-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Күстәнәс

Сәғит АГИШ Хат ташыусы ҡыҙ Тимерйән Сәлиховҡа иртәнге сәғәт туғыҙҙа бер ҡағыҙ килтереп бирҙе. Тимерйән ҡарт уны тегеләй-былай ҡараған арала төшөндөрөп тә ҡуйҙы:– Был почтанан, бабай! Һеҙгә посылка килгән! Магнитогорскиҙан.– Ә-ә, Магниттанмы ни? – тине Тимерйән ҡарт. –Ҡыҙымдан инде улай булғас. Бик рәхмәт, сәй эсеп китмәйһеңме?

Күстәнәс
Күстәнәс

Ҡыҙ сәй эсмәне, уның башҡа өйҙәргә лә инәһе бар ине. Хәйер, Тимерйән ҡарттың да сәйе эсмәйенсә һыуынды. Ул ҡарсығы алдында маҡтанды:
– Бына бит, бала үҫтереүҙең интересный ере ҡайҙа! – тине.
Тимерйән балаларын бер ҙә ауырһынмай уҡытты. Урта мәктәпте тамамлағас ҡалаға киттеләр. Каникулға ҡайтҡан һайын ул балаларын станцияға төшөп ҡаршы ала торғайны, ә ҡарсығы балалар өсөн тәмле аштар әҙерләй ине. Бына береһе быйыл яҙ Магнитогорскиға эшкә лә китте. Почтальон ҡыҙ килтергән ҡағыҙ ана шуныһынан, оло ҡыҙынан ине.
Балалары һәр ваҡыт ата-әсәләрен ҡыуандыра килделәр.
– Беҙ һеҙҙең яҡшылығығыҙҙы беләбеҙ, ҙурайғас, эшкә ашҡас, шулай уҡ яҡшылыҡ менән ҡайтарырбыҙ әле, тинеләр.
Бына посылка. Ул яҡшылыҡ түгелме ни!
Улар почтаға ҡарсығы менән икәүләп киттеләр. Ҡағыҙ ҡарттың түш кеҫәһендә, ә ҡарттың кемлеген, нисә йәштәлеген, ҡайһы урамда йәшәүен, хәрби иҫәптә тормауын күрһәткән паспорт ҡарсығының ҡуйын кеҫәһендә ине. Ҡарттың кеҫәһендәге белдереү ҡағыҙы ла, уның донъяла йәшәүен, кем икәнлеген күрһәткән паспорты ла уны ҡыуандыра, һөйләндерә ине һәм ул үҙенең һәр уйын:
– Бына бит ул, нисек була донъяла йәшәүе! – тигән һүҙ менән ослай ине.
Почтала уларға бик ҙур йәшник бирҙеләр. Уның тышына ла эре хәрефтәр менән Тимерйән ҡарттың исеме, фамилияһы, ҡайһы ҡалала, ниндәй урамда, нисәнсе номерлы йортта йәшәүе асыҡ итеп яҙылғайны.
Еңел түгел ине посылка, ләкин Тимерйән ҡарт ауырһынманы, аяҡ­тары ергә теймәне, ҡарсығы көскә-көскә эйәрҙе. Ҡайттылар, посылканы өҫтәлгә ҡуйып аса башланылар. Ҡарсығы посылканың тышынан уралған полотноны һүтә. Тимерйән ҡарт ҡулдарын ыуғылай-ыуғылай һөйләнә:
– Нимә икән бының эсендә, һиңә сәйҙер, шәкәрҙер, лимондыр, ә бына миңә нимә икән?
– Сәйҙе ни, – тине ҡарсығы,– һин дә кәм ҡуймайһың. Ә лимонды инде ҡабығы менән ашайһың.
Ләкин лимон тураһында әйткәндә, ҡыҙын йәлләп ҡуйҙы:
– Лимоны был ваҡытта булмаһа ла бер нәмә лә әйтеп булмай.
Йәшник асылды.Тимерйән ҡарт иң өҫтә ятҡан конвертһыҙ хатты эләктереп алды:
– Иң элек, ҡарсыҡ, яҙыуын уҡыйыҡ әле. Нисек аҡтарырға икәнен дә яҙғандыр, берәй шешәле, быялалы нәмәһе булып, ватыла-нитә күрмәһен.
Икеһе лә уҡый беләләр, ләкин насар уҡыйҙар ине. Иң элек икеһе лә күҙлектәрен кейеп алдылар, тирләп-бешеп, бер-береһенә ярҙам итеп, өйрәтеп уҡып сыҡтылар ҙа, бер-береһенә ҡарашып, шаҡ ҡаттылар. Икеһенең дә күҙлектәре, хәҙер күҙҙәрендә түгел, маңлайҙарына менгәйне инде. Сөнки улар күҙлек аша үҙ күҙҙәренә ышанмаҫлыҡ хәлгә килгәйнеләр.
Хатта ошо һүҙҙәр яҙылғайны:
“Атай, әсәй!
Ваҡытым бер ҙә юҡ, хатты ла оҙон яҙа алмайым. Түбәнселек менән ғәфү үтенәм. Һеҙгә керләнгән әйбер­ҙәремде ебәрәм. Һабын үҙегеҙҙә лә барҙыр инде. Зинһар, шуларҙы йыуып, үтекләп почта аша һалығыҙ инде. Сәләм менән...”
Хатҡа, ниңәлер, ҡул ҡуйырға онотҡан. Бәлки, ваҡыты булмағандыр. Мин дә ниндәй ҙә булһа исем ҡуйырға теләмәнем. Сөнки, исеме шуға тура килгән ҡыҙҙар авторға былай тип әйтерҙәр тип ҡурҡтым:
– Шул ҡыҙға минең исемде алмаһаң ярамағанмы ни, иптәш.

1956 йыл.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас