-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

МОТОЦИКЛСЫ

Бынан байтаҡ йылдар элек милицияла участковый булдым. Шулай бер ваҡыт ауыл буйлап йөрөгәндә ҡаршыма коляскалы “Урал” мотоциклы килгәне күҙгә салынды. Рулдә – мәңге айнымаҫ Валерик. Мотоцикл яҡынлашҡан һайын, уның был юлы ла ҡырын тейәгәне яҡшыраҡ күренә барҙы.

МОТОЦИКЛСЫ
МОТОЦИКЛСЫ

Иҫерек мотоциклсының үҙенә, ауылдаштарына, киске урамда уйнаған балаларға ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырғанын барығыҙ ҙа аңлайһығыҙҙыр. Тегене туҡтатмаҡ булып, ҡулымды болғарға тотондом. Әммә ул туҡтарға уйламаны ла, хатта мине күрмәне лә буғай.
Ҡулымда – папка. Участковыйҙың папкаһы – айырым ҡисса. Унда нимә генә юҡ: буш бланкылар, протоколдар, мотлаҡ үтәлергә тейешле күрһәтмәләр, өҫтән милиция лейтенантына килгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ документтар – ҡалын ғына папка. Валерик минең менән тигеҙләшкәс, ошо папка менән тегенең башына тондорҙом. Мотоциклсыға бер ни ҙә булманы, елдереп үтте лә китте. Ә мин папканы ҡулымда тотоп ҡала алманым. Ул һә тигәнсе матайҙың коляскаһына төштө лә ятты. Әйтерһең, урыны шунда.
Валерик минең яҡҡа боролоп та ҡараманы, иҫемә килгәндә күҙҙән юғалғайны инде.
Төнө буйы эҙләп йөрөүем бушҡа булды, Валерик табылманы.
Иртән үҙе килде, һин дә мин айныҡ, ҡырынған. Папканы ҡайтарғанда: “Кисә мин һеҙҙе өйөгөҙгә ҡайтарып ҡуйғанда коляскала онотоп ҡалдырғанһығыҙ шикелле”, – тине.
М. АРҒЫНБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: