-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Режиссёр

Зарема бөйөк режиссер булырға хыялланды. Сәхнәлә аңлайышһыҙ хәбәрҙәр һөйләп, ҡулдарын болғап, әҫәрләнеп йә ҡыҙып йөрөгән, артистарҙы йүгерткән режиссерҙарға ҡарап иҫе китте.

Режиссёр
Режиссёр

Институтты уҡып бөтөп эшкә килгәйне, уға күпте белгән тәжрибәле кешеләр аҡыл өйрәтте. Күпте белгән аҡыл өйрәтеүселәр бөтә ерҙә лә бар ҙа инде.
— Бындай толом йөрөткән режиссер булмай инде. Бигерәк төҫөң иҫкесә, — тинеләр. Ә Зарема тиҙ генә төшөнөп бара торғандарҙан. Парикмерхскийға барып, сәсен төбөнән киҫтереп кенә түгел, башының ярты өлөшөн хатта ҡырҙырып сыҡты. Шундай заманса текә прическа эшләтте.
Белгән кешеләр һаман тәрбиәләне:
— Тәмәке тартмаған режиссер булмай, — тинеләр, — бөтөн билдәле режиссерҙарҙың бармағында сигарет баҙлай.
Бер-ике ай сәсәп алырға тура килде, әммә шундай оҫта итеп тартырға өйрәнде, Мерлен Монро үҙе көнләшер. Ҡыҙыл тырнаҡлы бармаҡтарының араһындағы нәҙек тәмәке үҙе бер сәнғәт өлгөһө һымаҡ ине.
Әммә белемселәр тағы кәмселек тапты:
— Арҙаҡлы режиссерҙар менән шарап эсеп, бөйөк идеялар хаҡында серләшеп төндәр үткәрмәй тороп был сергә төшөнөп булмай.
Булды. Улары ла булды. Унан ҡала тағы әллә күпме һынауҙар үтелде. Һығымтала, бөгөн Зарема шундай тәжрибәле, донъя күргән һәм заманса тормош алып бара, әммә әлегәсә сәхнәгә бер нәмә лә сығарғаны юҡ. Ярай, булыр әле. Эргәһендә аҡыллы кешеләр етәрлек – өйрәтерҙәр.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: