-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәлеш

(Һәнәк рецебы) Һыуытҡыстан ун йомортҡа алығыҙ, ҡалған етеһен өҫтәлгә ҡуйығыҙ, иҙәнде һөртөгөҙ, икенсе тапҡыр ныҡ иғтибарлы булығыҙ. Тас алығыҙ, уның ситенә йомортҡаларҙы һытығыҙ, эсендәге шыйыҡсаны тасҡа һалығыҙ. Өҫтәлдәге йомортҡа һарыларын һөртөгөҙ, ипле булығыҙ.

Бәлеш
Бәлеш

Шулай итеп, таста биш йомортҡа һарыһы. Хәҙер миксер алығыҙ, таждарын ҡуйығыҙ ҙа йомортҡа һарыларын туғып күбекләндерегеҙ. Тағы ла бер тапҡыр таждарҙы ҡуйып ҡарағыҙ. Саҡылдатығыҙ. Туғығыҙ. Битегеҙҙе, елкәгеҙҙе, ҡулдарығыҙҙы һәм арҡағыҙҙы йыуығыҙ, ҡолаҡтарығыҙҙы йомортҡа һарыһынан таҙартығыҙ. Һөҙөмтәлә таста туғылған ике йомортҡа һарыһы ҡалды, тап бына улар беҙгә бәлеш өсөн кәрәк тә инде.
Он алырға ваҡыт. Кухняның стеналарына һәм түшәменә гәзит йәбештерегеҙ, йыһаздарҙы сепрәк менән ҡаплағыҙ. Ниндәй булһа ла ярай. Стаканға 200 грамм он ҡойоғоҙ, шунан тасҡа һалығыҙ; ҡалған 800 грамын кире һауытҡа тултырығыҙ. Түшәмгә һәм обойҙарға гәзит йәбештерелгәненә ышанғас, туғый башлағыҙ.
Душ ҡабул итегеҙ. Дүрт ҙур алма һәм үткер бысаҡ алығыҙ. Эште дауам итер алдынан дарыуханаға барып, йод, пластырь һәм бинт һатып алырға онотмағыҙ. Алмаларҙы таҙарта башларға ваҡыт. Баш бармағығыҙҙы йод менән эшкәрткәс, бинтлағыҙ. Алмаларҙы кубиклап турағыҙ. Хәтергеҙҙә тотоғоҙ: беҙгә ике алма кәрәк буласаҡ, эш барышында ике алманы ғына ашарға ярай. Һуҡ һәм урта бармаҡтарығыҙҙы йод менән эшкәртегеҙ. Берҙән-бер тороп ҡалған алманың кубиктарын тасҡа ташлағыҙ, иҙәнгә төшкән кубиктарҙы йыйып алып йыуығыҙ. Барыһын да миксер менән туғығыҙ. Һыуытҡысты йыуығыҙ, кипкәс, йыуыу ауырға төшәсәк. Хәҙер тасты табаға бушатығыҙ ҙа духовкаға ҡуйығыҙ. Бер сәғәт көтөгөҙ, һиҙелерлек үҙгәрештәр тойолмаһа, духовканы һүндерегеҙ. Йоҡлап торғас, “01”-гә шылтыратмағыҙ, тәҙрәләрҙе һәм духовканы ғына асығыҙ.
Шунан һуң ҙур ҡәнәғәтләнеү менән магазинға барып торт һатып алығыҙ.

Р. ВӘЛИЕВА.

Автор:
Читайте нас: