+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бабай менән әбей

Йәшәгән, ти, бабай менән әбей. Икеһе лә – медиктар. Бабай – элекке хирург, ҡатыны – элекке терапевт. Бабай төшөрөргә яратҡан. Үҙегеҙ аңлап тороуығыҙса, был хирургтарҙың профессионал сире.Ә әбей бабайҙы айнытҡысҡа тапшырырға яратҡан. Бабай рюмкаға тотоноуы була, телефонға йәбешә, милиция саҡыртып, уны тапшыра.

Бабай менән әбей
Бабай менән әбей
Шул уҡ милицияға, үҙе алып килгән таныш-белештәренә меңдәрсә операция яһаған бабайҙы! Йәй дачала йәшәп, үҙен йыл буйы етерлек ҡайнатмалар, тоҙланған йәшелсәләр менән тәьмин иткән бабайҙы!
Бер ваҡыт әбей тағы туҙынған:
– Ни өсөн һин, ҡарт шайтан, һаман мунса башын япмайһың? Һиңә күпме әйтергә була!
– Ни... ҡаҙағын алдым инде, хәҙер уларҙы ҡайнатырға кәрәк...
– Нимә? Ҡаҙаҡтарҙымы? Ҡайнатырға?!
– Эйе, эйе! Нимә, белмәй инеңме әллә? Ҡайнатһаң, улар оҙағыраҡ сыҙай, ныҡлыраҡ була – мин телевизорҙан “Беҙҙең йорт – Рәсәй” тапшырыуынан ишеттем.
– Улайһа, ярай...
Әбей плитаға кәстрүл ҡуйған, бабай унда ҡаҙаҡтарҙы һалған да үҙе күршеләргә инеп киткән. Шылтыратырға. Психтар йортона. Йәнәһе, шулай-шулай, минең әбейем аҡылдан шашты, ләкин мин түҙҙем, хәҙер түҙә алмайым. Бөгөн теплицала эшләп өйгә инһәм, ул миңә ҡаҙаҡтарҙан аш бешереп маташа!
Унда башта ышанмайҙар, бабай элекке медикмын тип үҙе менән таныштырғас ҡына киләләр. Бабай алдамаған, дөрөҫөн һөйләгән: кәстрүлдә – ҡаҙаҡтар, плита янында – әбей. Әбейҙе бәйләгәндәр...
Тегеһен-быныһын асыҡлағансы, әбей психтар йортонда өс көн ҡунған. Тынысландыра торған дарыуҙар менән дауалағандар.
Әйләнеп ҡайтҡас, тыңлаусанға әйләнгән...
 
Автор:
Читайте нас: