+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Изге Петр

Һуңғы арала ныҡ арыны Бибинур. Йәйге ялын алмайынса эшләү үҙен белгертә булыр, тәне ауырайып, башы тәҡәтһеҙ ауырта башланы.Бына каникул ғына етһен, ял һо­рарға кәрәгер, шунһыҙ аяҡтан йығы­лыуың ихтимал… Күптән шундай ҡарарға килгән Бибинур Мөхәмәтовна октябрҙең һуңғы аҙна­һын­да, аҡтыҡ көсөн туплап, дәрестәрен үткәрҙе лә, завуч бүлмәһенә юлланды.

Изге Петр
Изге Петр

– Светлана Петровна! Миңә ике көнгә ял бире­геҙ әле?
Тәбиғәте менән үтә ипле Светлана Петровна Бибинурҙың һөйләп бөткәнен көтмәне.
– Беләм, Бибинур Мөхәмәтов­на, беләм. Мин үҙем дә, әҙерәк ял итеп алығыҙ, тип әйтергә йөрөй инем...
Иртәгеһен сәғәт етелә ғәҙәтенсә һикереп тороп баҫҡан Бибинур, эшкә барырға кә­рәкмәгәнен иҫенә төшөргәс, кире урынына ауҙы. Аруҡ ҡына интеккәндән һуң ойоп барған кеүек ине. Эргәһендә ятҡан кеҫә телефоны зыңғырлай башланы. Таңһылыу Зәйнулловна шылтырата булып сыҡты.
– Ялымда ла эш һөйләмәксе була, – тип Бибинур телефонды алманы.
Бер аҙҙан телефоны, яҙма хәбәр килгәнде белгертеп, ялҡау ғына сыйылданы. СМС Таңһы­лыуҙан ине. «Ты где?»
Был минең отгулда икәнде белмәй икән. Әгәр яуап яҙмаһаң, осона сыҡмайынса йәнә бер ун тапҡыр шылтыратасаҡ. Шунан тю-тю туйғансы йоҡлау!..
Бибинур, йоҡоло күҙҙәрен көскә асып, кол­ле­гаһына яуап яҙҙы. «Мин ял итәм». Таңһылыу ны­ҡышты. «Нисек? Кем рөхсәт итте?»
Бибинур үлеп йоҡлап барған­лыҡтан, Светлана Петровна тип яҙырға иренде. «Св. Петр» тип кенә ҡуйҙы. Таңһылыу Зәйнул­ловна бындай яуапҡа ныҡ асыуланып, завуч бүлмәһенә төтәп барып инде.
– Ҡара әле, ишшеү мыҫҡыл итеп маташа! Имеш, ялды Святой Петрҙан һораған...
Хәлде шунда уҡ төшөнгән Светлана Петровна, яйлап ҡына тороп баҫты ла, Таңһылыу Зәйнул­ловнаның күҙҙәренә ҡараны:
–Ул ысынлап та Святой Петр­ҙан һораны.
Таңһылыу Зәйнулловна Светлана Петровнаға һораулы төбәл­де, күҙҙәрендәге аптырау­ҙы бер нисә секундтан һуң асыш нур­ҙары күмде.
– Ой, ғәфү итегеҙ, Святой Пётр… Ой, Светлана Петровна…
Бибинур ул мәлдә иҙерәп йоҡ­лай ине. Таңғы йоҡо тәмле була. Бигерәк тә Пётр һымаҡ изгеләр һаҡлағанда…
Рәмилә ТОРОМТАЕВА.

Автор:
Читайте нас в