+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шулай ҙа була...

Туҡһанынсы йылдарҙа һум әлегегә ҡарағанда ла нығыраҡ осһоҙланды, шуға күрә әсәйем миңә – юғары класс уҡыусыһына – киләсәккә никах балдағы һатып алды. Йәнәһе, мин ҡасан да булһа барыбер өйләнәм.Утыҙ йыл үтте. Ә мин бер тапҡыр ҙа өйләнмәгәнмен әле...

Шулай ҙа була...
Шулай ҙа була...

ХӨРМӘТ
Кисә эштән ҡайтып килгәндә асфальтта яҙыуҙар уҡыным: “Һин минең ҡояшҡайым!”, “Мин һине яратам!”, “Зинһар, миңә борщ менән кәтлит бешереп ҡуй”.
Өйгә инһәм, ҡатыным мине борщ һәм кәтлит менән ҡаршы алды. Тамаҡты туйҙырғас, маҡтанырға күршемә индем. Баҡһаң, уның да ҡатыны борщ менән кәтлит бешергән.
...Хәҙер асфальтҡа бөтәбеҙҙең теләген яҙып ҡуйған ир арыҫланына өйөбөҙҙәге бөтә ирҙәр рәхмәт уҡый.

ТӨШКӨ АШ
Фирмала эшләйем. Альберт – курьер. Арбитраж судтан мәғлүмәт алырға кәрәк, барғым килмәне, етмәһә, йома. Судҡа шылтыратып белешергә булдыҡ. Быны Альбертҡа ҡуштыҡ. Тәжрибә йыйһын.
– Альберт, хәҙер өсөнсө биш минут, уларҙың төшкө ашы тамамланғандыр. Шылтыратып белеш.
Ул икенсе кабинетҡа сығып китте. Ике-өс минуттан кире инде.
– Рамаҙан Мәғдәнурович, унда егерме өс минуттан һуң шылтыратһам яраймы? – тип һораны.
– Ярай, тик ниңә егерме өс минуттан һуң? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Ул миңә, төшкө аштан һуң беҙҙә ҡырҡ минутлыҡ тәнәфес, тине.
Беҙҙә ҡайһы бер ойошмаларҙа бына шулай эшләйҙәр.
Эш биреүселәр, күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ – хеҙмәткәрҙәрегеҙ тураһында ҡайғыртырға кәрәк.

НИ ӨСӨН?
Йәкшәмбе, иртәнге сәғәт ун. Күршебеҙ, 55 йәштәрҙәге ханым, ишек шаҡып уятты.
– Кабелле телевидение эшләмәй, иренмәй генә ҡара әле, һиндә эшләйме? – тип үтенде.
Тикшерҙем, эшләй.
– Провайдерға шылтыратығыҙ, улар ярҙам итер, – тим.
– Мин шылтыраттым инде, бурысығыҙ бар, шуға өҙҙөк, тинеләр. Бәлки, башҡаларҙа ла эшләмәйҙер, тип уйлағайным үҙемсә.

Т. ДӘМИНДӘРОВ.

 

Автор:
Читайте нас: