-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡабаҡ

Быйыл ҡабаҡ ныҡ уңды бит. Уны ҡурып та, быҡтырып та, быуҙа төнәтеп тә, башҡа аҙыҡтарға ҡушып бешереп тә рәхәтләндек йәй буйы. Унан китте ҡышҡа әҙерләнеүҙәр. Ҡабаҡ ыуылдырығы тултырылмаған һауыт ҡалманы. Унан ул ҡабаҡтан ябылған салат төрҙәренең иҫәбе-һаны булманы. Тик ҡабаҡтар бөтөү генә түгел, кәмемәне лә.

Ҡабаҡ
Ҡабаҡ

Артабан ҡабаҡты һәр килгән туған-тумасаға, дуҫтарға тоттороп ҡайтарыу башланды. Ул ғына ла түгел, ҡабаҡты күрше-күләнгә алып инеү, нәҫер-нәсәбәгә барғанда тотоп барыу китте, күстәнәстәр араһына ҡабаҡ ҡыҫтырып һалынды. Нимәһе ғәләмәт, ул ҡабат шул уҡ нәүбәттә үҙеңә лә әйләнеп ҡайтты бит әле, уны тотоп инделәр, ҡыҫтырып килделәр, күстәнәскә ебәрҙеләр. Ҡабаҡтар баҡсала ла, баҙҙа ла, өйҙә лә, карауат аҫтарында ла, хатта балконда ла тәгәрәшеп ятты. Ҡабаҡ өндә генә тормошто баҫып алғаны етмәне, төштәргә лә кереп аҙапланы. Ялдар ҡабаҡ эшкәртеү, таратыу, оҙатыу, юҡ итеү менән үтеп, “ҡабаҡ” тигән һүҙҙән дә биҙәр булып эшкә килһәм, коридорҙа директор туҡтата:
–Ғәфү итегеҙ... һеҙгә ҡабаҡ кәрәкмәйме?
–Ҡ-ҡа-баҡҡ?.. – тием, тотлоға биреп.
–Эйе! Шундай тәмле, һутлы, йәш кенә ҡабаҡтар. Бушлай таратам! Кабинетымда тулып ята – рәхим итегеҙ.
–Шулаймы ни? Әлбиттә инеп алырмын. Рәхмәт!
Башым әйләнә биреп үтеп киттем. Ҡалайтаһың?.. Уңды бит быйыл ҡабаҡ...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: