Арҡаһындағы барлы-юҡлы ҡаурыйҙарын ҡабартып маташҡан күркәне күреп, ҡунаҡтар көлөп ебәрҙе. Кейәү кеше күркәнән нығыраҡ ҡыҙарһа ла, сер бирмәҫкә тырышты.
— Ҡалай һөйкөмлө! — тигән булды. — Мин күркә яратам. Уйнаптырмы, уйлаптырмы, кемдер шул саҡ:
— Күркә кейәү! — тип ысҡындырҙы.
Өйләнешеп ай самаһы йәшәгәс, Һораман пыр туҙып Һарундарға килеп керҙе:
— Ҡыҙың менән тора алмайым!
— Туҡта әле, кейәү, ҡыҙма. Аңлатыбыраҡ һөйлә, ни булды?
— Һөйләп тораһы бармы! Күреп тораһың бит, туй көнөнән башлап ауыл халҡы күҙ ҙә астырмай, «күркә кейәү» тип кенә йөрөтә. Ә ул бахыр күркә, исмаһам, бер туйғансы ашарға ла етмәне. Ҡыҫҡаһы, беҙгә айырылышырға тура килә.
Һарундың аяҡ быуындары ҡалтырағандай итте.
— Улай өҙә һуҡма әле, — тине ул. — Уйлашайыҡ. Ә күркәне онотайыҡ. Бына мин һиңә хәҙер быҙау ҙурлыҡ тәкә тоттороп ебәрәм!
— Тәкә? Кәрәкмәй! Быҙау түгел, һыйыр ҙурлыҡ булһа ла, тәкә тәкә инде ул. Һыйыр тигәндәй, ҡыҙың көн дә һөтлө сәй һорап теңкәгә тейә...
— Ҡара һин, әй, шельма! — тине Һарун, ҡыҙын әрләгән булып. — Элек һөтлө сәйҙе ауыҙына ла алмай ине, кейәүгә сыҡҡас, һөт ярата башлаған, понимаешь! Ярай, тыныслан, кейәү. Бар, ана, һәүкәште етәкләп ал да өйөңә ҡайт!
Һәүкәшкәй йәл булһа ла, Һарун ағай артыҡ бошонманы. Татыу торһалар, йәнем тыныс булыр, тип уйланы.
Әммә йән тыныслығы тәтемәне уға. Көйһөҙ кейәү, танауын һәлендереп, йәнә килеп етте.
— Булмай! Ундай бисә менән йәшәү мөмкин түгел! Көнө-төнө ҡолаҡ итен кимерә. Имеш, күрше ҡатындары киноға ла үҙ машиналарында ғына йөрөй! Юҡ, түҙә алмайым был ғәрлеккә! Айырам! Машиналы кейәүгә сыҡһын!
Бер ни тиклем елкәһен тырнап торғандан һуң Һарун ағай былай тине:
— Юҡҡа ғаилә тарҡатып, әҙәм көлдөрмәгеҙ. Ана, минең иномаркаға ултыр ҙа өйөңә ысҡын! Бар, бар, гаражда барыбер тутығып тик тора.
Үҙе лә ултырырға ҡыҙғанған машинаһы артынан туҙан ғына борхолдап ҡалғас, Һарун ағайға ҡыйын булып китте. Шулай ҙа үҙен йыуатырға көс тапты: «Был көйһөҙ кейәү башҡаса мине борсомаҫ инде!»
Тик ул бик ныҡ яңылышҡан булып сыҡты. Күп тә үтмәне, ҡаштарын емереп, Һораман тағы килеп керҙе.
— Бер минут түҙер хәлем юҡ! Зинһар, ҡайным, һыйырыңды ла, машинаңды ла, ҡыҙыңды ла барып ал.
— Туҡта, кейәү! — тип екерҙе Һарун, асыуы ҡабарып. — Һиңә тағы нимә етмәй?
— Миңә етә. Ҡыҙың, ана, тауыҡ кетәгендәй өйҙә тормайым, ти. Ишеккә һыймай ул хәҙер, бәпәй көтә.
Һарун ағайҙың ҡапыл тауышы йомшарҙы:
— Бәпәй?
— Борсолмағыҙ, алиментын түләрмен.
— Тәүбә, тиң. Баланы етем итергә... Тимәк, минең ейәнем буласаҡ! — Һарун ағай, ниҙер уйлап, йылмайып ҡуйҙы. — Ҡара әле, кейәү, давай, беҙҙең йортҡа күсеп килегеҙ. Ә беҙ һеҙҙең өйгә сығырбыҙ. Ҡарт кешегә күп кәрәкме?!
Йәштәр ялындырып торманы. Шул көндө үк алты мөйөшлө йортҡа күстеләр. Өй тупһаһын үткәндә, Һораман:
— Бына хәҙер ҡайнымды һаран тип әйтеп ҡараһындар! — тине. — Ә бит бөтәһе лә һинең арҡала, йәнем! — Ул ҡатынын ҡосаҡлап, үбеп алды ла көлә-көлә үҙенең хәйләһен һөйләп бирҙе.
1979, 2015