Биләмәнең таҙалығын тәьмин итеүҙе һиңә йөкмәтеү дөрөҫ булыр, тип уйлайым. Ҡарауылға килгән сағыңда бер уңайҙан сүп-сар йыйһаң, ҡалған көндәрҙә еңелсә генә йыйыштырып ҡайтһаң, беҙгә шул етер. Ипотека түләүеңде иҫәпкә алғанда, был эш һеҙҙең ғаиләгә өҫтәмә килем булыр ине”, – тине. Оҙаҡ уйлап тормай, шул көндән алып ҡулға һепертке тоттом.
Ер һепереү тәүҙә бик танһыҡ тойолдо. Ҡала тормошона өйрәнеп, ялҡауланып йомшара башлаған мускулдарыма һепертке-көрәк тотоу бик шәп күнекмә һымаҡ ине. (Аҙаҡ, бурап ҡар яуа башлағас, терһәкте тешләрҙәй булдым, ә уныһы – бөтөнләй икенсе тарих). Тиҙ арала эштең рәтенә төшөндөм, минең эштән директор ҙа ҡәнәғәт ҡалды шикелле. Ҡарауылға киләм дә биләмәне ҡарап сығам. Берәй ерҙә төймәләй булһа ла сүп күрһәм, ҡулымдағы һоҫҡом, һеперткем менән уны алып китәм. Шулай бер-ике көн үтеп тә китте.
Бер көн көнбайыш ҡойма янында, күрше өй балкондары тәңгәлендә, ҙур булмаған ҡыуаҡ аҫтында, йөҙҙәрсә тәмәке төпсөгө ятҡанын күреп ҡалдым. Ул тәмәке ҡалдыҡтарының күптәре төҫһөҙләнгән, ә ҡайһылары – яңы ғына. Ике сәғәт эсендә был ерәнгес сүп-сарҙы тырматып, түгеп ҡуйҙым. Йортҡа ҡарап, тәмәке тартыусыларҙан: “Ташламағыҙ бында төпсөгөгөҙҙө, кәнсирегеҙгә һалып барығыҙ”, – тип үтенгем килде, ләкин ул көндө тартып торған берәү ҙә күренмәне. Бәлки, эшкә әүрәп күрмәй ҡалғанмындыр. Төпсөктәрҙең маркаһы башлыса бер фирманыҡы булғанлыҡтан, уларҙың барыһын да бер кеше ташлағанын аңлау ҡыйын түгел ине. Ғәҙәттә, тартыусылар өйрәнгән тәмәкеһен алмаштырып бармай.
Икенсе сменама килгәс, теге урында яңы төпсөктәр ятҡанын күрҙем. Әмәлгә ҡалғандай, балконда бер ир тәмәке көйрәтеп тора ине. “Төпсөк ташлаусы ошо ир түгелме икән?” – тигән шик тыуҙы. Тоттом да һаулыҡ һорашыу-нитеү юҡ:
– Тәмәкегеҙҙең маркаһы ниндәй? – тип һораным.
– Һинең ни эшең бар?! – тине теге, ҡырын ҡарап,.
– Улайһа, төпсөк һала торған һауытығыҙҙы күрһәтегеҙ! – тинем мин, асырғанып.
– Ниңә бәйләндең дә әле миңә? Был – минең балкон, унда ни теләйем, шуны эшләйем, ниндәй тәмәке тартырға теләйем – шуны тартам, ә һауытты күрһәтмәйем.
– Кемдер ошо урынға тәмәке төпсөктәре ырғыта, ул кешенең һеҙ түгеллегенә ышанғым килгәйне. Тимәк, ул – һеҙ, – тип, оло йәштәге иргә бөтә уйлағанымды әйтеп бирҙем. Ул тәмәкеһен көйрәтеп бөтөр-бөтмәҫтән, төпсөгөн ситкә, уларҙың йорто менән беҙҙең шаҡартма араһындағы тыҡрыҡҡа ырғытты.
– Ах, һеҙ шулаймы әле! Ҡарағыҙ уны, һеҙҙең ташлағанығыҙҙы күрһәм, тәҙрәгеҙҙе таш менән яра һуғырмын!.. – тип, яман итеп һүгенеп, китеп барҙым. Яңы танышым:
– Бар, эшең менән бул! – тип балконының асмалы тәҙрәһен ябып ҡуйҙы.
Оло башы менән балаларса ҡыланған был кешелә мин миллиардлаған бүтән кешеләрҙең сағылышын күргәндәй булдым. Бер кешенән төңөлөүем миллиард кешенең йөҙөнә ҡараңғылыҡ япҡандай булды. Биләмәмә төпсөк ташлаусыларға асыуым, яйлап булһа ла, һүрелде барыбер. Тормош сыҙам булырға өйрәтте. Ваҡыт күнектерҙе. Урам һепергән саҡта тыңлаған аудиокитаптар аҡыл бирҙе. Хәҙер минең ундай кешеләргә иҫем китмәй. Үҙем һымаҡ дөрөҫлөк даулаусыларға көлөп кенә ҡарайым. Ә ул өйҙәге кешеләрҙең күбеһе ваҡыт үтеү менән минең менән танышып алды. “Һеҙҙең биләмә һәр саҡ тап-таҙа, бер ҡағыҙ киҫәген күрмәҫһең”, – тип, маҡтап китеүселәр ҙә аҙ булманы. Минең ҡар көрәгәнде күреп, Александр исемле бер егеттең кис эргәмә сығып, ҡар көрәшкән сағы ла булды. Дворник булған дәүеремдә, ә мин был эштә ике йыл тирәһе эшләнем, урамда сүп-сар ташламаҫҡа өйрәндем. Ҡайһы саҡтарҙа, кәйеф шәп мәлдәрҙә барып элекке биләмәмде йыйыштырып та киткеләйем. Минең урында эшләүсе дуҫыма үҙемсә “сюрприз” яһайым шулай. “Әйҙә, – мин әйтәм, – бер кешенең күңеле булһын”.
Байым РӘХИМЙӘНОВ.