Ләкин хәҙер туҡтаттым.
Мин үҙем, бәлки, туҡтатмаҫ та инем, һаулыҡ ҡаршы төштө. Йөҙ грамм эсәм, бүтән үтмәй.
Дуҫтар икенсегә ҡоя, ә мин иһә, ғәфү итегеҙ, кикерергә йүгерәм. Аҡсаны тигеҙ һалабыҙ, һәм бына тәбиғәттең ниндәй ғәҙелһеҙлеге. Докторға барырға тура килде. Доктор мине тыңланы, һуҡҡыланы, еҫкәне һәм әхлаҡи яҡтан үлтерҙе: йәнәһе, йөрәгемдәге клапандар бушаған, һыҙғыра. Ҡайһы клапандың һыҙғырыуы ярып ҡарағас ҡына асыҡлана, әлегә миңә артығын эсергә ярамай.
Ул саҡта ныҡ борсолдом. Поликлиниканан сыҡтым, ҡайғынан сикүшкәне эсеп бөтөрҙөм – дефицит нәмәне ташлап булмай ҙа баһа. Шунда уҡ күтәрмәгә ултырҙым, поликлиниканан китергә ҡурҡам: ҡапыл теге клапандар һуңғы мәртәбә һыҙғырһа һәм мин... Ә йәшәге килә. Өйрәнелгән.
Шулай ҙа поликлиника һигеҙгә ҡәҙәр генә эшләй, ә теге донъяға тәүлек әйләнәһенә ҡабул итәләр. Шулай икән, күтәрмәлә көтөп ултырыуҙан фәтүә аҙ. Торҙом да әкрен генә ҡайтып киттем. Шунан бирле крандағы хлорлы һыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡулланмайым. Башта уҡшытты, һуңынан әкренләп өйрәндем. Ҡулыма аҡса инде. Өҫ-башты яңырттым. Айыҡ баштан өйҙө ремонтларға уйланым.
Өй үҙемдеке, атай ҡарттан ҡалды. Унда аяҡ тибеп йәшәргә була әле, тик тышҡы яғы бигүк матур түгел, эстетикаһы юҡ. Фасады, махмурҙан һуң була торғанса, йәшелләнде, мөрйәһе ултырҙы, ҡыйыҡта тишектәр күбәйҙе. Күптән ремонт талап ителә.
Эш күләмен самаланым. Күләм бер биҙрә тирәһе тарта. Башҡаса нисек булһын: шифер алырға биш шешә кәрәк, кирбескә литр ярым... Юҡ, кирбес күберәк һурасаҡ: Васька Навраловҡа мәгәрис, уның кирбес заводында таныштары бар, таныштарының таныштары күпмелер – белмәйем. Фасадты таҡта менән көпләгәндә һәйбәт булыр ине, әммә таҡта артынан район төҙөлөш контораһы прорабына барырға кәрәк. Ә ул, алыпһатар, коньяк ҡына ала, беҙҙең кеүек эшсе-крәҫтиәндәрҙең эсемлегенән ерәнә. Хәҙер магазиндарҙа буяу иркен һатыла, тик алама, ә яҡшыһына грамына грамм алалар. Ләкин иң ауыр мәсьәлә – транспорт. Шоферҙар аҡсаға ризалашмай, уларға Бөтә Союз тарифы – араҡы бир.
Ҡиммәтерәккә төшә. Әммә хәҙер ни арзан һуң? Отпуск алдым да көн һайын, эшкә барғандағы һымаҡ, сиратта торҙом. Туплап бөткәс, ремонтты башларға иҫәп. Төҙөлөш материалдары базаһына барҙым. Клиенттарҙың сығып бөткәнен көтөп торҙом да кладовщикка мөрәжәғәт иттем:
– Ҡарале, дуҫ кеше, миңә шифер кәрәк ине, ә?
– Накладнойығыҙҙы күрһәтегеҙ.
– Накладной, – тим, – миндә юҡ, әммә кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған... – һәм шешәне сығарҙым.
Шешәне күргәс, ул йомшара төштө:
– Материалдар накладной менән генә ебәрелә.
