-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ПЕДАГОГИКА СЕРҘӘРЕ

Мар.СӘЛИМ (Юмористик хикәйә) Эштән ҡайтып инеү менән ҡатын әрләргә тотондо: — Һин дә атаймын тип йөрөйһөң! Бер малайыңа баш була алмаған көйөңә... Һиҙеп торам: теге еүеш морон йәнә «икеле» эләктергән. Белмәйем, нисек тәрбиәләргә инде уны? Ҡайыш менән арт һабағын уҡытып алайыммы икән әллә? Ҡатын көн дә уның өсөн мине игәй. Имеш, бала тәрбиәләү менән шөғөлләнмәйем, ата-әсәләр йыйылышына йөрөмәйем. Ҡыҫҡаһы, мин — бешмәгән, улым да үҙемә оҡшаған.

ПЕДАГОГИКА СЕРҘӘРЕ
ПЕДАГОГИКА СЕРҘӘРЕ

— Ана, класс етәксеһе һине мәктәпкә саҡырып ҡағыҙ ебәргән. Сисенеп торма, ысҡын!

Мәктәпкә барырға аяғым тартмаһа ла, ҡарышманым. Ҡатынды тыңламай сара юҡ. Ни яҙһа, шул булыр, тип тәүәккәлләнем дә — киттем.

Әллә оялыуҙан, әллә тулҡынланыуҙан ҡалтырай-ҡалтырай, улым уҡыған класҡа барып индем. Инһәм... ҡапыл күҙҙәрем сағылғандай булды. Ҡаршымда минең ише ирҙәрҙе генә түгел, һөлөктәй егеттәрҙе лә һуштан яҙҙырырлыҡ ифрат сибәр ҡыҙ тора.

— Бик ваҡытлы килдегеҙ, — тине ул, мөләйем йылмайып. — Аңлы атай икәнһегеҙ.

Уның яғымлы һүҙҙәре йөрәгемә һары май һымаҡ яғылды.

— Улыбыҙ өсөн ғәфү үтенәм, һылыу, — тинем.

Һылыуымдың бит остары ҡыҙарҙы.

— Мин Һылыу түгел, — тине. — Мин Таңһылыу Фәйезовна.

— Таңһылыу барыбер һылыу инде ул, — тинем, шаяртҡан булып. — Ғәфү итегеҙ, Таңһылыу Фәйезовна, мин һеҙҙең алда бик ныҡ ғәйеплемен. Нисек төҙәтергә лә белмәйем хатамды.

— Ә һеҙ ул тиклем хафаланмағыҙ. Улығыҙ төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ләкин уның уҡыуға һәләтен тулыһынса асыу өсөн беҙгә бергәләп эшләргә тура килер.

— Һеҙҙең менән бергә эшләү минең өсөн ҙур бәхет! — тип әйтеп һалғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Таңһылыу Фәйезовна улымдың көслө һәм йомшаҡ яҡтарын бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Минең баламды үҙемдән дә яҡшы белгән кеше булыр икән! Уҡытыусыға һоҡланып бөтә алмным.

Ҡайтыу менән улымды ул ҡушҡанса тәрбиәләй башланым. Тырышлыҡ бушҡа китмәне. Икенсе көндө үк малай «дүртле» алып ҡайтты. Мин уҡытыусының саҡырғанын да, ҡатындың әйткәнен дә көтөп тормай, мәктәпкә йүгерҙем. Синыф етәксеһе менән күрешеп, педагогиканың яңы серҙәренә өйрәндем.

Тора-бара минең малай синыфта иң яҡшы уҡыусыға әйләнде. Таңһылыу Фәйезовна быға бик ҡәнәғәт. Мине маҡтап бөтә алмай.

— Һеҙ Макаренконан кәм түгелһегеҙ икән! — тип көлә.— Хәйер, мин һеҙҙең мөмкинлектәрегеҙгә шикләнмәгәйнем. Шуға күрә теге ваҡытта, һеҙҙе саҡырып, яҙыу ебәргәйнем дә инде.

Шундай сибәр ҡыҙҙың маҡтағанын ишетеүҙән дә ҙур шатлыҡ буламы икән ул? Их, белмәйһегеҙ шул һеҙ! Әгәр Таңһылыу Фәйезовна ҡушһа, мин үҙ улымды ғына түгел, теләһә ҡайһы «икеле» ҡапсығын да отличник яһарға әҙермен!

Бер осрашҡанда Таңһылыу Фәйезовна баланы бөтә яҡлап та юғары талаптар кимәлендә тәрбиәләргә кәрәклеген әйтте. Был тәҡдимде иҫкә алып, улым менән киноларға, театрҙарға, музейҙарға йөрөй башланыҡ. Педагогика буйынса кәңәшсе булараҡ, Таңһылыу Фәйезовнаны ла эйәртәбеҙ.

Уҡыу йылы тамамланған көнде беҙ өсәүләп урманға сыҡтыҡ. Шунда Таңһылыу Фәйезовна:

— Мин һеҙҙең тәрбиә өлкәһендәге гүзәл уңыштарығыҙға ғашиҡмын, — тине. — Һеҙҙе ысын йөрәктән ҡотлайым! — Һәм нәҙек бармаҡтары менән ҡулымды ҡыҫты.

— Үҙегеҙгә рәхмәт, — тинем мин, уның йомшаҡ ҡулдарынан һыйпап.

Беҙ шулай бер-беребеҙгә рәхмәттәр уҡышып, ҡулдарыбыҙҙы тотошоп торғанда, әллә ҡайҙан ҡатын килеп сыҡмаһынмы!

— Әһә, бына нисек бала тәрбиәләйһең икән һин, Мәкәринкә! — тип миңә ташланды ул. — Бөттө! Бынан һуң улымды һин бешмәгәнгә яҡын ебәрәһе башым юҡ! — Шулай тине лә малайҙы елтерәтеп алып та китте.

Их, ҡатын, ҡатын! һинме һуң педагогика серҙәрен аңлай торған кеше?! Аңлаһаҡ та, беҙ генә аңлайбыҙ уны. Таңһылыу Фәйезовна менән икәү...

1987

 

Фото: gas-kvas.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: