+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Лифт көткәндә

Лифт көтөп торам. Янымда улы менән атай. Малай лифт менән файҙаланыу тураһындағы ҡағиҙәләрҙе ҡысҡырып уҡый.– Атай!– Эйе, улым!– Ни өсөн башта лифтҡа өлкәндәр инә, ә балалар һуңынан?

Лифт көткәндә
Лифт көткәндә

– Бәләгә тарымаҫ өсөн.
– Ниндәй бәләгә?
– Балалар еңел, лифт ишеге ябылыуы ихтимал. Бындай хәл булмаһын өсөн, башта өлкәндәр инә, кәрәк булһа, ишекте тотоп тора. – Атай кеше сабыр ғына аңлата.
– Ә сыҡҡанда?
– Башта балалар, шунан өлкәндәр.
– Ә ни өсөн бында, ҡатын-ҡыҙҙар лифтҡа ир-аттар артынан инә, тип яҙылған? Уларҙы бөтә ерҙә лә алдан үткәрергә кәрәк бит. – Ҡыҙыҡһыныусан малай һорау артынан һорау яуҙыра.
– Ошо уҡ сәбәп арҡаһында.
Атайҙың улының һәр һорауына төплө яуап биреүе күренеп тора.
– Улар әсәйем кеүек еңелме? Шуға күрә лифттың ябылыуы ихтималмы?
– Эйе. Башта ир-ат инә, һуңынан ҡатын-ҡыҙ. Уның менән берәй хәл була ҡалһа, ир-ат ярҙамға килә.
Яныбыҙҙа бер ханым пәйҙә булыу менән, лифт ишеге асылды. Ул беҙҙе этеп-төртөп лифтҡа инде лә: “Мин яңғыҙым китәм”, – тине.
Лифт юғары менә башланы. Малай атаһына боролдо:
– Иҫеңдәме, һин миңә, борон заманда таныш булмаған мәмерйәгә беренсе булып ҡатын-ҡыҙ ингән, әгәр уны ҡырағай йәнлектәр ашамаһа, уның артынан ир-ат һәм башҡа ғаилә ағзалары ингән, тип һөйләгәйнең.

Ғ. ИМАМОВ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в