-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Судҡа бирәм!

Сабир ШӘРИПОВ Туҡталышта ауылсараҡ кейенгән бер ҡатын ҡала ҡыҙынан республика дауаханаһына юлды төпсөндө. Башҡортса һораны, тегеһе әллә ҡыйынһынды, әллә аңламамышҡа һалышты – танауын ғына сирҙы. – Мин һеҙгә ит-һөт ебәреп ятам ауылдан, ферма батҡағын тапап, ауырыуға һабышып, ә һеҙ бальнисҡа юл өйрәтергә лә йыбанаһығыҙ. Тфү, дармайыд!– ҡатындың йәне үртәлде, күҙҙәренән осҡон сәселде.

Судҡа бирәм!
Судҡа бирәм!

– Мин башкирса плохо знаю, – тигән булды ҡыҙ, аҙауҙан ағарынып.
– Бел, уҡы – кем тыя һине! Давай, өйрәт юлды, өйрәтмәһәң, судҡа бирәм мин һине.
Туҡталыштағыларҙан кемдер көлдө, кемдер йәмерәйҙе. Мин иһә апаҡайға ярҙамлашырға уҡталған ерҙән туҡталып ҡалдым, сөнки ҡала ҡыҙы башҡортсаны вата-емерә, башы-ҡулы менән ымлап, ныҡыш һауынсыға юлды төшөндөрә ине.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: