-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

КҮРШЕ ХАҠЫ МарСӘЛИМ

Театрҙа мин элекке күршем Ғәлиәскәрҙе осраттым. Квартир алып, яңы микрорайонға күсеп киткәненән бирле күргән юҡ ине үҙен. Шуға ҡул ҡыҫышып күрешкәс тә, һорау яуҙыра башланым: – Квартирығыҙ һәйбәтме?.. – Форточкалары бармы?.. – Балконы ҙурмы?.. – Күршеңдән уңдыңмы?.. Быға ҡәҙәр "кәнишне" тип кенә яуап биреп ултырған Ғәлиәскәр, һуңғы һорауҙы ишеткәс, тынып ҡалды. Әйтерһең, тамағына төйөр ултырҙы.

КҮРШЕ ХАҠЫ МарСӘЛИМ
КҮРШЕ ХАҠЫ МарСӘЛИМ

Аңлашыла: уңмаған күршеһенән!.. Күпмелер ваҡыт ыҡ-мыҡ итеп торғас ҡына, көскә ауыҙын асты Ғәлиәскәр.

– Былай минең күршене хөрт әҙәмдәр иҫәбенә индереп булмай, – тип һөйләп китте ул. – Үҙенә ҡалһа, бик күңелсәк, ярҙамсыл бәндә. Әммә ләкин бер яман ҡылығы бар. Рәхәтләнеп өйҙә мәжлес үткәрәм тимә. Йә стенаға ҡаға, йә кереп: "Тауышланмағыҙ!"– тип ҡунаҡтарҙың кәйефен боҙоп сығып китә. Тамам тәҡәтте ҡоротто, сусҡа! Ҡунаҡ саҡырып, иркенләп ултырып та булмай...

Теүәл генә әйтә алмайым, күпме хурлағандыр Ғәлиәскәр күршеһен, әммә ул туҡтағанда, театр бөткәйне инде.

Бер ай самаһы уҙғас, йәнә Ғәлиәскәрҙе осраттым. Күрешкәс тә, беренсе һорауым шул булды:

– Күршең менән эштәр нисек?

– Иҫ киткес! – тине Ғәлиәскәр, ауыҙын ҡолаҡ артына еткереп. – Инде ул беҙгә: "Тауышланмағыҙ!" – тип ҡысҡырмай. Стена ҡағып та теңкәгә теймәй.

– Нисек?!

Ғәлиәскәр түбәһендәге өс бөртөк сәсен һыпырып ҡуйҙы ла:

– Хәҙер уны ла ҡунаҡҡа саҡыра башланыҡ, – тине. – Күрше хаҡына.

Автор:
Читайте нас: