Тик лавка алдында торғонлоҡ йылдарындағы шикелле халыҡ ҡайнашып тормай ине. Эсендә лә һатыусы ҡыҙҙан башҡа кеше күренмәне. Буш кәштәләрҙең береһендә биш-алты дана тутығып бөткән консерва банкаһы һәм ниндәйҙер китаптар ғына ине.
– Тауар ҡайтҡан, имеш, тигәйнеләр, ҡыҙым. Әллә буш хәбәрме? – Хәлиҙә ҡарсыҡ төҫө уңа төшкән күҙҙәре менән һатыусы ҡыҙға текләнде.
– Шаярғандарҙыр, өләсәй. Горбачты ғына килтерҙеләр.
– Ул нимә һуң? Консервамы? Кәнфит-маҙар түгелдер бит.
Һатыусы ҡыҙ, әбейҙе аптыратып, ниңәлер ҡысҡырып көлдө.
– Яҡшы хәбәр миңә һуң килеп етә шул. Бөткәндер, күрәһең.
– Ана, өләсәй, теҙелешеп торалар.
– Юҡ, ул консерваларың таныш. Инде нисә йыл яталар бит.
– Өс йыл инде.
– Алмайҙармы?
– Ҡабарғандар.
– Килкәләре һимергән, тимәк. Улайһа, горбачыңдан өлөш сығар.
– Китап ул. Горбачев яҙған. Берҙән-бер һәм иң осһоҙ тауар шул ғына, өләсәй.
– Бир шуны күберәк. Балалар мендәрҙәремде алып китеп бөттө. Баш аҫтыма өйөп һалырмын шуларҙы. Бәлки, матур төштәр ҙә күрермен.
Мансаф Ғиләжев.
Фото: m.onlinetrade.ru