Ул эсмәй, тартмай, аҡыл ултырған йәштә ине, адресын да йәшермәне. Шуға ла мин яҙмышымды уға ышанып тапшырҙым.
Оҫта ең һыҙғанып эшкә тотондо. Беҙ бер аҙна кухняла йәшәнек, ә ул ярҙамсыһы менән иҙәнде йүнәтте. Ҡат-ҡат һылап, йомортҡа һарыһы төҫөнә буяп бирҙе.
Беҙҙең шатлыҡтың иге-сиге булманы. Көҙгө кеүек екһеҙ-ярыҡһыҙ иҙән! Ғәжәпкә ҡаршы, үҙе шығырҙамай ҙа! Донъя түңәрәк булһын өсөн кешегә күп кәрәкме ни!
Мин оҫтаның битен, ярҙамсыһының маңлайын үптем. Ҡулдарын ҡыҫтым. Магазинға йүгерҙем. Ҡат-ҡат рәхмәттәр әйттем. Шатлыҡтан иҫереп, балта оҫталарын яҙыусыларҙан, композиторҙарҙан, рәссамдарҙан, ғөмүмән, бөтә ижад кешеләренән юғарыраҡ ҡуйып ташлағанмын...
Унан, иҙәндең ныҡлығын белер өсөн, тыпырҙап бейеп алдым.Бына шул саҡ иҙәндән бер тауыш килде:
– Фөйт-фью-фью! Фөйт-фью-фью!..
Гүйә, иҙән аҫтында ниндәйҙер ҡош һайрай ине.
– Был нимә?! – тим оҫтаға.
– Былмы? – тине ул, бик етди төҫ менән. – Был... был - һандуғас, йәғни былбыл. Һайрай, яңы иҙәнде ҡотлай.
– Ул унда нисек эләккән?
– Беҙ ҡуйҙыҡ. Бик оҫта оҫталар шулай иҙән аҫтына һандуғас ҡуйып китә.
Мин ни шатланырға, ни ҡайғырырға белмәнем.
– Шатланырға кәрәк! – тине оҫта. – Иҙәнгә баҫҡан һайын ана нисек һайрай!
Һәм мин бөтә йөрәктән шатлана башланым. Иҙәнгә аяҡ баҫыуым була, һандуғас һайрарға тотона:
– Фөйт-фью-фью! Фөйт-фью-фью!..
Затлы ҡошсоҡ өсөн аҡса түләйһе лә түгел. Ашатып тораһы ла юҡ. Бушҡа һайрай бирә.
Оҫта менән уның ярҙамсыһы, беҙгә шатлыҡлы тормош теләп, ҡайтып китте.
Беҙ иҙән аҫтындағы берҙән-бер һандуғас менән ике-өс көн генә йәшәп ҡалдыҡ. Унан һандуғасыбыҙ ҡапыл балаларға тотондо. Тегендә бер һандуғас балаһы һайрай, бында икенсеһе сыйылдай, унда өсөнсөһө сипелдәй. Тыуып торалар, тыуыу менән оло һандуғас шикелле һайрай башлайҙар. Аҙна тигәндә был һайрар ҡоштар иҙән аҫтын тултырҙы ла ҡуйҙы. Һис алдаҡ түгел – егермеләп булыр. Һәр иҙән таҡтаһына – бер һандуғас.
Күпмелер ваҡыт үткәс, егермеләп һандуғас бер-бер артлы ҡарға булып ҡарҡылдарға тотондо: “ҡар” ҙа “ҡар”, “ғыр” ҙа “ғыр”.
– Һинең ҡарға тауышын “яратҡаныңды” белгәндер оҫталар, – тине бисәкәй. – Аҙна буйы иҙән түшәгәндә, исмаһам, көнөнә бер инеп, эштәрен ҡарап, тамаҡтарын майлап сығырға ине. Ярай әле тағы ла имәнесерәк януар һалып китмәгәндәр. Үҙең эй маҡтаған булдың үҙҙәрен. Бына хәҙер рәхәтен күр!
Беҙ ҡыш буйы ошо рәхәтлектә йәшәнек. Ысын ҡарғалар килер ваҡыт еткәс, мин түҙмәнем, оҫта ҡалдырған адрес менән киттем.
Тик унда бөтөнләй икенсе кеше йәшәй ине. Уға ентекләп хәлде аңлаттым.
– Һеҙ алданыусыларҙың тәүгеһе лә, һуңғыһы ла түгел, – тине хужа һәм кәңәш бирҙе. – Ул ҡоштар һайрай-һайрай ҡарлыҡҡандыр, тамаҡтарын көнбағыш майы менән майлап ҡара.
Уның кәңәшен тотҡас, өй шып-шым, тып-тын булып ҡалды. Тик ике-өс көн майламағайным, тауис, бытбылдыҡ, һабан турғайы, бүҙәнә тауыштары сыға башланы. Шуға күрә ике-өс көнгә бер, мүкәйләй, мүкәйләй, иҙән аҫтындағы ҡоштарҙы ашатам. Ә үҙемдең донъя яңғыратып ҡысҡырғым килә:
– Ҡайҙа һин, бик намыҫлы булып күренгән, оло йәштәге, оло танаулы оҫта? Һин бит миңә бөтә ижад кешеләренән бөйөк булып күренгәйнең!
1982 йыл.