-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

БЕРҮК ҮЛӘ КҮРМӘЙЕМ

Мар.СӘЛИМ Хәлем хөртәйеп китте лә, больницаға һалдылар. Ошо йәшкә етеп, бер тапҡыр ҙа хәстәханала ятҡаным булмағайны. Сәләмәтлегем был тиклем үк мөшкөлләнмәһә, әле лә унда барып инмәҫ инем. Ғүмер буйына, исмаһам, бер көн дә сирләп эшкә сыҡмай ҡалманым бит мин. Сөскөргәнгә лә бюллетень алып, түшәктә аунаған кешеләргә иҫем китә.  Ә больницала үҙенә башҡа тормош икән. Хасталарҙың бар белгәне — сир хаҡында һөйләшеү ҙә дарыу эҙләү. Бигерәк күңелһеҙ. Эсең бошоп үлерһең. Ярай әле хәл белергә киләләр. Хәстәханаға ингәндең икенсе көнөндә үк, оло сумка күтәреп, бухгалтер Зилә килеп етте.

БЕРҮК ҮЛӘ КҮРМӘЙЕМ
БЕРҮК ҮЛӘ КҮРМӘЙЕМ

— Ғәлийән ағаҡайым, һинһеҙ — ике ҡулһыҙбыҙ: бухгалтерияның эше туҡталды, — тип, сумкаһынан бер ҡосаҡ ҡағыҙ бушатты ул. — Зинһар, бынау отчёттарҙы ҡарап ҡына ебәрһәңсе.

Ҡараным инде. Хәлем ауыр булһа ла. Сирләнем тип, коллективты премияһыҙ ҡалдырып булмай ҙаһа.

Бухгалтер Зилә китеү менән секретарша Сәриә килеп инде.

— Ғәлийән Сәләевич, һеҙ миңә квартир алырға ярҙам итермен, тигәйнегеҙ. Вәғәҙәгеҙҙе онотманығыҙмы? — тине ул, ғәҙәтенсә мөләйем йылмайып.

— Юҡ, юҡ, күгәрсенкәйем, — тинем, көскә тын алып. — Үлһәм дә һине онотмам.

— Берүк үлә күрмәгеҙ, Ғәлийән Сәләевич! — Сәриәнең оҙон керпектәре ҡыбырлап ҡуйҙы. — Йәшәгеҙ әле, йәшәгеҙ. Мин квартир алғансы...

— Изге теләгең өсөн рәхмәт, күгәрсенем, — тинем, уның арҡаһынан һөйөп. — Тырышырмын.

Мин, квартир өсөн кәрәкле документтарҙы әҙерләп, уның ҡулына тотторҙом.

Сәриә өй ҡотларға саҡырып, битемдән үпте лә сыгып йүгерҙе.

Бер аҙҙан палата ишегенән Хәниф бажаның башы күренде.

— Ну, бажа, тапҡанһың бәлнистә ятыр ваҡыт! — тип ғоролданы ул тупһанан үтеү менән. — Һин бит мине тереләй һуяһың, былай булғас. Үлмәҫ борон ҡәбергә тығаһың!

— Туҡта әле, бажа, — тим, — тыныслан. Ни булды?

— Һорап тораһың тағы! — Хәниф оторо ҡыҙҙы: — Былтыр уҡ ҡолағыңа киртеп ҡуйғайным даһа. Улым мәктәпте бөтөрә, институтҡа индерерһең, тип. Нимә, оноттоңмо ни?

— Онотманым. Борсолма, бажа. Башҡа ҡайғың булмаһа.

Таныш профессорыма шылтыратып әйткәс кенә, тынысланып ҡайтып китте ул.

Бигерәк ҡыҙыу ҡанлы минең бажа. Йөрәгенә бер-бер хәл булмағайы тип ҡот осто. Ярай әле иҫән-имен оҙаттым үҙен, аллаға шөкөр.

Ләкин ҡыуанысым оҙаҡҡа барманы. Илай-илай Рамай күршем килеп керҙе. Үҙе ҡыҙмаса. Етмәһә, ҡуйынына шешә ҡыҫтырып алған.

— Эй, күршекәйем!.. — тип, өҫтәмә ҡапланып, үкһене ул.— Аңлаһаң, һин генә аңларһың хәлемде.

— Ниндәй бәләгә тарының?

— Бәлә генә, тиһең... Уф, йөрәгем! Үләм...

— Йөрәгең сәнсәме ни?

— Сәнсә генә, тиһең... Яна-а-а!..

— Инфаркт түгелдер бит?

— Инфаркт ҡына булһа, түҙер ҙә инем. Ҡатын ташлап китте-ү-ү...

— Ай алла, — тинем, уны нисек йыуатырға белмәй. — Былай йүнле генә йәшәп ятҡан һымаҡ инегеҙ ҙәһә.

— Шулай инек тә. Китте бит ана, китте... — Рамай, стакан алып, араҡы ҡойҙо. — Әйҙә әле, күрше, шул ҡайғынан...

— Миңә ярамай.

— Миңә лә ярамай. Янған йөрәкте баҫайым тип кенә. — Рамай стаканды тамағына ҡапланы ла: — Ҡабырға берәй нәмәң юҡмы? — тип эҙләнә башланы. Йүнле-рәтле нәмә тапмағас, ҡалған бутҡаны һыпыртып ҡуйҙы. — Өс көн ауыҙыма аҙыҡ ҡапманым, — тине ул. — Һиңә бында рәхәт: ашау байҙан, үлем хоҙайҙан.

Үлем тигәндәй, әгәр яңылыш үлеп-маҙар китһәм... Минһеҙ нимә эшләр икән былар? Йәшәй алмаҫтар — тәүбә-тәүбә! — ҡырылып бөтөрҙәр, моғайын.

Юҡ, миңә һис кенә лә үлергә ярамай! Урынымдан һикереп торҙом да хәстәхана кейемен һалып ырғыттым:

— Әйҙә, киттек! — тинем Рамайға. — Ҡатыныңды барып алайыҡ.

Күршемде етәкләп, баш табипҡа индем.

— Зинһар, мине сығарығыҙ, — тип ялбарҙым. — Дауаланыу ҡайғыһы юҡ миндә.

Баш табип, ғәжәпләнеп, башын сайҡаны ла:

— Ихтыярың, — тине. — Үлһәң, үҙеңә үпкәләрһең.

Мин уға рәхмәттәр уҡып, тиҙерәк сығып тайҙым. Үҙ башымды һаҡлайым тип, хәстәханала ятып, әллә күпме кешене тереләй ҡәбергә индермәм бит инде!

1994.

Фото: cont.ws

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: