Әле күптән түгел генә бер малай күҙ алдымда ерҙән таш эйелеп алды ла беҙҙең тәҙрәне селпәрәмә килтерҙе. Дөрөҫ, мин уны туҡтата алыр инем, ләкин туҡтатманым. Сөнки мәсьәләгә фәнни ҡараштың бөтә сере ана шунда. Тикшерергә, асыҡларға кәрәк: ни өсөн ул тап ана шул ерҙә ятҡан ташты эйелеп алды һәм беҙҙең өйҙөң тәҙрәһенә бәрҙе, ә башҡа кешенекенә түгел?
Ятһам да, торһам да, баҡсала йәки урамда йөрөһәм дә – һәр ҡайҙа ла психологик тикшеренеүҙәремде дауам иттерәм. Бына, әйтәйек, алдымдан сайҡала-сайҡала әзмәүерҙәй ир бара. Киң урам тарайып ҡалған уға. Кешеләр, бүренән ҡурҡҡан һарыҡтар тиерһең, уның янына килеп етеү менән ситкә өркөлөшә. Сөнки улар өсөн ул ябай бер иҫерек. Ә миңә улай түгел. Минең өсөн ул – серле йомғаҡ, психологик ептәр төйнәлеше. Ниңә ул шулай сайҡала? Сайҡалған һайын уның башына ниндәй уйҙар килә? Ара-тирә абынып китеүҙәре уның мейеһендәге серле үҙенсәлектәр тураһында һөйләмәйме? Уны араҡы шауҡымымы йәки икенсе бер психологик көс шулай хәрәкәт иттерәме? Мин, шулай уйлап, тегенән бер тотам да ҡалмайынса киләм.
Ҡапыл ҡаршылағы ҡапҡанан бер көсөк йүгереп килеп сыҡты һәм тегенең аяҡ аҫтына килеп инде. Шуны ғына көткән кеүек, минең психологик объектым, кирелә биреберәк, уны тибеп осормаһынмы! Меҫкен хайуан бөгәрләнеп-тәгәрәп таш тротуарға барып төштө. Мин тиҙерәк мәсьәләнең тамырына ҡарарға тырышам. Был психологик момент нисек тыуҙы? Тибеү рефлексы уның ҡайһы ерендә барлыҡҡа килде һәм ниндәй космик тиҙлек менән, баш мейеһенән кәүҙә аша үтеп, ғәжәйеп бер сихри көс сифатында аяҡтарына күсте? Ниндәй психологик бәйләнеш бар быларҙың араһында?
Мин шулай уйларға өлгөрмәнем, объектым ҡаршыға килеүсе ханымды туҡтатып, аҡса таптыра башланы. Ханым ҡалтыранған ҡулдары менән сумкаһынан аҡса сығара. Ә тегегә был аҙ. Ул уның артынан:
– Убырлы ҡарсыҡ, баш төҙәтерлек тә бирмәне! – тип әсе һүҙҙәр менән тиргәнеп ҡалды.
Иҫерек тиргәнә, ә мин, уның таныш булмаған ҡатынды туҡтатып, аҡса талап итергә мәжбүр иткән тойғолар көсөн фәнни нигеҙләргә тырышам. Был тойғоларҙы ниндәй сигнал системаһы барлыҡҡа килтерҙе икән? Ғөмүмән, аҙым һайын тиерлек уның өр-яңы нәмәләр уйлап табыуы нимә менән бәйләнгән: тәбиғи талантҡамы әллә донъяны бик тиҙ танып белеү һәләтенәме?
Бер аҙҙан һуң ул магазинға керҙе. Унан сығып аҙыраҡ барғас, миңә әйләнеп күҙ ҡыҫҡандай итте һәм, шәп-шәп атлап, ҡабарып торған кеҫәһен һыйпаштыра-һыйпаштыра, йәнә урам буйлап китеп барҙы.
Уның дауылдағы карап төҫлө ихтыярһыҙ сайҡалыуы ла бөтөнләй кәмегән төҫлө булды. Мин дә, аҙымымды тиҙләтеп, уға яҡынлаша төштөм. Һәм шул саҡ... Оригиналь объектым йәһәт кенә боролдо ла, иҙеүемдән эләктереп алып, бала башы ҡәҙәр йоҙроғон күҙ төптәремдә, тештәрем өҫтөндә бейетергә тотондо. Башым сатнап, зиһенем томаланып китте...
Ә ҡойолған тештәремде йыйып, аяҡҡа баҫҡанда, теге ҡайҙалыр китеп юғалған ине инде. Ләкин миңә уныһы мөһим түгел. Мөһиме – психологик ситуация. Күрәһең, уның да үҙ төйөнләнеше, кульминация нөктәһе һәм сиселеше булалыр. Һәм быны һис кисекмәҫтән фәнни яҡтан иҫбатларға, йәғни ғилми һығымта яһарға кәрәк. Фәнни асыштар шулай нескә тикшеренеүҙәр, ауыр кисерештәр аша килһә генә шатлыҡлы була бит улар. Кем-кем, быны мин яҡшы беләм инде. Сөнки диссертациям да шул хаҡта буласаҡ.