+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Нишләргә?

(Әҙиптәр һәм мәҙәктәр)Яҙыусылар ойошмаһына йәше иллегә етһә лә, ижад иткән әҫәрҙәре менән уҡыусылар күңеленә юл таба алмаған, шулай ҙа үҙен бик яратҡан яҙыусы Бәндәүир Ғәлимуллин килә һәм:– Мостафа Сафич! Ошо йылдың 3 октябрендә минең илле йәшлек юбилейым. Нишләрбеҙ икән? – ти.

Нишләргә?
Нишләргә?
Ул үҙенең юбилей кисәһен ҙурлап үткәреүгә өмөт бағлап йөрөгәнлектән, төрлө ойошмаларҙан, уҡыусыларҙан ҡайнар ҡотлау һүҙҙәре ишетеүгә, орден уҡ булмаһа ла, республика хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһын, берәй оло залдағы әҙәби кисәлә шәлкем-шәлкем сәскәләр алыуға иҫәп тотоп, тәмле-татлы хыялдарға бата. Тик Яҙыусылар ойошмаһының ул саҡтағы рәйесе Мостай Кәрим генә, нишләптер, бер нәмә лә өндәшмәй.
– Миңә тиҙҙән 50 йәш тула бит, Мостафа Сафич, нишләргә икән? – тип әүәлге һорауын ҡабатлай Бәндәүир.
– Илле тулғас, нишләйһең ти инде, – тип йылмая Мостай Кәрим, – бик матур итеп илле бер йәш менән китерһең!
Мөкәрәмә САДИҠОВА.
 
Автор:
Читайте нас: