-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл ялы

Быйыл мин отпускыны ауылда үткәрергә булдым. Былтыр диңгеҙгә барғайным, бөтөн нәмә ҡиммәт икән. Бер тәрилкә бутҡаны йөҙ һумға алып ашап йөрөнөм, туңдырмаһы йөҙ илле тәңкә, хатта бер стакан һыуҙы ла бушлай алып эсеп булмай.

Ауыл ялы
Ауыл ялы

Ҡоро тоҙло һыуға алданып йөрөп ҡайтылды. Ярай инде, ҡояшҡа янған тәнде күрһәтеп маҡтаныу үҙе бер ғүмер булды булыуын.
Быйыл ауылға юлландым. Әсәй тәүге иртәлә үк боһорап торған йәш картуф ултыртты алдыма. У-ух, ашап ҡына туйғыһыҙ. Телеңде йоторлоҡ. Ә был ризыҡ диңгеҙҙә күпме торор ине икән?..
– Быйыл ямғыр булғас картуф та, ҡыйы ла шәп үҫә. Иртәнге һалҡында картуфты күмә башларға ине, – тине әсәй ғәҙәти генә итеп.
Күмергә тигәс – күмергә инде. Төшкә тиклем үк булмаһа ла, аҙыраҡ ҡояш күтәрелгәнгә ҡәҙәр, ҡара тиремде сығарып алдым. Картуф күмеү уйын эш түгел.
Төшкө ашҡа һалынған һурпа еҫе танауҙы ҡытыҡланы. Бер һарыҡты бер үҙем ашап бөтөрлөк булып килеп ингәйнем, әсәйем алдыма ҡамыр ҡуйҙы:
– Балам, ҡулыңды һабынлап тороп йыуып ал да, ашҡа һалма йәй әле.
Йәйеп торам, йәйеп торам, үҙем уйлап торам: нисә порция һалма яһайым да, диңгеҙҙә был тамаҡ күпмегә төшөр ине икән? Ай-һай, бик ҡиммәт булыр ине ул. Ә бында барыһы ла бушлай.
Аштан һуң ҡайһылай ғына туҡ һымаҡ булһам да, йәш ҡаймаҡты һуҙылдыра-һуҙылдыра икмәккә яғып сәй эсеүҙән баш тартып булмай икән ул. Бына ошо ҡаймаҡ диңгеҙҙә...
– Ҡыҙым, бесәнде саптырып өйҙөргәйнем, шуны ташып алырға ине.
– Минме?..
– Икебеҙ. Кипкән бесәнде тейәп һәм бушатып алыу ауыр түгел ул.
Түгел һиңә! Үлән ҡыйына ҡойоноп, сөскөрә-бышҡыра, ике көн ташыныҡ та ҡуйҙыҡ. Ташымаҫ инең, ҡаймаҡ ашағы килә...
Бесәнде тамамлап ҡына ҡуйтыуға, көтөү көтөү сираты килеп етте. Мал артынан оҙон сыбыҡ тотоп эйәреп йөрөйөм, күгәүендәрҙе ҡыуам, ҡояшта янам, ямғырҙа һыуланам да елдә кибәм. Һарыҡтарға ҡарап һынап йөрөйөм: был сама ит диңгеҙҙә ни хаҡ булыр ине икән?
Ике аҙна ялымда ауылда рәхәтләнеп буш ашап-эсеп, бушлай ял итеп, бушлай ҡыҙынып йөрөп киттем. Шул арала бесәнде алдыҡ, картуфты күмеп бөттөм, йәшелсә баҡсаһын утаным, еләк йыйҙым, көн дә һыйыр һауып ҡаймаҡ борҙом, көтөү көттөм, миндек бәйләнем, вәринйә-сәлинйә яптым. Интернетта бөтөнләй ултырманым. Уға ваҡыт та булманы. Отпускым шулай тулы ҡанлы, тығыҙ тормош менән үтеп китте. Ә диңгеҙҙә булһам, был ял күпмегә барып баҫыр ине икән?

Розалия ЫРЫҪҠОЛОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: