Ҡотлобирҙенең бажаһы, инеү менән, шарт иттереп өҫтәлгә менеп баҫты ла аҫылыулы торған лампаны киҫеп ырғытты һәм ялтлап торған гәлсәр люстра элеп ҡуйҙы:
– Был өйҙә һәр саҡ ут янып торһон!
Ә ҡоҙа тейеш кешеһе, кухня яғына сығып, өҫтәлгә һауыт-һаба таратып ташланы:
– Ҡотлобирҙе ошо һауыт-һабалағы ашты гел беҙҙең ише дуҫ-иштәре менән генә ашаһын!
– Аяҡ өҫтө баҫып ашамабыҙ, бына ошо яңы ултырғыстарға теҙелешеп ултырырбыҙ, – тип, балдыҙы менән кейәүе өҫтәл тирәләй ун ике ултырғыс теҙеп ҡуйҙы.
Ҡунаҡтар береһенән-береһе арттырырға, бүләктәрен тапҡырыраҡ һүҙ әйтеп тапшырырға тырыша ине.
Һәйбәт кешенең дуҫ-иштәре лә һәйбәт инде. Ҡотлобирҙенең яңы фатиры әллә ни арала магазин келәтенә оҡшап ҡалды.
Инде киләһе кешеләр килеп, алынаһы бүләктәр алынып бөттө тип торғанда, ишеккә тыштан әллә ни менән килтереп төрттөләр. Коридорҙан:
– Асығыҙ! – тигән тауыш ишетелде.
Аптырашҡан ҡунаҡтар, был ни ғәләмәт тип, бөтәһе бер юлы тышҡа ташланды. Ишекте асыуҙары булды, өй эсенә оҙон таҡта килеп инде. Таҡта ике-өс сажин самаһы ингәс, уның хужаһы – Ҡотлобирҙенең күптәнге дуҫы Кинйәморат күренде.
– Уф, ҡасығыҙ, ҡас! – Кинйәморат, бер бәйләм таҡталары менән быларҙың бар донъяһын ҡыра яҙып, төпкә үтте лә нәмәләрҙе иҙәнгә ырғытты. Был ни эш, әллә Кинйәморат яңылышып киттеме икән, тип аптырап торған арала теге кире сығып китте. Үҙе артына әйләнмәй генә: “Ишекте бикләмәй тороғоҙ!” – тип һөрәнләне.
Оҙаҡ та үтмәне, тирләп-бешкән Кинйәморат, тирмәнсе шикелле, ап-аҡ онға буялып, ҡағыҙ тоҡ күтәреп инде.
– Аҡбур! – Шулай ғына тине лә йәнә юҡ булды.
Икенсе ҡағыҙ тоғона ул:
– Алебастр! – тигән аңлатма бирҙе.
Дүртенсе юллауында был ҡунаҡ ҡатырға йәшниккә тултырып төрлө банкалар алып инде:
– Иҙән буяуы!
Иң һуңынан төрлө шөрөп-фәлән, сөй, бумалалар индерелде.
Шунан, бер аҙ тын алғандай булғас:
– Һай, ошо яңы йортҡа күскәндә лифттың йөрөмәүҙәре! Ну, эшләйҙәр ҙә һуң беҙҙә, – тип уфтанды.
Үҙҙәре шундай затлы бүләктәр алып килгән ҡунаҡтар, яңы фатир эсен сүп-сар менән тултырып ташлаған кешегә аптырап ҡарап торалар ине. Ә теге әйберҙәрен бер ни булмағандай ҡәҙерләп бер тирәгә өйөп маташа.
Өс йөҙ тәңкәлек люстра алып килгән бажа кеше түҙмәне:
– Кинйәморат, ниңә улай әҙәм аптыратып йөрөйһөң? – тип ҡуйҙы.
– Аптырамағыҙ юҡҡа, – тине теге бошмай ғына. – Һеҙҙең ул люстра-мюстраларығыҙҙы Ҡотлобирҙе теләһә ҡайһы ваҡытта магазинға барып аҡсаһын түләй ҙә ала. Ә быларҙы әллә күпме эҙләп тә таба алмай. Ҡотлобирҙе бына бер-ике аҙнанан өйөндә ремонт башлаясаҡ.
– Яңы фатирға кеше ремонт яһаймы ни?! – Ҙур урында эшләгән бажа кеше бирешергә теләмәне.
– Кеше яңы йортҡа ремонт яһамай, иҫкегә яһаймы ни? – тине Кинйәморат. – Йәй етеүгә иҙән ярығынан сысҡан йөрөрлөк булып кибәсәк. Аҡбур, алебастр, буяуҙың нимәгә икәнен яҡшы беләһегеҙ. Ана бит, иҙәндәре ҡубып та бөткән...Ярай, бәхәсләшмәгеҙ, мин төҙөлөштә егерме йылдан артыҡ эшләйем, һеҙҙән күберәк беләм. Был йортто ла беҙ һалдыҡ.
1986 йыл.