Бер мәл ул холлда стенаға һөйәлеп иренеп кенә тешен соҡоусы егетте күреп ҡалды. Унда беҙ ҙә бар инек, директор эштән бушатыуҙың нисек булғанын ғәмәлдә күрһәтергә теләне. Егеттән тамаҡ төбө менән һораны:
– Аҙнаһына күпме эшләйһең?
Егет директорға ғәжәпләнеп ҡараны:
– 10 мең тәңкә алам, ә нимә?
Директор екерҙе:
– Ошонда көт!
Ул кабинетына инеп китте лә бер нисә минуттан ҡулына аҡса тотоп кире сыҡты. Егеткә 40 мең тәңкә тотторғас, ҡәтғи рәүештә белдерҙе:
– Бына һиңә дүрт аҙналыҡ эш хаҡы. Ә хәҙер бынан табаныңды ялтырат, башҡаса күҙемә күренмә!
Үҙ эшенән ҡәнәғәт ҡалған директор холлды һөҙөп ҡарап сыҡҡас, ҡысҡырып һораны:
– Ул йыбытҡының бында ни эшләгәнен берәйегеҙ әйтә аламы?
Бина төпкөлөнән кемдер яуап бирҙе:
– Әлбиттә, әйтә алабыҙ, ул пицца килтереү хеҙмәтенән, беҙҙең иҫәпләшкәнде көтә ине.
Әңгәмә
Юғары белем алғас, эш таба алмай эт йөҙәнем. Бармаған ерем, шылтыратмаған кешем ҡалманы. Ниһайәт, бәхет йылмайҙы. Былайыраҡ эшкә урынлаштым.
Телефоным шылтыраны.
– Әллеү.
– Һеҙҙе хакимиәттән борсойҙар… Эш эҙләйһегеҙме?
– Эйе.
– Компьютерҙы биш бармағың кеүек беләһегеҙме?
– Эйе.
– Иртәгә әңгәмәгә килегеҙ.
Барҙым. Дер ҡалтырайым, сөнки буласаҡ белгеслегем хаҡында бер ни ҙә белмәйем.
– Һеҙ кисә миңә шылтыраттығыҙмы? Эш буйынса…
– Эйе, эйе. Компьютерҙа эшләй беләһегеҙме? Программаларҙы беләһегеҙме? Система администраторы булып эшләй алаһығыҙмы?
– Ә-ә-ә, юҡтыр, моғайын. Мин – эколог, программасы түгел.
– Һеҙ миңә нисек яуап бирҙегеҙ? Һеҙгә эш кәрәкме?
– Эйе…
– Улайһа, былай тип яуап бирегеҙ: «Мин барыһын да эшләй алам һәм беләм, белмәгәненә өйрәнермен!» Аңланыңмы? Хәҙер түрә янына инәбеҙ, уға шулай тип яуап бирерһең.
Түрәгә индек, барыһын да беләм һәм эшләй алам, тинем. Система администраторы булып эшләгәнемә ярты йыл булып килә. Мин кадрҙар менән эшләүсе белгескә нисек әңгәмәләшергә өйрәткәне өсөн бик рәхмәтлемен.
Й. ЯЛСЫҒОЛОВ.
Фото: pikabu.ru