+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Буш хәбәр

(Бер ҡатын ауыҙынан)Ҡайһы берәүҙәрҙең юҡтан-барҙан хәсрәт уйлап табыуына иҫең китер. Бына әле перепись һөҙөмтәләрен иҫәпләп сығарҙылар ҙа илдә ҡатын-ҡыҙҙар упсым күбәйеп киткән, ирҙәр сәпсим аҙ ҡалған икән тип зыҡ ҡубалар. Телевизорын асһаң да шул бер балыҡ башы, гәзитендә лә. Имеш, иҫәп алыу буйынса беҙҙең республикала ғына бер иргә өс бисә тура килә.

Буш хәбәр
Буш хәбәр
Ил буйынса тағы ла яманыраҡ, ти, аҫылдарыбыҙ гүзәлдәрҙән аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, 10 миллион ярымға кәмерәк, имеш. Беҙҙең телгә бер нәмә эләгеү генә көс – булған-булмаған тештәр ҡойолғансы шуны серетәбеҙ бит инде. Шулай бер төркөм бисә, ирҙәр юҡ шул, ирҙәр юҡ шул, булған ғыналары ла эсеп ҡырылып бөтөп бара, тип зар илашып ултыра икән. Уларҙы тыңлап ултырған ҡыҙы: “Уй, әсәй, алай ҙа ирҙәр мул саҡта тыуып ҡалынған”, – тип ҡыуанған, имеш.
Кит инде, кит! Шул да булдымы хәсрәт! Нисек инде ирҙәр булмаһын ул? Бар ул, буйтым. Ышанмаһағыҙ, ана, беҙҙең ауылға килегеҙ ҙә ҡарағыҙ. Ике йөҙ өй, бер ҡараһаң, бәләкәс кенә ауыл кеүек, ә шунда нисә ир бар тип беләһегеҙ? Да шурта! Типһә тимер өҙөрҙәй, һуҡһа баҡыр иҙерҙәй, биттәре янып, мускулдары уйнап торған йөҙҙән ашыу егет бар. Өй һайын тиерлек ресурс бар. Рәхим итеп, ыстройға теҙеп ҡуйып һайлап кейәүгә сыҡ. Без проблем. Ана, күрше Мәстүрә әбейҙә генә айыу тотоп менерлек өс малай бар. Хатмуллаһы бына-бына илле йәшен билдәләргә тора. Ғапрауының самый егет сағы ғына – яңыраҡ 47 йәш тулды. Ә унан кесерәге Ғатаға – теүәл ҡырҡ биш. Шулар ир булмай, шайтаным булһынмы ни тағы?! Хут көн һайын кейәүгә сыҡ, етәрлек. Мин үҙемдән сығып әйтәм бына. Ниңә көләһегеҙ ул? Уңмаһаң уңға бар тип боронғолар бер ҙә белмәй әйтмәгән, кейәүгә сығыуҙың бер ҙә көлкөһө юҡ.
Ниңә сыҡмаҫҡа, ти, сығам. Алам тиеп арттан көтөүе менән йөрөйҙәр бит. Ирҙәр муйындан ул. Шуға ла мин, мәҫәлән, үҙем һис кенә мах биреп тормайым. Бер көн шулай, Ғәрифем, икенсе ирем инде, көнө буйы өйҙә ултыраһың, бынау салбар-күлдәктәрҙе генә йыуып ҡуйһаң ҡулың өҙөлмәҫ ине, тигән була. Эй ғәрләндем. Хәҙер, көтөп торһон, мин уға ҡаты-ҡотоһон таҙартыр өсөн барғанмындыр шул. Бына, йоҙроҡто еҫкәһен. Әйберҙәремде йыйып алдым да еппәртеп ҡайттым да киттем. Бында шул бапаҡтан иҙелеп йәшәп ятырға ней, Никулай заманы барҙыр шул. Шунан, хәҙер ирһеҙ зар-интизар булып ултыра тиһегеҙме? Юҡсы, ҡайтып өлгөрмәнем, иртәгәһенә һоратып та килгәндәр. Барҙымсы, бармайса, уңмаһаң уңға бар тип бустуйға әйтмәгәндәр. Тик уныһы ла әллә ниндәйерәк әҙәм булып сыҡты. Кешене һынап ҡарау өсөн йылдар ғына түгел, ике-өс көн дә етә. Бер аҙна ғына торһам да, буш ҡул менән ҡайтманым, теп-теүәл туғыҙ айҙан шалҡан кеүек йылҡылдап торған малайым тыуҙы. Ул баланы нисек ҡарамаҡсы булаһың тиһегеҙме? Һы, атаһы Себерҙә аҡса шапылдата, ә мин унан алимент шапылдатам. Ай һайын тып ун биш мең килеп кенә тора. Ундай аҡсаны уҡытыусы булып эшләгән әхирәтемдең төшөндә лә күргәне юҡ.
Өсөнсө иремдән, анау салыш күҙ Моҡастан, тамам биҙрәп ҡайтҡас, мәңге ир төҫө күрмәһәм дә ризамын тип уйлағайным, тормош һин уйлағанса ғына булмай икән шул, талағың ташҡан ваҡытта эрәхәтләнеп, донъяның аҫтын-өҫкә зыр әйләндереп бер әрләр өсөн дә эргәңдә берәү булмағас ней ул, был донъяның ни йәме.
Мир бөтмәһә, ир бөтмәҫ тип дөп-дөрөҫ әйткәндәр. Ҡайтҡаны бирле ишек яңағы тынғаны юҡ. Киләләр ҙә етәләр, киләләр ҙә етәләр. Бына кисә генә берәү әсәһен эйәртеп килгән ине, ун тауығым, бер әтәсем бар, гөрләтеп йәшәрбеҙ ҙә китербеҙ тигән була. Уйлармын тигән булып тороп ҡалдым, йолаһы шулай бит. Сыразу барам тиһәң, силум сыға тип әйтерҙәр. Уйлайһы ла нитәһе лә түгел, барып ҡарайымсы, барамсы! Ошондай сәскә кеүек ваҡытымда монашкалар кеүек өңрәйеп ултырырға ни! Быйыл ғына егет килеш пенсияға сыҡҡан, ти. Тик торғандан аҡса килеп торһон әле! Барамсы, барам! Был донъяла ике йәшәмәйем әле.
Бына шулай, ирҙәр юҡ тигән һүҙ бустуй хәбәр ул. Ирҙәр буйтым ул.
 
Венер ИСХАҠОВ.
Фото: В контакте
Автор:
Читайте нас: