– Ваҡытлы пломба ҡуйҙым, – тине миңә һәм кеҫәмә шым ғына нимәлер һалды. Ҡараһам, телһеҙ ҡалдым, мең тәңкә. Эйе, өр-яңы!
– Һеҙ нимә? – тип, кире һонам аҡсаһын.
– Алығыҙ, зинһар, алығыҙ, – тип инәлә был. – Берүк алығыҙ. Иртәгә тағы килерһегеҙ.
Сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Шәп башланды был көн. Ҡатынға эшкә сығырға ваҡыт. Ҡыҙҙы урынлаштырырға кәрәк, эргәлә генә балалар баҡсаһы бар, булмаһа шунда кереп сығайым.
Ишек төбөндә үк мөдир ҡаршы алды. Шатлығы йөҙөнә сыҡҡан:
– Һеҙгә урын кәрәкме? – тине ихлас йылмайып.
– Эйе, – тим өмөтһөҙ генә.
– Быға тиклем ҡайҙа йөрөнөгөҙ? – тине мөдир аптырап. – Һеҙҙе ҡасандан бирле көтәбеҙ. Бер урын бушаны, балағыҙҙы килтерә һалығыҙ.
– Ысынлапмы?
– Эйе, һеҙҙең өсөн беҙ ифрат шат, – тине һәм кеҫәмә ҡыштырҙатып нимәлер тығып та ҡуйҙы. Ҡолай яҙҙым, кеҫәмдә ике биш меңлек. Йәмғеһе ун мең һум аҡса ята.
– Мин үҙем һеҙгә бурыслы, – тип аҡсаны кире һонам.
– Юҡ, юҡ, ала күрегеҙ, зинһар, беҙҙе дөрөҫ аңлағыҙ, – ти мөдир. – Ҡыҙығыҙҙы килтерегеҙ, көтәбеҙ.
Бына ғәжәп! Эш тә көйләнде, аҡса ла булды. Әллә донъя шулай үҙгәрҙеме икән? Ышанырлыҡ та түгел.
Ҡайҙа барырға? «Ер алайыҡ, өй төҙөйөк», – тип ҡатын ҡолаҡ итен ашай. Әллә хакимиәткә барып, бәхетте һынап ҡарайһымы. Шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерәйек, тип дәүләт әһелдәре көнө-төнө һөйләй.
Хакимиәттә мине сәскә менән ҡаршы алдылар. Күтәреп тигәндәй бер йыуан һәм ҙур ғына түрә ҡаршыһына килтереп баҫтырҙылар.
– Ни йомош? – ти был миңә, мөмкин тиклем нығыраҡ йылмайып. – Беҙ һеҙҙең үтенесте тормошҡа ашырырға әҙер.
– Теге, ней, төҙөргә, ер...
– Ер!
– Эйе, бәләкәй генә ер. Өй төҙөргә...
– Күпме?!
– Би-би-биш-алты булһа...
– Эй ошо беҙҙең халыҡ, бигерәк баҫалҡы. Биш-алты, имеш. Унда нимә төҙөйһөң? Аласыҡмы? Әйт, күпме?
– Ун! – тинем мин, батырлығымды йыйып.
Түрә телефон төймәһенә баҫты:
– Бына бик баҫалҡы кеше килгән. Ун… юҡ, ун биш сутый ер бирегеҙ. Үҙенә оҡшаған урындан һайлап алһын. Урманы, күле, юлы, газы булһын. – Йыуан урынынан етеҙ генә күтәрелде һәм миңә ҡарай атлап, – ҡотлайым, – тине.
Ҡоласын йәйеп мине ҡосаҡлап алды, арҡамдан дөпөлдәтеп һөйҙө һәм өйрәнелгән хәрәкәт менән кеҫәмә бер нисә төргәк аҡса тыҡты.
– Кире алығыҙ, үҙем һеҙгә күпме бирәйем, – тинем, аҡса төргәктәрен кире һоноп, – кире алығыҙ.
– Ну, беҙҙең халыҡ! Простота! Инәлтер тип уйлағайным да, – йыуан рәхәтләнеп көлдө. – Бирергә өйрәнгәс, алырға ла өйрәнәйек. Күп түгел, бер миллион ғына. Ғәфү ит, туған, артығын бирә алмайым. Хәлдән килгәнсә.
– Рә-рә-рәхмәт, – тип кенә әйтә алдым.
– Рәхмәт күп булыр. Беҙ һеҙгә, ябай халыҡҡа, ярҙам итергә бурыслы, – тип ишек төбөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы. – Ике көндән инеп сыҡ. Ҡағыҙҙарыңды алырға…
Ҡайтҡас ҡатынға һөйләгәйнем, ышанмай. Аҡсаны ҡат-ҡат һанайбыҙ, байтаҡ сыға бит, миллион эргәһендә ун бер мең һум ята.
Иртәгеһен теште дауалатып бөтөргә поликлиникаға юлландым. Коридор тулы кеше, этеш-төртөш. Табипҡа саҡ барып еттем. Эйе, теге табипҡа. Креслоһына әллә этеп йыҡты, әллә үҙем йығылдым, табип тештәремде шытырлатып ботарлай ҙа башланы.
– Был тештәр менән нисек бығаса йәшәнең? – тип мине әрләй-әрләй ике тешемде һурып алды һәм эйелә төшөп:
– Һинән ике мең һум, – тип ыҫылданы. Аҡсамды ҡалдырып, саҡ сығып киттем.
Балалар баҡсаһында күргәндәрҙең, ишеткәндәрҙең барыһын да яҙып та, һөйләп тә тормайым. Мөдир мине һәм ҡыҙымды бөтә балалар, ата-әсәләр алдына баҫтырып әрләне:
– Бөтәһе лә тотоп килә, ә был, оятһыҙ, ун меңде кеҫәһенә тыҡты ла китте. Рәхмәт тә әйтә белмәне. Етмәһә, ҡыҙын беҙгә килтергән. Һеҙҙең сират өс-дүрт йылдан килеп етәсәк.
Хакимиәткә барып торманым, үҙе килеп кергән миллиондан ниңә баш тартырға. Ятһын әйҙә, бәлки кәрәге тейер. Иртә менән ишек ҡаға башланылар.
– Асығыҙ, юҡһа емерәбеҙ!
Асып ебәрһәм, ике амбал тора. Амбалдарҙың береһе яғымлы ғына өндәште:
– Ниңә ҡастың? (Пип, пип). Һин бөгөн хакимиәткә (Пип,пип) килергә тейеш инең, (Пип) ер алырға. (Пип-пип)...
– Һине көтәләр, – икенсеһе уҫалыраҡ өндәште һәм ҡулында күҫәк уйнатып алды. – Фатирың ҙур ғына икән. Ике-өс миллионға тартыр.
– Бә-бә... бәлки... ба-ба... банктан кредит алырмын, – тинем мин көс-хәл менән.
– Ү-ү-үҙең ҡара, – тине уҫал амбал.
Ҡара джиптың артҡы ултырғысында ике әзмәүергә һыйынып хакимиәт яғына елдерәм. Кеҫәмдә теге миллион. Етерме икән? Радионан дикторҙың шат тауышы ишетелеп ҡалды: «Ҡалабыҙҙа коррупцияға ҡаршы көрәш аҙналығы уңышлы тамамланды…»
Бәй, мин ошо аҙналыҡтың ҡатнашыусыһы булғанмын икән дәһә!
Ф. ТИМЕРБАЕВ.