әллә ҙур суртанмы? Шуны уйлап, йүнләп йоҡлап булманы. Ниһайәт, таң һыҙылыу менән дуҫыма шылтыраттым. Беҙ уның менән, кешеләрҙән әрләнһәк тә, тирәктәр башынан ике сым һуҙып, телефон үткәреп алғайныҡ.
Ара байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, тиҙ килеп еттек. Мурҙаны күтәрһәк, ни күҙ менән күрәбеҙ: бер ҙур шамбы эләккән. Шатлыҡтың сиге юҡ. Бик һирәк йыл­майған дуҫымдың йөҙө ҡояштай балҡыны. Тик шатлыҡ оҙаҡҡа барманы. Ул ҡапыл үҙгәреп китте, нимәнелер күреп ҡойолоп төштө. Мин дә һиҫкәнеп, ҡапыл боролоп ҡараным да шаҡ ҡаттым. Өс-дүрт метр алыҫлыҡта ғына беҙгә мылтыҡ тоҫҡап берәү тора ине... Йөрәк табанға төштө. Тынлыҡ урынлашты. Балыҡ тотам тип, үҙебеҙ эләктек әллә?..
Тынлыҡты күркәм, яңғырауыҡлы тауыш боҙҙо:
– Үҙебеҙҙең малайҙар икән.
Ныҡлабыраҡ ҡараһам, Өфөлә йәшәгән данлы артисыбыҙ Әхтәм ағай Абушахманов йылмайып тора.

Азат ЗАҺИТОВ.

 
Автор:
Читайте нас: