-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

АҠБАЙҘЫҢ ЭТЛЕГЕ

Мин өйҙө онотҡанда бер генә йыйыштырам. Әммә үҙeбеҙ тамаҡ туйҙырған өҫтәл тирәһен йыш ҡына һөрткөләп, гөлдәргә һыу һалып, әҙерәк булһа ла туҙанын һөрткөләп алам – шуның менән эш бөтә. Йылына бер-ике мәртәбә генә өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп, йыйыштырам. 

АҠБАЙҘЫҢ ЭТЛЕГЕ
АҠБАЙҘЫҢ ЭТЛЕГЕ

Был эште йәй көнө башҡарам. Өйҙә бер үҙем генә булғанда, бик матур, ҡояшлы көндө һайлайым да, мендәр-юрғандарҙы балконға сығарып, тәҙрәне ҙур итеп асып ебәреп, шунда һалып әйләндергеләп, ҡаҡҡылап-һуҡҡылап алам.
Бер көндө шулай өй йыйыштырып алырға уйланым. Диван аҫтын йыуып йөрөһәм, ике күҙем дүрт булды. Швабраны диван аҫтына тығып та өлгөрмәнем, ул нимәгәлер эләкте, тартып ебәрһәм, аҡса янсығы килеп сыҡты! Асып ҡараһам, эсендә визиткалар, банк картаһы һәм аҡсалар күренеп ҡалды. Бер килке һушһыҙ ҡатып ҡалдым. Ыстағафирулла, был ни эш, кем эше?.. Башыма таяҡ менән һуҡтылармы ни? Һушһыҙ килеш күпмелер ултырғандан һуң, диван аҫтын ут яҡтыртып ҡараһам, тағы бер аҡса янсығы, шунан ҡатын-ҡыҙҙарҙың оло ғына косметичкаһы килеп сыҡты.
– Бәй-бәй, был кем эше инде? – тип уйлап ултырһам, Аҡбайыбыҙ йүгереп килеп сыҡты ла, ҙур эш башҡарғандай, минең тирәлә һырпалана башланы. Үҙе күҙен йылтыратып, бер туҡтауһыҙ һыуытҡыс яғына ҡарап ала. Йәнәһе, ул ҙур эш эшләгән, хәҙер тәмле итеп ашап алырға ла була, тигән һымаҡ минең эргәлә өйөрөлә башланы. Вәт, Аҡбай, һин ҡылғанһың бит эште? – тип аптырап ҡалдым.
Көн артынан көн үтә торҙо. Бер ваҡыт әхирәттәремдән шундайыраҡ һүҙҙәр ишетергә тура килде. Бер танышымдың аҡса янсығын автобуста сәлдергәндәр, ә икенсеһе юғалтҡан. “Әллә кeҫәмдән төшөп ҡалды инде, аҡсаһы чурт с ним, банк карталары, эсендә күп кенә визиткалар бар ине, шулары бигерәк йәл. Хәҙер сәпсим ике ҡулһыҙ тороп ҡалған һымаҡ булдым”, – тип зарланды ул. Юғалған әйберҙәрҙең минең диван аҫтында ятҡанын бер кем дә күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын. Шулай ҙа тиҙ арала рәтен-сиратын табып, дуҫтарымды саҡырып алып, әйберҙәрен үҙҙәренә тапшырҙым. Шатлыҡтарының иге-сиге булманы. Аҡбайҙың шундай этлек эшләрен кем белгән инде. Ә мин уны тәмле ашамлыҡтар биреп, башынан һыйпап, еүеш моронон тотҡолап (шулай итһәң уға ныҡ оҡшай), «Аҡбай, маладис, маладис!» – тип иркәләнем. Хәҙер таныш-тоноштарҙы саҡырып алыр булһам, этебеҙҙе шундуҡ үҙенең тәғәйен урынына ултыртып, бикләп ҡуям. Эт – эт бит инде, тағы этлек эшләп ташлар, тип ҡурҡам.

Л. САЙРАНОВА.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: