-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

АҒАС ТЕЛ

Мәктәпкә йөрөй башлағас, минең малай ҡапыл үҙгәрҙе лә китте. Нимә һөйләгәнен аңлап булмай. Бер көндө унан:– Нисек уҡыйһың? – тип һорағайным, беләһегеҙме, нимә ти:– Хәҙер, атай, уҡыу-уҡытыуҙы сифат яғынан яңы баҫҡысҡа күтәреү маҡсатында мәғариф системаһын оптимизациялаштырыуға айырым ышаныс һалына.Тыңлап-тыңлап мәғәнәһен аңламағас, һорарға мәжбүр булдым:– Уҡытыусығыҙ ни хәлдә, һау-сәләмәтме?

АҒАС ТЕЛ
АҒАС ТЕЛ

– Теләһә ниндәй уҡытыусы – физик, математик, биолог, әҙәбиәтсе – үҙенең предметы средстволары һәм инанғанлыҡ көсө менән тәрбиәләнеүселәрен баҙар шарттарына ҡулайлашҡан тормошҡа әҙерләргә, үҙенең эсенә реформа ҡаҙаныштарын алған хеҙмәткә өйрәтергә саҡырылған.
– Ҡайҙа саҡырылған? – тинем мин, һаман бер ни ҙә аңламай. – Дәресегеҙ нисек үтте?
– Булғаны менән ҡәнәғәтләнергә кәрәк тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Тик ҡайһы берәүҙәр уҡыуға түбән яуаплылыҡ менән ҡарай.
– "Икеле" эләктерҙеләрме ни?
– Әгәр "икеле" ҡуйыу ҡотолғоһоҙ хәл булһа, һәр кем бының ЕГЭ алдынан уҡытыусыға хәлде төҙәтеү һәм саралар күреү өсөн сигнал булыуын асыҡ аңлай.
– Бер нәмә лә аңламайым, уф-ф!.. – тинем, башымды тотоп.– Аңлайышлы итеп һөйлә, зинһар.
Ләкин малай хәлемә инергә уйламай ҙа, һаман үҙенсә лығырлай.
– Зарар юҡ, атай, һинең аңлау-аңламауың аңлы мохтажлыҡҡа әүерелмәгән. Шуға күрә һүҙҙән эшкә күсеү һәм килтерелгән зыянды иҫәпләүҙәр менән шөғөлләнеү маҡсатҡа йүнәлешле булыр.
– Иҫәпләү? Ә-ә, кисә һиңә, чупа-чупс алырға аҡса биргәйнем. Шуны әйтәһеңме?
– Аҡсаны тиҙ килем бирергә һәләтле булған урынға индереү бөгөн бөтә коммерция структураларының төп хәстәрлеге булып тора.
Малайҙың был һүҙҙәренән һуң йөрәк һикергеләй башланы. Һиҙәм: ҡан баҫымы күтәрелә.
– Көн боҙолорға итә, ахыры...
– Эйе, – тип ҡеүәтләне улым, – беҙҙең экономик пространствоға һәр төрлө санкциялар үҙенең сюрприздарын алып килеүгә ҡарамаҫтан, быйылғы һауа торошо, күп йылдар буйына тиерлек экстремаль шарттарҙа ураҡ эштәрен ойоштороу тәжрибәһен уңышлы ҡулланыу һөҙөмтәһендә, ауыл хужалығындағы рекордлы уңыш кризис элементтарының ҡотолғоһоҙ булмауына ыңғай йоғонто яһай…
– Туҡта, зинһар, туҡта! – Мин, улымдың теленән ғәрләнеп, иларҙай булдым. – Ауыҙыңды яп тиҙерәк, ағас тел!
Ә ул көлә генә, шилма малай.
– Оптимизацияланған модернизация заманында үҙемде күтәренке кәйефтә тотоу – минең өсөн ҙур шатлыҡ, – ти.
– Кемгә шатлыҡ, ә кемгә... Ошондай телгә өйрәткән мәктәбегеҙҙе әйтер инем!
Шуныһы ғәжәп: малай мәктәпкә һүҙ тейҙермәне.
– Был эшкә ул лайыҡлы өлөш индермәне, – тине.– Гәзит-журнал уҡып ҡына ошолай һөйләшергә өйрәндем.
Ҡара һин уны, еүеш морон, ҡатырҙы бит башымды, ә! Һуңғы ваҡытта матбуғатта сыҡҡан бер нисә сейле-бешле мәҡәләне уҡыған да – телен тамам үҙгәрткән. Махсус һүҙлекһеҙ аңларлыҡ та түгел. Вәт ағас тел!

1986, 2015.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: