Кит, минең Мәймүнем кеүек мәймүн ир булмаҫ! Үҙе алдаҡсы, етмәһә. Бер көн шулай балыҡтан ҡайтты ла, һөйләгән була. Ем алып барырға онотҡанмын, ти. Шунан, ти, ауыҙына баҡа ҡапҡан йылан күреп ҡалдым, ти. Тегенең баҡаһын тартып алдым да, тураҡлап ҡармаҡҡа кейҙерҙем, ти. Йылан үпкәләмәһен өсөн, хәмер эсерҙем, ти. Шунан, ти, бер заман һиҙәм: арҡама кемдер һырпалана, ти. Ҡараһам, теге йылан, ти. Был юлы ауыҙына өс баҡа ҡапҡан, ти. Миңә һуҙа, ти. Әкәмәт. Оҡшап киткән йыланға хәмер.
Мәймүнемде әйтәм, балаларҙы бар тип тә белмәй инде бына. Бер саҡ шулай, балаларға күҙ-ҡолаҡ бул, тинем дә, ҡайҙалыр киттем. Ҡайтҡас һорайым, йә, нисек, интектермәнеләрме, тим.
– Икеһен йоҡлаттым, бынауы өсөнсөһө генә һис тыңламай, аптырағас, бәргеләп алдым, – ти.
– Эй, Алла, – мин әйтәм, – йүнһеҙ, һуң ул бит күрше малайы! – тим. – Уйнарға кергәйне, – тим. Нисә балаһы барлығын да белмәй, әпә!
Миңә лә иҫе китмәй. Тун алып бир тип нисә йыл инәләм. Ни, ти, һиңә тун алмаһаҡ, әллә нисә хайуан иҫән ҡаласаҡ, аңлайһыңмы шуны, ти. Тәбиғәтте һаҡларға кәрәк, ти. Экология йылы бит, ти. Мин дә уға хәҙер итле аш бешермәйем. Былай әллә нисә хайуан иҫән ҡала, тәбиғәтте һаҡларға кәрәк, тим.
Бер көндө кәбеҫтә алырға ебәрҙем үҙен. Ниндәйен алайым, ти. Үҙеңдең башың ҙурлыҡты ал, тинем. Әй, әкәмәт, магазинға барған да, һәр кәбеҫтә башына эшләпәһен кейҙереп ҡарап алған! Асыуланма инде, кәбеҫтә бер үлсәмгә ҙур булды, минең башҡа тап килгәнен таба алманым, ти.
Бер заман улыбыҙ Ураҙбай һорай:
– Ата-а-а-й, һуғыш нисек башлана ул? – ти.
– Бына, мәҫәлән, – ти атаһы, – Америка менән Англияның аралары боҙолоп китте, ти...
Шунда мин ҡыҫылдым:
– Улар бер ҡасан да дошманлашмаясаҡ! – тинем.
– Мин миҫал өсөн генә әйтәм бит, – ти Мәймүн.
– Һин баланың башын юҡ-бар менән ҡатыраһың!
– Үҙеңдең башың ҡатҡан, туң баш!..
Шулай тиеүе булды, тондорҙом тегенең башына сүмес менән!
Улыбыҙ Ураҙбай әйтә, рәхмәт, атай-әсәй, һуғыштың нисек башланғаны аңлашылды, ти.
Иремде әйтәм, етмәһә, эсә. Үҙе аҡланған була бит әле ул. Ни ти, мин, ти, ни ҡәҙәрле нығыраҡ эсһәм, шул тиклем нығыраҡ ҡулым ҡалтырай, ҡулым ни ҡәҙәрле нығыраҡ ҡалтыраһа, шул тиклем күберәк араҡы түгелә, эслидәүәтелнә, ни ҡәҙәрле күберәк эсһәм, шул тиклем әҙерәк эсәм, ти. Һыйыр!
Бер көн иртән генә ҡайтып инде.
– Мин барыһын да беләм, – мин әйтәм. –Полиция шылтыратты. Һин төнгө сәғәт өстә электр бағанаһын ҡосаҡлап йоҡлағанһың, – тим. Мәймүн әйтә, нимә, хәҙер бағананан да көнләшә башланыңмы ни инде, ти.
– Етер һиңә бер туҡтауһыҙ эсергә! – тим.
– Ә минең йылдар буйы эсмәүемде белмәйһеңме ни? – тигән була.
– Ҡасан? – мин әйтәм.
– Бәләкәй саҡта, – ти. Әпә!
Мәймүнем ике көн ҡайтмай йөрөгәс, ҡайғымды күрше ҡатынға һөйләнем.
– Миңә бик ауыр, – тим, – уның ҡайҙалығын да белмәйем.
– Ҡайғырма, – ти күрше, – уның ҡайҙа икәнлеген белһәң, һиңә тағы ла ауырыраҡ булыр ине, – ти.
Үҙенә күрә түгел ул. Бер танышы минең Мәймүндән:
– Кисә ниндәй бик йәмһеҙ ҡатын менән китеп бара инең ул? – тип һораған.
– Минең бисәгә әйтмәһәң, әйтәм, – тигән минең ир.
– Әйтмәм, – тигән тегеһе.
– Минең үҙемдең бисә ине ул, – тип әйтә, ти, минең ир. Хәстерүш! Үҙен белмәй, кендек! Шунан, шул танышына һөйләй, ти, минең бисә гел генә минең алда теҙләнә, тип әйтә, ти.
– Ә нимә тип әйтә һуң ул? – тип һорағас:
– Ҡатын, теҙләнә лә: “Сыҡ карауат аҫтынан, ҡурҡаҡ!”, – тип әйтә, ти.
Бер көндө пыр туҙып тиргәштек тә, түҙмәнем, әсәйҙәргә ҡайтып киттем. Бәхете бар ысбулыч Мәймүндең, әсәйем дә, атайым менән тиргәшкән дә, өләсәйҙәргә ҡайтып киткән булып сыҡты. Кире ҡайттым, нишләйһең. Мәймүн булһа ла, үҙемдең Мәймүнем бит әле ул. Яңғыҙ ирҙәр, яңғыҙ ҡатындар былай ҙа быуа быуырлыҡ.
Ҡана, юҡтан ғына сәбәп табып, күңелдәрем булғансы рәхәтләнеп тағы ла бер тиргәйем әле үҙен. Сирләргә сирең булғансы, тиргәргә ирең булһын, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер шәт.
Мотиҡ МУЛЛАЯНОВ.