-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Принцесса"

– Бынауы Хәҙисәне әйтәм, әкиәт­тәге ҡамыр батыр ай үҫәһен көн үҫеп хайран ҡалдырһа, был көн һайын ун килоға арта. Оҙаҡламай өй ишегенә һыя алмаясаҡ бит, әй! Уны күргәс, һушың китеп йығылырһың, һуғымға ашатҡан сусҡамы ни! Биттәре бешкән ҡауын кеүек, ыстағафирулла, төрт­һәң, ярылырға тора.

"Принцесса"
"Принцесса"

Зәйнәп, Зәйтүнәнең һүҙен дауам итеп:
– Хәҙисә – һимерә, ире Ғәли, көн дә ун килоға ябығып, тире менән һөйәккә ҡалып бара, уға ҡараһаң, ҡурҡыныс та, ҡыҙғаныс та, – тине.
– Шул Хәҙисәне әйтәм, эшкә лә йөрөмәй, ауылды көнөнә ике тапҡыр әйләнеп сыға. Һәр өйҙә, юҡ-бар хә­бәрҙе арттырып-бүрттереп, туҙға яҙмаған нәмәләр лыбырҙай. Һәр өйҙә бал, май менән һыйлана, ҡәбәхәт. Ә Ғәли ас ултыра. Ғәлигә: “Йөрәккә­йем, һин бешергән аштар телеңде йоторлоҡ, бигерәк тәмле!” – тип, уға йүкә сөй ҡаға икән. Юха йылан! Уҡы­мышлығын ташҡа үлсәйем! Хәстрүш­тең, ике класты дүрт йыл уҡып, ваҡыт уҙҙырып, сабата туҙҙырып йөрөгән булды инде һөйрәлеп. Ғәлиҙе әйтер инем инде, ҡатыны: “Ғәли йәнем! Тегеһен эшлә, быныһын алып ҡуй”, – тип әйтеүе була, өйрәткән этме ни, башын эйеп, йүгерә башлай. Ҡойроғо булһа, уныһын да болғар ине, билләһи.
– Бер мәлде Ғәли эштән арып ҡайтҡан, – тип дауам итте Зәйнәп. –Бахырың, сәйһеҙ-ниһеҙ ҡатҡан әпәй кимереп ултыра. Өҫтәл өҫтөндә, шаром покати, бер ни ҙә юҡ. Карауатта, күбенгән һыйырҙай мышнап, донъяны дер һелкетеп, “принцесса”һы йоҡлап ята. Ғәли, етмәһә, мине үр­тәгәндәй, былай ти: “Зәйнәп апай, берүк ҡысҡырып һөйләнмә, Хәҙисәм­де уятаһың!” Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тәнем үтмәҫ бысаҡ менән киҫкелән­гән­дәй булды. Ғәлигә: “Ҡатыныңды ниңә шулай уҙындыраһың? Артына тип тә сығарып ебәр, оятһыҙҙы!” – тип әйткем килде.
– Зәйнәп! Әйҙә, бер ҡыҙыҡ эш­ләйек! – тине Зәйтүнә. – Беҙгә ингән һайын Хәҙисәнең сәйенә аштан бүк­терә торған дарыу һалайыҡ. Башҡа өйҙән-өйгә йөрөмәҫ эт кеүек хәйер­селәп.
Зәйнәп былай тип өҫтәне:
– Хәҙисә ултыраһы ултырғысҡа солидол буяһаҡ, тағы ла ҡыҙығыраҡ буласаҡ!
– Шулай ҙа ул, бысранған кейемдә­рен иренән йыуҙырасаҡ бит ул. Ғәлигә йәнә мәшәҡәт. Әй, Алла!.. – тип көрһөндө Зәйтүнә.

Фәнүз ХӘБИБУЛЛИН.

 

Автор:
Читайте нас: