Ҡыш бабай! Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, тик үтенесем бар: Яңы йыл төнөндә Кремль куранттары һуҡҡас, минең бәхетем ҡулымдан тотоп торһон ине!
***
Ҡыш бабайҡай! Был юлы аҡсалата, йәме!
***
Ҡыш бабай! Тағы ла бер тапҡыр иҫеңә төшөрәм: күршеләрҙең перфораторын ват!
***
Ҡыш бабай! Миңә Яңы йылға зачеттар һәм имтихандар ҡуйылған зачетка бүләк ит!
***
Ҡыш бабай! Яңы йылда һинән бүләккә ҡалын янсыҡ һәм нескә бил алырға теләйем.
***
Ҡыш бабай! Барыһын да үҙем һатып алам, тик Яңы йылда эш хаҡымды арттыр!
***
Ҡыш бабай! Бүләгеңде шыршы аҫтына һалма, шунда уҡ гаражға ҡуй!
***
Ҡыш бабай! Беҙҙең шыршыбыҙ юҡ, шуға күрә бүләгеңде өҫтәлгә һал. Киткәндә форточканы ябырға онотма. Өҫтәлдә бер ҡап кәнфит тора, ашап бөтмә, ул минең балалар баҡсаһынан алған бүләгем.
***
Ҡыш бабай! Һин дә минең һымаҡ кефир яратаһыңдыр, тип уйлайым. Һеҙҙә нисектер, әйтә алмайым, ә беҙҙә кефир һауыттан ағып бөтмәй, эсендә өс һумлыҡ ҡала. Ни булһа ла эшлә, йә беҙҙең телде оҙонайт.
Фото: darfix.ru