– Хет әллә нәмә менән ебәрегеҙ, тик миңә шифер кәрәк, – икенсе шешәне өҫтәлгә ултырттым.
Шунда уҡ бер-беребеҙҙе аңланыҡ. Кеше хәленә инә белеүсе иптәш булып сыҡты. Ишектә – “тәнәфес” табличкаһы, өҫтәлдә – ике стакан.
– Материалдар накладной буйынса бирелә, – ти, – ләкин һәр ваҡыт формалист булырға ярамай, мин дөрөҫ һөйләйемме? Етмәһә, кисәгенән һуң башым ярылып килә. Береһен икебеҙгә дуҫлыҡ өсөн төшөрөп ҡуябыҙ, ә икенсеһен мин кис көнө арығас...
Мин уға, яҡшы кеше булараҡ, дөрөҫөн әйттем:
– Һин, дуҫ, башыңды төҙәт, мин эсмәйем. Ғәфү үтенәм, әлбиттә.
– Ниндәй мәғәнәлә? – тип һорай.
– Тура мәғәнәлә. Ташланым. Йөрәгем...
– Күреп тораһың, мин дә йөрәкһеҙ түгел, әммә бер тамсы ла, был... был фәнни булмаған фантастика.
– Һин, дуҫ, һаулығың өсөн эс. Ҡасан машина менән килергә?
– Гражданин, ниндәй машина?
– Шифер тейәр өсөн.
– Ә һеҙ, тимәк, эсмәйһегеҙ, эйеме? Бөтә кешеләр ҙә кеше кеүек, ә һеҙ... ОБХСС-тан, эйеме? Юҡ инде, мин аңлайым! Гражданин, шешәләрегеҙҙе алығыҙ ҙа келәтте бушатығыҙ, башым былай ҙа кисәге артыҡ эштән ауырта. Түрәләрегеҙгә әйтегеҙ: материалдар имзалы һәм мисәт һуғылған накладнойҙар буйынса ғына бирелә!
Бына һиңә мә! Йә тишек-тошоҡ өйөңдә айыҡ ултыр, йә яңы шифер менән көпләнгән ҡыйыҡ аҫтында йөрәгең ярылып үл. Әйтәйек, шифер йөрәгемде күтәрҙе лә, ти, ләкин алда кирбестәр, таҡталар, буяуҙар, шоферҙар... Пенсияға тиклем йәшәгем килә!
Әммә мөрйә ауышҡан. Васька Навраловҡа йүгерҙем. Ул эшлекле ир:
– Кирбес? Күпме? Мөрйәгә? Хет домна мейесенә! Күпме икәнен әйт. Кирбес тимәйем, нисә шешә араҡы килтерҙең, тип һорайым.
– Дүрт? Яраған. Әйҙә, кирбес заводына.
Беҙҙе унда туғандар кеүек ҡаршыланылар. Контораға барып йөрөргә кәрәкмәй, тинеләр, урында хәл итербеҙ, башта был эште йыуырға кәрәк. Әйтергә мәжбүр булдым: эсмәйем. Васькаға бышылдағандарын ишетәм:
– Һин, ҡәбәхәт, кемде алып килдең?! Бындай эсмәүселәрҙе беләбеҙ беҙ! Халыҡ контроленән килгәне, беҙҙе эләктерергә теләгәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Милицияға шылтыратҡансы шешәләрегеҙҙе алығыҙ ҙа һыпыртығыҙ, унда беҙҙең дә таныштар бар.
Һыпыртырға тура килде. Васька асыуланып төкөрҙө лә мине ташлап китте. Хеҙмәттәре өсөн бер шешәне алды. Ә мин район төҙөлөш контораһына, таҡталарға етәкселек иткән теге прорабҡа саптым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, саҡ ҡына һуңлағанмын: аҡ биҙгәк менән дауаханаға алып киткәндәр. Шул кәрәк ул алыпһатарға!
Миңә ни эшләргә һуң? Докторҙар эсергә ҡушмай, ә беҙҙә эскеһеҙ эт ояһы ла төҙөрмөн тимә. Ярай әле, эсмәүсе кладовщиктар һәм прорабтар бар, юҡһа, нисек йәшәр инек.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.